Гидроним
Йылғаның түбәнге ағымында йәшәүсе ненецтар уны Саля-ям («моронло йылға») тип атаған. Ханты һәм манси халыҡтары йылғаға Ас («ҙур йылға»), селькуптар — Квай, Еме, Куай («эре йылға») тип исемләгән. Фараздар буйынса Обь гидронимы «ҡар», «ҡар көртө». «ҡар янында» тип аңлатылған коми телендәге һүҙенән[2], йәки иран телендәге ап («һыу») һүҙенән барлыҡҡа килгән[2].
Гидрография
Оҙонлоғо — 3650 км, бассейн майҙаны — 2 990 000 км².
Алтай тауҙарында Бий һәм Катунь йылғалары ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә.
Башта Обь Алтай крайы буйлап бормаланып башлыса төньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә аға. Һуңынан край һәм Новосибирск өлкәһе араһында сик барлыҡҡа килтерә һәм артабан өлкә буйлап үтә. Томск өлкәһендә Томь һәм Чулым йылғалары менән ҡушыла. Ханты-Манси автономиялы округында Обь йылғаһы Нижневартовск, Сургут, Нефтеюганск ҡалалары аша үтә. Ханты-Мансийск тирәһендә Иртыш менән ҡушыла һәм төньяҡҡа борола. Артабан йылға бер нисә тармаҡтарға һәм ҡылымыҡтарға бүленеп Ямал-Ненец автономиялы округы территорияһы буйлап аға һәм тамағында Обь ҡултығын барлыҡҡа килтереп Кара диңгеҙенә ҡоя.
Ҡушылдыҡтары
Тораҡ пункттары
Инешенән тамағына ҡәҙәр Иртыш буйындағы ҡалалар: Бийск, Барнаул, Новоалтайск, Камень-на-Оби, Новосибирск, Колпашево, Стрежевой, Нижневартовск. Мегион, Лангепас, Сургут, Нефтеюганск, Лабытнанги, Салехард.
Обь-Иртыш бассейнындағы төп порттар һәм пристандәр: Бийск, Барнаул, Новосибирск, Томск, Самусь, Нижневартовск, Сургут, Лабытнанги, Павлодар, Омск, Тобольск, Төмән, Ханты-Мансийск.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ob At Salekhard (ингл.). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года. (Салехард янында)
- ↑ 1 2 Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: Сократ, 2008. — С. 198. — 352 с. — ISBN 978-5-88664-299-5.
- ↑ Белявский П. Е. Иртыш // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
- Латкин Н. В. Обь // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Обь (река) — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- Обь в «Словаре современных географических названий»(недоступная ссылка)
- Обской нахлыст. Книга известного Новосибирского рыболова Сергея Шаталова 2009 йылдың 1 май көнөндә архивланған.
- Кириллов В. В., Безматерных Д. М., Яныгина Л. В., Третьякова Е. И., Кириллова Т. В. Котовщиков А. В., Ермолаева Н. И. Факторы и показатели самоочищения реки Оби // Фундаментальные проблемы воды и водных ресурсов: Матер. III всерос. конф. с междунар. участием (Барнаул, 24-28 августа 2010 г.). — Барнаул: Изд-во АРТ, 2010. — С. 137—140.
- Расход воды у Салехарда за 1930—1999
- Лоция реки Обь 2013 йылдың 5 ноябрь көнөндә архивланған.