Биш ауыл
Ауыл | |||||
Биш ауыл | |||||
---|---|---|---|---|---|
|
|||||
56°34′38″ с. ш. 58°06′51″ в. д.HGЯO | |||||
Ил |
![]() |
||||
Федерация субъекты | Свердловск өлкәһе | ||||
Муниципаль район | Красноуфимск округы | ||||
Тарихы һәм географияһы | |||||
Сәғәт бүлкәте | UTC+5:00 | ||||
Халҡы | |||||
Халҡы | |||||
Милли составы | башҡорттар, татарҙар | ||||
Һанлы идентификаторҙар | |||||
Почта индексы | 623300 | ||||
Автомобиль коды | 66, 96 | ||||
ОКАТО коды | 65 224 855 002 | ||||
ОКТМО коды | 65 713 000 111 | ||||
|
Биш ауыл (Бишкәү[2], Биткә[3]; рус. Бишково, Битково) — Свердловск өлкәһенең Красноуфимск округының Рахманғол территориаль бүлегенә ҡараған тарихи башҡорт ауылы.
Халыҡ һаны
2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 98 кеше йәшәй, шул иҫәптән 48 ир һәм 50 ҡатын-ҡыҙ[4].
2002 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 128 йәшәгән[5].
Тарихы
Тарихи сығанаҡтар буйынса Биш ауыл аҫаба башҡорттар ауылы[6]. Рәсәй архив сығанаҡтарында ауыл Бишково, Битково исемдәре аҫтында билдәле. 1834 йылда үткәрелгән ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 10 йортонда 54 башҡорт йәшәгән[6]. 1859 йылда 12 йортта 91 башҡорт теркәлгән[6].
Архив сығанаҡтарҙа шулай уҡ ауылда йәшәүселәрҙең хужалығы тураһында ла мәғлүмәт һаҡланған[6]. Мәҫәлән, 1842 йылда ауылда йәшәүселәр бөтәһе 368 бот ярма икмәк сәскән[6]. Профессор Ә.З.Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:
Башкиры д. Битково по VIII ревизии 1834 г.
|
Ауылда йәшәүселәр башҡорт халҡының ҡошсо ырыуы вәкилдәре.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 374—375. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ Список населённых пунктов (с населением свыше 100 чел. в 1869 г.) зауральских башкир, входивших в Пермскую губернию
- ↑ Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, населенных пунктов Свердловской области по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года 2019 йылдың 7 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ 2002 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбе базаһы. 2018 йылдың 15 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.