Машина төҙөүселәр көнө
Машина төҙөүселәр көнө (рус. День машиностроителя) — машина эшләү тармағы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы, йыл һайын сентябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнә (2026 йылда — 27 сентябрҙә)[1]. 1966 йылда СССР-ҙа СССР Юғары Советы Президиумы тарафынан булдырыла.
Тарихы
Император Пётр I осоронда мануфактура сәнәғәтен үҫтереү һәм караптар төҙөү өсөн заводтар төҙөү башлана. Был Рәсәй империяһында машина эшләү тармағының барлыҡҡа килеүенә нигеҙ була[2].
XIX быуатта Рәсәй империяһында тимер юлдар төҙөү башлана. Был эште тиҙләтеү өсөн локомотив һәм вагон заводтары ойошторола, тәүге эре машина эшләү предприятиелары — Александровский һәм Сормовский заводтары барлыҡҡа килә[2].
1917 йылдан һуң машина эшләү СССР-ҙың иҡтисадының төп тармаҡтарының береһенә әйләнә[2].
Байрамдың барлыҡҡа килеү тарихы
1966 йылдың 15 авгусында СССР Юғары Советы Президиумының № 139-VII «Машина төҙөүселәр көнөн йыл һайын билдәләү тураһында»ғы Указы менән Машина төҙөүселәр көнө булдырыла. Байрам көнө итеп сентябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе билдәләнә[3].
1980 йылдың 1 октябрендә СССР Юғары Советы Президиумының № 3018-Х «Байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы Указы менән был дата рәсми рәүештә нығытыла[3][1].
Был көндө булдырыуҙың маҡсаты — машина эшләү тармағы хеҙмәткәрҙәренә хөрмәт күрһәтеү.
1966 йылдың 25 сентябрендә Машина төҙөүселәр көнө тәүге тапҡыр билдәләнә[4].
Советтар Союзы тарҡалғандан һуң был традиция Рәсәйҙә, Беларуста, Ҡаҙағстанда һәм Ҡырғыҙстанда һаҡланып ҡалғ[1].
Саралар
Машина төҙөүселәр көнөндә түбәндәге саралар үткәрелә[2]:
- Маҡтаулы исемдәр биреү, рәхмәт хаттары һәм аҡсалата премиялар тапшырыу тантаналары;
- Концертар, йәрминкәләр, фестивалдәр;
- Күргәҙмәләр һәм экскурсиялар;
- Конференциялар һәм семинарҙар.
Был көндә инженерҙарҙы, техниктарҙы, эшселәрҙе, конструкторҙарҙы һәм предприятиелар етәкселәрен, шулай уҡ тармаҡ ветерандарын тәбрикләйҙәр.
Тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә айырыуса ҡаҙаныштары өсөн күкрәк билдәһе тапшырып, «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе» тигән маҡтаулы исем бирелә[5][6]. Предприятиеларҙа хеҙмәт коллективтары өсөн концерттар, һөнәри оҫталыҡ конкурстары, ветерандар менән осрашыуҙар, асыҡ ишектәр көндәре һәм экскурсиялар ойошторола[6]. Ҡайһы бер предприятиелар мәктәп уҡыусылары һәм тармаҡ буйынса махсуслашҡан уҡыу йорттары студенттары өсөн экскурсиялар үткәрә; был йәштәргә ысын етештереү менән танышырға мөмкинлек бирә[2].
2026 йылдағы саралар
2026 йылда Машина төҙөүселәр көнө 27 сентябрҙә билдәләнә. Төп тантаналар ғәҙәттә тармаҡ предприятиеларында үтә: етәкселек тантаналы йыйылыштар үткәрә һәм хеҙмәткәрҙәргә грамоталар, рәхмәт хаттары һәм премиялар тапшыра; дәүләт кимәлендә айырылып торған хеҙмәткәрҙәргә «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе» исеме бирелә[1].
Байрам алдынан, 2026 йылдың 23—25 сентябрендә, Һамарҙа «Экспо-Волга» күргәҙмә үҙәгендә Рәсәйҙең ТОП-15 сәнәғәт предприятиелары иҫәбенә ингән 24-се төбәк-ара махсуслаштырылған «Промышленный салон» күргәҙмәһе үтә. Күргәҙмәлә металл эшкәртеү һәм иретеп йәбештереү ҡорамалдары, лазер технологиялары, металл киҫеү инструменттары, аддитив технологиялар (сәнәғәт 3D баҫмаһы), робот техникаһы һәм етештереүҙе автоматлаштырыу ҡорамалдары күрһәтелә. Сара Һамар өлкәһенең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ярҙамында үткәрелә[7][8].
