Ҡотопсолар көнө
Ҡотопсолар көнө — ҡотоп станциялары хеҙмәткәрҙәренең һәм Алыҫ Төньяҡ шарттарында эшләүсе белгестәрҙең һөнәри байрамы. 2013 йылдың 21 майында Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән Ҡотопсолар ассоциацияһы инициативаһы буйынса ойошторола һәм дәүләт байрамдары исемлегенә индерелә[1]. Байрам датаһы — 21 май, ял көнө тип иҫәпләнмәй.
Тарихы
Ҡотопсолар көнөн байрам итеү «Северный полюс-1» дрейфлау станцияһы асылыу менән бәйле. 1937 йылдың 21 майында лётчик Михаил Водопьянов Төньяҡ полюсында боҙға АНТ-6 самолеты менән дүрт ҡотопсоно һәм ҡорамалдарҙы ҡышлау урынына алып килә. Был Төньяҡ полюсҡа беренсе ултырыу була, һәм уның ваҡытында тормоз парашюты ҡулланыла.
Һуңыраҡ боҙға тағы бер нисә самолет төшә; ҡышлаусылар төркөмөн 45 кеше әҙерләй. Ҡышлауҙа 4 кеше ҡала: станция етәксеһе Иван Дмитриевич Папанин, метеоролог һәм геофизик Евгений Константинович Федоров, радист Эрнст Теодорович Кренкель, гидробиолог һәм океанограф Петр Петрович Ширшов. Станцияға нигеҙ һалыу көнө тип 6 июнь һанала, ул саҡта экспедицияның ваҡытлыса ҡатнашыусылары менән бөтә ҡорамалдар йыйыла һәм самолеттар осоп китергә әҙерләнә. Әммә ҡотопсолар көнөн 21 майҙа — Төньяҡ полюсҡа килгән көндә билдәләргә ҡарар итәләр[2].
Байрамды ойоштороу мәсьәләһен Ҡотопсолар ассоциацияһы президенты Артур Чилингаров тәҡдим итә. Уның тәҡдимен Федерация Советы ағзалары 2012 йылдың декабрендә хуплай, һәм 2013 йылдың апрелендә РФ Президенты менән тура бәйләнеш ваҡытында В. В. Путинға һорау бирәләр. Президент был идеяны хуплай.
|
Байрам итеү ғәҙәттәр
Рәсәйҙең 2 миллион самаһы гражданы Ҡотопсолар көнөн үҙенең һөнәри байрамы тип һанай[4]. Улар араһында:
- геологтар;
- гидрографтар;
- океанологтар;
- хәрбиҙәр;
- төҙөүселәр;
- гляциологтар.
Шулай уҡ был көндө, һөнәренә ҡарамаҫтан, барлыҡ Төньяҡ Себер халҡы байрам итә. Эше Арктика киңлектәре менән бәйле булғандарҙы Ҡотопсолар ассоциацияһы берләштерә — улар төрлө ҡалаларҙа тантаналы, киң күләмле мәҙәни, мәғрифәтселек саралары ойоштора[5]. Арктика һәм Антарктида фәнни-тикшеренеү институты булған Санкт-Петербург ҡалаһында презентациялар, осрашыуҙар, экскурсиялар үтә[6]. Байрам шулай уҡ һөнәре ҡотоп киңлектәрендә талап ителгән белгестәрҙе әҙерләгән профилле уҡыу йорттарында ла билдәләнә[7].
Ҡотопсолар көнө — тотош Рәсәй боҙ менән уратып алынған өсөн түгел, ә төньяҡ райондарҙа ла эре ҡалалар күп булғанлыҡтан дөйөм халыҡ байрамы. Өҫтәүенә, Арктика менән Төньяҡ илгә ҙур күләмле ресурстар бирә. Илдең йәшәйеше өсөн был төбәк бик әһәмиәтле. Ҡотопсолар — ғәҙәти эште башҡаларға ҡарағанда сағыштырғыһыҙ ауыр шарттарҙа башҡарыусылар[3].Оригинал текст (рус.)День полярника — это общенародный праздник, но не потому, что вся Россия скована льдами, а потому, что в северных районах у нас много крупных городов. И ещё потому, что Арктика и Север дают нашей стране огромное количество ресурсов. Этот регион очень ценен для выживания нашей страны. Полярники — это люди, которые делают обычную работу, но в несоизмеримо более тяжёлых условиях, чем другие.
— Дмитрий Киселёв, «Россия сегодня» халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығы етәксеһе
Иҫкәрмәләр
- ↑ Указом Президента установлен День полярника. Президент России (21 май 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2026.
- ↑ Ирина Карелина. День полярника 2024: история и традиции праздника. Комсомольская правда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2026.
- ↑ 1 2 Всероссийский праздник День полярника. Ассоциация полярников. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2026.
- ↑ Юлия Смирнова. Праздник, который приблизил Арктику к народу. Наука и жизнь (23 май 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2026.
- ↑ Анастасия Явтысая. В Москве отметят 10-ю годовщину празднования всероссийского Дня полярника. Ненецкое информационное агентство – 24 (14 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2026.
- ↑ 21 мая - День полярника! Арктический и антарктический научно-исследовательский институт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2026.
- ↑ 21 мая - Всероссийский день полярника. Котласский филиал ФГБОУ ВО "Государственный университет морского и речного флота имени адмирала С.О. Макарова". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 май 2026.