Рахманғол
Рахманғол (рус. Рахмангулово) — Свердловск өлкәһенең Красноуфимск округына ҡараған тарихи башҡорт ауылы, Рахманғол территориаль бүлегенең административ үҙәге.
Халыҡ һаны
Тарихы
Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә Рахманғол ауылы Оло-Ҡошсо олоҫо башҡорттары ауылы[4].
1834 йылда үткәрелгән ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 31 йортонда 165 башҡорт йәшәгән[4].
1859 йылда ауылда 282 кеше йәшәгән[4]. X ревизия шулай уҡ ауылда йәшәүсе 60 керҙәште лә теркәгән[4].
Архив сығанаҡтарҙа ауылда йәшәүселәрҙең хужалығы тураһында ла мәғлүмәт һаҡланған[4]. Мәҫәлән, 1842 йылда ауылда йәшәүсе 165 кеше бөтәһе 1280 бот ярма икмәк сәскән[4].
Профессор Ә.З.Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:
|
Башкиры д. Рахмангулово по VIII ревизии 1834 г.
|
Ауылда йәшәүселәр башҡорт халҡының ҡошсо ырыуы вәкилдәре.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, населенных пунктов Свердловской области по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года 2019 йылдың 7 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ 2002 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбе базаһы. 2018 йылдың 15 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.