Ҡуян (Свердловск өлкәһе)

Ҡуян (рус. Куянково) — Свердловск өлкәһенең Красноуфимск округына ҡараған тарихи башҡорт ауылы.

Халыҡ һаны

2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 116 кеше йәшәй, шул иҫәптән 55 ир һәм 61 ҡатын-ҡыҙ[2].

2002 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 142 кеше йәшәгән[3].

Тарихы

Рәсәй архив документтарында ауыл «Кояново», «Коянково» исемдәре аҫтында иҫкә алына.

Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә Ҡуян ауылы аҫаба-башҡорттар ауылы[4]. 1834 йылда үткәрелгән ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылда 56 аҫаба-башҡорт йәшәһә, 1859 йылда 76 аҫаба теркәлә[4].

Архив сығанаҡтарҙа ауылда йәшәүселәрҙең хужалығы тураһында ла мәғлүмәт һаҡланған. Мәҫәлән, 1842 йылда ауылда йәшәүсе 56 кеше бөтәһе 128 бот ярма икмәк сәскән[4].

Профессор Ә.З.Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

Ауылда йәшәүселәр башҡорт халҡының ҡошсо ырыуы вәкилдәре.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Тема буйынса өҫтәмә