Североуральск
Ҡала | |||||
Североуральск | |||||
---|---|---|---|---|---|
![]() | |||||
|
|||||
60°09′00″ с. ш. 59°56′00″ в. д.HGЯO | |||||
Ил |
![]() |
||||
Статус | Өлкә әһәмиәтендәге ҡала | ||||
Федерация субъекты | Свердловск өлкәһе | ||||
Ҡала округы | Североуральский | ||||
Башлыҡ | Миронова Светлана Николаевна | ||||
Тарихы һәм географияһы | |||||
Нигеҙләнгән | 1758 йылда | ||||
Элекке исеме | Петропавловск ҡасабаһы | ||||
Ҡала с | 1944 йылда | ||||
Майҙаны |
|
||||
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге | 200 метр | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC+5:00 | ||||
Халҡы | |||||
Халҡы | |||||
Һанлы идентификаторҙар | |||||
Телефон коды | +7 34380 | ||||
Почта индексы | 624480 | ||||
Код ОКАТО | 65 490 | ||||
Код ОКТМО | 65 755 000 001 | ||||
|
|||||
adm-severouralsk.ru | |||||
|
|||||
![]() |
Североура́льск — Рәсәйҙең Свердловск өлкәһендәге өлкә буйһоноуындағы ҡала, Североуральск ҡала округының административ үҙәге.
1758 йылда нигеҙ һалынған Петропавловск сәнәғәт ҡасабаһынан 1944 йылда ойошторола. Североуральск — боксит сығарыу һәм эшкәртеү үҙәге. Бокситтар ятҡылығын 1931 йылда инженер-геолог Николай Каржавин аса.
Физик-географик мәғлүмәттәр
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Североуральск Вагран йылғаһының һул ярында (Обь бассейны), автомобиль юлы буйынса Екатеринбургтан 445 километр төньяҡтараҡ урынлашҡан. Екатеринбургтан Североуральскиға тиклем тура һыҙыҡ буйынса ара — 363 километр.
Рельефы һәм геологик төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡала Төньяҡ Уралдың көнсығыш битләүендә, Вагран йылғаһының һул ярында, уның Колонгаға ҡушылған урынында урынлашҡан. Рельефы убалы, урыны менән тигеҙләнгән. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 194 метр.
Геологик төҙөлөшө өҫкө протерозойҙан (1650570 млн йыл элек барлыҡҡа килгән) өҫкө девон һәм кайнозойға тиклем (хәҙерге ваҡытҡа тиклем 66 млн йыл элек) киң йәш диапазонындағы ултырма, вулкан сығышлы һәм метаморфик тоҡомдарҙы үҙ эсенә ала. Североуральск 350—285 миллион йыл элек был төбәктә булған боронғо Урал океаны сигендә урынлашҡан[2]. Североуральск районы — 400 миллион йыл самаһы дауамында тотороҡло булған ер ҡабығының ҡаты сегменты, был Рәсәйҙә боксит мәғдәненең иң ҙур ятҡылығын булдырыуға булышлыҡ итә.
Кумба (уңда) һәм Алтын тау (Золотой Камень) тауҙары
Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Североуральск киҫкен континенталь климат йоғонтоһонда, был уның географик урыны һәм орографияһы менән аңлатыла: көнбайыштан йылы атлантик һауа массаларын Урал тауҙары ҡаплай, ә төньяҡ арктик һалҡын һауа массалары төбәккә Көнбайыш Себер тигеҙлегенән үтеп инә.
Уртаса йыллыҡ һауа температураһы −0,3 градустан 0 °C-ҡа тиклем тирбәлә. Йылдың иң һалҡын ваҡыты — декабрь һәм ғинуар; был айҙарҙа температура −52 °C, ә уртаса −16— −18 °C араһында. Иң йылы ай — июль (максималь температура +37 °C; уртаса +17 °C).
Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм күләме — 560 мм (айырым йылдарҙа 700—800 миллиметрға тиклем). Уларҙың 65 проценты май һәм йәй айҙарына тура килә. Ҡар ҡатламы тулыһынса октябрҙә урынлаша, майҙа тулыһынса юҡҡа сыға. Уның уртаса бейеклеге — 40—50 сантиметр. Үҙәндәрендә япманың ҡалынлығы 80—100 см һәм унан да күберәк[3]. Яуым-төшөмдөң күп өлөшөн көнбайыш циклондар килтерә. Йәй көнө яуым-төшөм ер өҫтөнән күтәрелгән һәм һалҡын арктика массалары баҫып ингәндә тупланған урындағы парҙарҙан барлыҡҡа килә.
Ҡышын ел йүнәлеше башлыса төньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан, йәйгеһен — көнбайыштан һәм төньяҡ-көнбайыштан иҫә. Елдең уртаса йыллыҡ тиҙлеге секундына 2 метр тәшкил итә, елдең тиҙлеге һирәкләп секундына 16—20 метрға етә.