Үткән йылдарҙағы саралар
2021 йылда Һамарҙа «Струковский баҡсаһы» паркында «Идеянан машинаға тиклем. Фән, технологиялар, производство» исемле күргәҙмә-йәрминкә ойошторола[9].
2024 йылда Һамарҙа «Экспо-Волга» комплексы майҙансыҡтарының береһендә Машина төҙөүселәр көнөнә арналған «Промышленный салон» күргәҙмә-форумы үтә[10]. Мәскәүҙә «Рәсәй» халыҡ-ара күргәҙмә-форумы сиктәрендә бизнес-берләшмәләр, хөкүмәт һәм йәмәғәт-сәйәси ойошмалар вәкилдәре өсөн тәжрибә уртаҡлашыуға арналған эшлекле программа үтә[11].
Башҡортостанда Машина төҙөүселәр көнө
Башҡортостанда Машина төҙөүселәр көнө Рәсәйҙәге кеүек үк сентябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнә; был дата республиканың һөнәри байрамдар календарында ла күрһәтелгән[12]. Республиканың оборона-сәнәғәт һәм машина эшләү комплекстарында авиация һәм автомобиль двигателдәре, вертолёттар, автобустар, троллейбустар, нефть һәм газ тармаҡтары өсөн ҡорамалдар, электр техникаһы һәм приборҙар етештерелә. Тармаҡ предприятиелары иҫәбенә Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе, «Гидравлика» Өфө агрегат заводы, Күмертау авиация производство предприятиеһы, Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводы, «Витязь» машина эшләү компанияһы, «ИНМАН», БПО «Прогресс» һәм башҡа ойошмалар инә[13].
Республикала етештерелгән авиация двигателдәре, вертолёттар һәм пилотһыҙ осоу аппараттары илдең оборона һәләтен нығытыуға һәм граждан авиацияһын үҫтереүгә хеҙмәт итә; Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров заманса машина эшләүҙе экспорттың мөһим өлөшө тип баһалаған[14].
Машина төҙөүселәр көнө уңайынан республиканың предприятиеларында тантаналы йыйылыштар үткәрелә, хеҙмәт алдынғылары һәм тармаҡ ветерандары хөрмәтләнә. 2024 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Нефтекама автомобиль заводында эшләгән Ғарифйәновтар, Хәсәновтар, Нурғәлиевтар, Хафизовтар, Мостаҡимовтар хеҙмәт династияһы тураһында хәбәр итте; уларҙың «НЕФАЗ»дағы дөйөм хеҙмәт стажы 177 йыл тәшкил иткән[15].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 День машиностроителя в 2026 году: дата, история и традиции праздника в России. Lenta.RU (16 ғинуар 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 День машиностроителя в 2026 году: новые горизонты промышленности. ВФокусе Mail. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2026.
- ↑ 1 2 День машиностроителя в России. РИА Новости (29 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2026.
- ↑ День машиностроителя в России. РИА Новости (25 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2026.
- ↑ Положение о почетном звании «Почетный машиностроитель». Гарант. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2026.
- ↑ 1 2 День машиностроителя в 2025 году: история и традиции праздника. Комсомольская правда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2026.
- ↑ Пресс-релиз выставки «Промышленный салон — 2026». Выставочная компания «Экспо-Волга». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2026.
- ↑ Промышленный салон — 2026 в Самаре. ExpоNet. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2026.
- ↑ В Самаре пройдёт выставка в честь Дня машиностроителя. Lenta.RU (17 сентябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2026.
- ↑ Александра Тайбатрова. В преддверии Дня машиностроителя в Самаре проведут выставку «Промышленный салон». Комсомольская правда — Самара. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2026.
- ↑ День машиностроения. Международная выставка-форум «Россия». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2026.
- ↑ Календарь профессиональных праздников. Министерство семьи, труда и социальной защиты населения Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2026.
- ↑ Предприятия оборонно-промышленного комплекса и машиностроения Республики Башкортостан. Министерство промышленности и энергетики Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2026.
- ↑ Премьер-министр Башкирии: «Современное машиностроение является важной экспортной составляющей». ИА «Башинформ» (24 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2026.
- ↑ Радий Хабиров рассказал о династии машиностроителей из Башкирии. ИА «Башинформ» (29 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 август 2026.