Красноуфимск

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Красноуфимск
Флаг[d]
Flag of Krasnoufimsk (Sverdlovsk oblast).pngCoat of Arms of Krasnoufimsk (Sverdlovsk oblast).png
Сәғәт бүлкәте UTC+5:00[d]
Почта индексы 623300
Административ үҙәге Красноуфимск округы, Красноуфимск ҡала округы[d][1] и Красноуфимск өйәҙе
Рәсми сайт go-kruf.midural.ru
Халыҡ һаны
Административ-территориаль берәмек Красноуфимск округы и Красноуфимск өйәҙе
Майҙаны
  • 47 км²
Нигеҙләү датаһы 1736
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 210 метр
Рәсем
Урындағы телефон коды 34394
Дәүләт
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Красноуфимск (Красноуфимск ҡәлғәһе)  — Рәсәйҙең Свердловск өлкәһендәге ҡала (1781), Красноуфимск ҡала округы һәм Красноуфимск округы муниципаль берәмегенең административ үҙәге.

Ҡала Ҡариҙел (Ағиҙел йылғаһы ҡушылдығы) буйында, Екатеринбургтан 224 км алыҫлыҡта, урынлашҡан. Красноуфимск аша Екатеринбург — Ҡаҙан тимер юл магистрале һәм автомобиль юлдары Р350 (Ачит — Мәсәғүт) үтә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нигеҙ һалыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1736 йылда Себер даруғаһы Һыҙғы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ҡариҙел (Өфө) йылғаһының уң ярында Һарға йылғаһы һыуҙарын ҡойған урында полковниктар П. Мартаков һәм А. И. Тәвкилев («боласы башҡорттарҙы» тынысландырыр өсөн) хәрби нығытма булараҡ нигеҙ һала. Полковник ошо үҙәндә нығытма төҙөү өсөн иң уңайлы урын таба. Тап ошонда Көңгөр ҡалаһына һөжүм итеү өсөн башҡорттар файҙаланған юл ята. 1734 йылдың 21 апрелендә Тәвкилев Екатеринбургтағы Себер тау заводтары идарасыһы В. Н. Татищевҡа: «Трудно описать, сколько сие место удобно для постройки крепости и поселения людей…», — тип хәбәр итә. Ҡәлғә Ҡариҙелдең бейек уң яҡ ярында урынлашып, көнбайыштан таш һыртына һыйына. Һырттар буйлап пушкалар менән ҡоралланған бастиондар төҙөлә. Артабан, йылға буйлап аҫҡа ҡарай башнялы бейек ағас диуарҙар һуҙыла. Ҡәлғәне нығытыр өсөн тыш яҡтан үрҙәр эшләнә, ә эс яғында — буралған замок, уның эсендә — сиркәү, канцелярия һәм воеводаның йорто.

1736 йылдың 25 июнендә ҡәлғә янында башҡорт баш күтәреүселәре һәм хөкүмәт ғәскәрҙәре араһында алыш була, ул тарихҡа Красноуфимск алышы булараҡ инә.

1736 йылда Ҡыҙыл Яр ҡәлғәһендә 516 кеше һәм 171 йорт иҫәпләнә. Бында элеккесә казак гарнизоны һаҡлана, уға әленән-әле баш күтәргән башҡорттарҙың һөжүмдәрен кире ҡағырға тура килә. Гарнизон пехота ротаһынан һәм Ырымбур казак ғәскәренең 300 казагынан торған. Халҡы башлыса игенселек менән шөғөлләнгән. 1760 йылдар уртаһында ҡәлғә ҡала яны статусы ала һәм ҡала воеводаһы тарафынан идара ителә башлай. 1768 йылда 3 меңгә яҡын кеше иҫәпләнә[3].

Әлеге ваҡытта ҡәлғәлә беренселәрҙән булып төҙөлгән ҡарауыл казак йорто һаҡланып ҡалған. Йорт бик уңайлы урында, йылғаның текә бөгөлөндә, төҙөлгән, эргә-тирә бик яҡшы күренә.

Беренсе казак йорто (2007 йылғы фото)

XVIII—XIX быуаттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XVIII быуаттың икенсе яртыһында Красноуфимскиҙа йәшәүселәрҙең күпселеген казактар тәшкил итә — 475 кеше, 325 мещан, XIX быуат башына өсөнсө гильдия сауҙагәҙәре йөҙҙән саҡ ҡына ашыу кеше булғанлығы мәғлүм. Ҡала халҡы — мещан һәм, беренсе сиратта, сауҙагәрҙәр сауҙа һәм кәсептәр менән шөғөлләнә. Саугәҙәрҙәр Эрбет йәрминкәһенә йөрөп, унда һатылған ҡытай, немец, Рәсәй ебәк туҡыма, ҡағыҙ тауарҙарын һатып алалар, һуңынан уларҙы Красноуфимскиҙа уҙғарылған йәрминкәләрҙә һатҡан, улар йыл һайын 9 майҙа һәм 6 декабрҙә үткән.