Һауа температураһының һәм яуым-төшөмдөң йыллыҡ күрһәткестәре[4]:
Ҡала климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 5,5 | 7 | 15,5 | 26 | 34 | 35 | 36,4 | 34 | 30,8 | 23 | 9,2 | 6 | 36,4 |
Уртаса максимум, °C | −14 | −9,5 | −2,2 | 7,2 | 14,3 | 19,5 | 22,1 | 20,2 | 13,2 | 3,6 | −5,2 | −12,4 | 3,1 |
Уртаса температура, °C | −18,4 | −15,8 | −7,6 | 1,9 | 8 | 14,4 | 16,8 | 12,8 | 8,4 | −0,4 | −10,3 | −15,8 | −0,5 |
Уртаса минимум, °C | −23,5 | −21,6 | −12,6 | −3,8 | 2,4 | 9,3 | 11,9 | 9 | 3,8 | −3,3 | −15,6 | −21 | −4,3 |
Абсолют минимум, °C | −52 | −46,2 | −45 | −29 | −15,4 | −4,1 | 0 | −2,2 | −9,4 | −28,6 | −45 | −48,8 | −52 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 4,5 | 4,4 | 5,6 | 7,9 | 12,3 | 18,9 | 22,9 | 19,6 | 14,5 | 9,8 | 6,2 | 4,9 | 131,5 |
Уртаса йыллыҡ баҫым 98 кПа (735 мм рт. ст) тәшкил итә[5].
Халҡы
1959[6] | 1967[7] | 1970[8] | 1979[9] | 1989[10] | 1992[11] |
---|---|---|---|---|---|
25 942 | ↗26 000 | ↗29 880 | ↗32 536 | ↗36 131 | ↗36 200 |
1996[12] | 1998[13] | 2000[14] | 2001[15] | 2002[16] | 2003[17] |
↘35 600 | ↘34 900 | ↘33 800 | ↘33 400 | ↗34 673 | ↗34 700 |
2005[18] | 2006[19] | 2007[20] | 2008[21] | 2009[22] | 2010[23] |
↘33 500 | ↘33 000 | ↘32 500 | ↘31 900 | ↘31 471 | ↘29 263 |
2011[24] | 2012[25] | 2013 | 2014[26] | 2015[27] | 2016[28] |
↗29 300 | ↘28 651 | ↘28 062 | ↘27 560 | ↘27 148 | ↘26 827 |
2017[29] | 2018[30] | 2019[31] | 2020[32] | 2021[33] | |
↘26 543 | ↘26 288 | ↘25 827 | ↘25 567 | ↘24 428 |
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2020) мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың 1 октябренә ҡарата халыҡ һаны буйынса ҡала 576 урында[34] (Рәсәй Федерацияһы ҡалаларының 1118 ҡалаһы араһында[35]).
1989 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Североуральск ҡала советы халҡы (ҡалаға буйһонған тораҡ пункттарҙы ла индереп) 53 266 кеше тәшкил итә. Североуральск ҡалаһының үҙендә 36 131 кеше йәшәгән.
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса — 54 207 кеше, шул иҫәптән Североуральск ҡалаһында 34 673 кеше йәшәй.
2021 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Североуральск ҡала округында 36 030 кеше, шул иҫәптән Североуральскиҙа — 24 428 кеше иҫәпләнә.
Тарихы
Ҡаланың барлыҡҡа килеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1931 йылда инженер-геолог Николай Каржавин боксит ятҡылыҡтарын асҡандан һуң төбәктең иҡтисади хәле һәм иҡтисади әһәмиәте ҡырҡа үҙгәрә. 1934 йылдың 2 апрелендә Төньяҡ-Урал боксит руднигы ойошторола, ул ҡала ойоштороусы предприятиеға әүерелә. Боксит сығарыу менән бер үк ваҡытта торлаҡ һәм социаль-мәҙәни объекттар төҙөлә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында йылдам үҫешә, хәрби ихтыяждарға киткән алюминий иретеү өсөн сеймал менән стратегик мөһим тәьмин итеүсе булып тора. 1938 йылдың 4 октябрендә Петропавловский һәм Боксит ҡасабалары Петропавловский эшселәр ҡасабаһына берләштерелә[36]. 1940 йылда Петропавловскиҙа 3500 кеше йәшәй һәм барлығы 330 йорт иҫәпләнә. 1944 йылдың 27 ноябрендә ҡасаба өлкә буйһоноуындағы ҡала статусын ала, Североуральск тип йөрөтөлә башлай. Был ваҡытҡа ҡала халҡы 15 220 кеше тәшкил итә.
1963 йылдың 1 февралендә Североуральск ҡалаһының хеҙмәтсәндәр депутаттары Советы Свердловск өлкә хеҙмәтсәндәр депутаттары советы ҡарамағына тапшырыла[37].