Красноуфимск Пермь, Екатеринбург һымаҡ ҙур ҡалаларҙан, тимер юлынан да алыҫ урынлашҡан — 200-ҙән ашыу саҡрым. Ул ваҡытта грунтлы юлдарҙан башҡа бәйләнеш булмау сәбәпле, һыу юлдары менән ебәреү яғын хәстәрләй башларға тура килә. Ҡариҙел йылғаһында бер нисә тимер эшләү заводтары һәм йылға ағымы буйлап бер нисә пристань тора. Һал судоходствоһы Түбәнге Уфалей заводынан Красноуфимскиға тиклем күҙәтелә. Йылға буйлап йөктәрҙе ташыу ваҡыты яҙ-йәй осоронда мөмкин була. 1901 йылда Ҡариҙел йылғаһынан һәм уның ҡушылдыҡтарынан 144 судно һәм 993 һал ебәрелә, башлыса тимер изделиелары, ағас, ағас әйберҙәре һәм иген.

1773 — 1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда Красноуфимск һәм Көңгөр ҡәлғәләләре баш күтәреүселәр районы үҙәгенә әүерелә. Бөтә халҡы ихтилалға ҡушыла, төп өлөшө Салауат Юлаев отряды составына инә. 1774 йылдың мартында ҡәлғә эргәһендә баш күтәреүселәрҙең А.В.Папава етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштары була[3]

1897 йылда, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, өйәҙҙә 261 мең кеше йәшәгән, шул иҫәптән Красноуфимск ҡалаһында — 6,4 мең кеше. Тимер яһау һәм суйын ҡойоу заводтары яҡынса 20 иҫәпләнә. Тау-завод эштәренән тыш, халыҡтың төп шөғөлө — игенселек һәм малсылыҡ.

Ауыл хужалығы ойошмаларының, сәнәғәттә, халыҡ мәғарифы, табип-санитар эшен яҡшыртыуҙа 1870 йылда ойойшторолған Красноуфимск өйәҙ земствоһының ыңғай ролен билдәләп үтергә кәрәк. Эш өсөн земство белгестәрҙе саҡыра: уҡытыусыларҙы, табиптарҙы, статистиктарҙы һәм агрономдарҙы.

1875 йылдың 1 июлендә ҡала реаль училище бүлексәһе асыла. Ауыл хужалығы фәндәре реаль училищеһында 1880 йылдан алып уҡытыла башлай.

XX быуат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1918 йылда большевиктар, халыҡтың ҡаршылығына ҡарамаҫтан, бер нисә руханиҙарҙы атып үлтерәләр. Улар араһында Александр Малиновский, Лев Ершов һәм Алексий Будрин.

1930 йылдарҙа Красноуфимск эре ауыл хужалығы үҙәгенә әүерелә. 1939 йылда Красноуфимск ҡалаһында 23 мең кеше йәшәй.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Красноуфимск тыл ҡалаһы була, бында илдең көнбайышынан 10 төрлө предприятиелар һәм заводтар эвакуациялана, һуғыштың тәүге ике йылында ҡалала 15 мең кеше урынлаштырыла.1942 йылда «Красноуфимск тимер юлсыһы» бронепоезды һәм мунса-поезд төҙөлә. Красноуфимск территорияһында 5 дивизия формалаша, 20 меңдән ашыу кеше фронтҡа алына, уларҙың 8 меңе һәләк була.

1986 йылда Красноуфимск ҡалаһы «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.

Ҡала гербы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Герб (1783)

Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙ ҡалаһының гербы 1783 йылдың 17 июлендә булдырыла.

Халыҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
1856[4]1897[4]1913[4]1926[4]1931[4]1959[5]1967[4]1970[6]1979[7]1989[8]1992[4]1996[4]
24006300780011 70014 90037 31240 00038 37041 24645 61846 10045 600
1998[4]2000[4]2001[4]2002[9]2003[4]2005[4]2006[4]2007[4]2008[4]2009[10]2010[11]2011[4]
45 20044 60044 10043 59543 60042 30041 60040 90040 60040 57139 76539 800
2012[12]2013[13]2014[14]2015[15]
39 55139 35339 30639 252

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/tab-5_VPN-2020.xlsx
  3. 3,0 3,1 КРАСНОУФИМСК ҠӘЛҒӘҺЕ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 4,10 4,11 4,12 4,13 4,14 4,15 4,16 Народная энциклопедия «Мой город». Красноуфимск. Дата обращения: 24 июнь 2014. Архивировано 24 июнь 2014 года.
  5. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  6. Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  7. Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
  8. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  9. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  10. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  11. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Свердловской области. Дата обращения: 1 июнь 2014. Архивировано 1 июнь 2014 года.
  12. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  13. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  14. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  15. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]