Иҡтисады
Сәнәғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Североуральск — типик моноҡала, боксит сығарыу буйынса илдә иң ҙур үҙәк, тармаҡта ҡаланың күпселек халҡы эшләй. Ҡала ситендә боксит мәғдәненең бер нисә ятҡылығы бар, улар XX быуаттың 30-сы йылдарында әүҙем эшкәртелә башлай, 2006 йылға шахталарҙа 200 миллион тонна мәғдән сығарыла[38]. Иҫәпләүҙәр буйынса, әлегә ятҡылыҡтарҙың 40 проценты ғына эшкәртелгән[38], әммә бокситтарға барып етеүе ауыр һәм эшкәртеүгә сығымдарҙың юғары булыуы ятҡылыҡтарҙы табышһыҙ итә[39]. Ҙур сығымдар мәғдән есемдәренең киҫелештә ауыш булыуы һәм шахталарҙы эшкәрткән һайын яңы, тәрәнерәк горизонттар төҙөргә, оҙонораҡ коммуникациялар һалырға тура килеүе менән бәйле.
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ «Древнее озеро» . Архивировано из [blogs.mail.ru/mail/etn52/51649810DBF8ED46.html оригинала] 9 июль 2012 года.
- ↑ Решение от 22 февраля 2006 г. № 16 об утверждении комплексной экологической программы СГО на 2006—2010 годы (недоступная ссылка — история).
- ↑ Температура: Североуральск (недоступная ссылка — история).
- ↑ Североуральск: Давление и осадки (недоступная ссылка — история).
- ↑ http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus59_reg2.php .
- ↑ http://www.MojGorod.ru/sverdlov_obl/severuralsk/index.html .
- ↑ http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus70_reg2.php .
- ↑ http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus79_reg2.php .
- ↑ http://demoscope.ru/weekly/ssp/rus89_reg2.php .
- ↑ http://www.MojGorod.ru/sverdlov_obl/severuralsk/index.html .
- ↑ http://www.MojGorod.ru/sverdlov_obl/severuralsk/index.html .
- ↑ http://www.MojGorod.ru/sverdlov_obl/severuralsk/index.html .
- ↑ http://www.MojGorod.ru/sverdlov_obl/severuralsk/index.html .
- ↑ http://www.MojGorod.ru/sverdlov_obl/severuralsk/index.html .
- ↑ http://www.perepis2002.ru/ct/doc/1_TOM_01_04.xls .
- ↑ http://www.MojGorod.ru/sverdlov_obl/severuralsk/index.html .
- ↑ http://www.MojGorod.ru/sverdlov_obl/severuralsk/index.html .
- ↑ http://www.MojGorod.ru/sverdlov_obl/severuralsk/index.html .
- ↑ http://www.MojGorod.ru/sverdlov_obl/severuralsk/index.html .
- ↑ http://www.gks.ru/bgd/regl/b08_14t/IssWWW.exe/Stg/ur/03-00.htm .
- ↑ http://www.gks.ru/bgd/regl/B09_109/IssWWW.exe/Stg/d01/tabl-21-09.xls .
- ↑ http://sverdl.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/sverdl/resources/c081bf004cb2e2e8b07efb98f842dd0b/численность+и+размещение+населения+свердловской+области.rar .
- ↑ http://www.MojGorod.ru/sverdlov_obl/severuralsk/index.html .
- ↑ http://www.gks.ru/free_doc/doc_2012/bul_dr/mun_obr2012.rar .
- ↑ http://www.gks.ru/free_doc/doc_2014/bul_dr/mun_obr2014.rar .
- ↑ http://www.gks.ru/free_doc/doc_2015/bul_dr/mun_obr2015.rar .
- ↑ http://www.gks.ru/free_doc/doc_2016/bul_dr/mun_obr2016.rar .
- ↑ http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar .
- ↑ http://www.gks.ru/free_doc/doc_2018/bul_dr/mun_obr2018.rar .
- ↑ http://www.gks.ru/free_doc/doc_2019/bul_dr/mun_obr2019.rar .
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/CcG8qBhP/mun_obr2020.rar .
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/tab-5_VPN-2020.xlsx .
- ↑ с учётом городов Крыма
- ↑ Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более (XLSX).
- ↑ СССР. Административно-территориальное деление союзных республик : изменения, происшедшие за время с 1/X 1938 г. по 1/III 1939 г.. — М. : Изд-во Ведомостей Верховного Совета РСФСР, 1939.
- ↑ ipravo.info. Об укрупнении сельских районов, образовании промышленных районов и изменении подчинённости районов и городов Свердловской области - Российский Правовой Портал . ipravo.info. Дата обращения: 20 май 2018. Архивировано из оригинала 20 май 2018 года.
- ↑ 1 2 2 миллиона североуральских самолётов . Дата обращения: 7 май 2011. Архивировано 17 май 2013 года.
- ↑ Эксперты: В случае закрытия СУБРа сырьевая независимость РУСАЛа не пострадает . Дата обращения: 7 май 2011. Архивировано из оригинала 5 март 2016 года.
Һылтанмалар
- Портал администрации Североуральского городского округа
- Североуральск в энциклопедии «Мой город»
- История герба Североуральска
- История Североуральска
- Памятники и достопримечательности Североуральска
Ҡалып:Населённые пункты Североуральского муниципального округа