Бронза быуаты

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бронза быуаты
Башланыу датаһы б. э. т. 3300, б. э. т. 3200 и б. э. т. 3100
Хөрмәтенә аталған бронза
Тамамланыу датаһы б. э. т. 1200, б. э. т. 300 и б. э. т. 600
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Тимер быуат
Рәсем
Алдараҡ килеүсе Таш быуат и Энеолит
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Бронза быуат — кешелек тарихы дәүере археологик мәғлүмәттәре нигеҙендә бүленгән (б. э. т. XXXV/XXXIII—XIII/XI быуаттар), бронзанан эшләнгән әйберҙәрҙең алдынғы роле менән ҡылыҡһырланған дәүер: ул мәғдән ятҡылыҡтарынан алынған баҡыр һәм ҡурғаш кеүек металлдарҙы эшкәртеүҙең яҡшыртылыуы һәм артабан бронза алыу менән бәйле булған. Бронза быуаты, баҡыр быуатты алмаштырған һәм тимер быуатынан алдараҡ килгән иртә тимер дәүеренең икенсе, һуңғы фазаһы булып тора. Төрлө мәҙәниәттәрҙә бронза быуатының хронологик сиктәре төрлөсә.

Дөйөм осорҙарға бүлеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иртә, урта һәм һуңғы бронза быуаттарына бүлеү ҡабул ителгән. 8-10 млн км² ашыу металл зоналарының Бронза быуаты башында металл менән мәҙәниәттәр зонаһы 8—10 млн км²-ҙан да артыҡ майҙанды биләмәһә, уның ахырына 40—43 млн км²-ға тиклем артҡан. Бронза быуаты дауамында бер нисә металлургия провинцияһы формалашҡан, үҫешкән һәм алмашынған.

Иртә бронза быуаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төньяҡ Кавказдағы Майкоп мәҙәниәте —бронза уйлап сығарыу ихтимал булған урындыр

Баҡыр быуатты бронза быуатынан айырып торған сик а, тарҡалыу була. Балҡан-Карпат металлургия провинцияһының (б. э. т. 1-IV мең йыллыҡтың 1-се яртыһы)[1] тарҡалыуы һәм Циркумпонтий металлургия провинцияһының (яҡынса б. э.т. XXXV/XXXIII быуаттар) формалашыуы. Иртә һәм урта бронза быуаттары дауамында өҫтөнлөк иткән Циркумпонтий металлургия провинцияһы сиктәрендә Көньяҡ Кавказ, Анатолия, Балҡан-Карпат төбәгендә, Эгей утрауҙарында баҡыр мәғдәне запастары асылды һәм эшкәртелә башланы. Уларҙан көнбайышҡа Көньяҡ Альп, Иберия ярымутрауы, Британия утрауҙары тау-металлургия үҙәктәре, көньяҡҡа һәм көньяҡ-көнсығышҡа, Пакистанға тиклем, Мысыр, Ғәрәбстан, Иран һәм Афғанстан мәғдәнгә бай мәҙәниәттәре эшләп торған.

Бронза алыу урыны һәм ваҡыты яҡшы билдәле түгел. Бронза бер үк ваҡытта бер нисә урында асылған тип фаразлап була. Ҡурғаш ҡушымталы иң иртә бронза эшләнмәләре Ираҡта һәм Иранда табылған һәм б. э. т. IV мең йыллыҡ тип билдәләнә Мышьяк ҡушылған бронза эшләнмәләр Анатолияла һәм Кавказдың ике яғында ла б. э. т. иртә lll мең йыллыҡта етештерелгән. Майкоп мәҙәниәтенең ҡайһы бер бронза эшләнмәләре б. э. т. lV мең йыллыҡ уртаһы менән билдәләнә. Был, әлбиттә, бәхәсле мәсьәлә һәм анализдарҙың башҡа һөҙөмтәләре шул уҡ Майкоп бронза эшләнмәләренең б . э. т. lll мең йыллығы уртаһында етештерелеүен күрһәтә.

Бронза быуаты башынан Евразияның ике кешелек берләшмәһе барлыҡҡа килә һәм әүҙем үҙ-ара йоғонто яһап йәшәй башлай. Үҙәк йыйырсыҡлы тау теҙмәләре билбауынан көньяҡҡараҡ (Саян-Алтай — Памир и Тянь-Шань — Кавказ — Карпат — Альп) ҡатмарлы социаль структуралы, малсылыҡ менән комплекста игенселеккә нигеҙләнгән йәмғиәттәр формалашҡан, бында ҡалалар, яҙыу, дәүләттәр барлыҡҡа килгән. Төньяҡҡараҡ, Евразия далаларында малсылыҡ менән йәшәгән хәрәкәтсән һәм һуғышсан йәмғиәттәр формалашҡан.

Урта бронза быуаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ирандағы Фарстан, Марвдаштан б. э. т. III мең йыллыҡ аҙағындағы һыҙыҡлы элам яҙмалы көмөш кубок

Уртаса бронза быуатта (б. э. т. XXVI/XXV-XX/XIX быуаттар) металл культуралар менән мәшғүл зоналар (башлыса төньяҡҡа) киңәйә. Циркумпонтий металлургия провинцияһы башлыса үҙ структураһын һаҡлай һәм Евразия металлургия усаҡтарының үҙәк системаһы булып ҡала.

Һуңғы бронза быуаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуңғы бронза быуатының башы булып б. э. т. III һәм II меңйыллыҡтар сигендә Циркумпонтий металлургия провинцияһының тарҡалыуы һәм Циркумпонтий металлургия провинцияһының үҙәк усаҡтарында ғәмәлдә булған тау-мәғдән етештереүенең (производство) мөһим һыҙаттарын төрлө дәрәжәлә сағылдырыусы яңы металлургия провинцияларының тотош сылбыры формалашыуы торған.

Һуңғы бронза быуатының металлургия провинциялары араһында Циркумпонтий металлургия провинцияһының традицияларын мираҫ итеп алған Евразия дала металлургия провинцияһы (8 млн км²-ға тиклем) иң ҙуры булған[2]. Көньяҡтан уға майҙаны буйынса бәләкәй, әммә изделие формаларының айырыуса байлығы һәм төрлөлөгө, шулай уҡ иретмәләренең характеры менән айырылып торған Кавказ металлургия провинцияһы[3] һәм Иран-Афған металлургия провинцияһы сиктәш булған[4]. Саян-Алтайҙан Һинд-Ҡытайға тиклем формалашыу характеры буйынса ҡатмарлы Көнсығыш Азия металлургия провинцияһының етештереү үҙәктәре таралған[5]. Төньяҡ Балҡандан Европаның Атлантик океан ярына тиклем йәйелгән Европа металлургия провинцияһының юғары сифатлы эшләнмәләренең төрлө формалары башлыса бай һәм күп һанлы ҡаҙылмаларҙа тупланған[6]. Көньяҡтан уға Европа металлургия провинцияһынан етештереү алымдары һәм эшләнмәләрҙең формалары менән байтаҡҡа айырылған Урта диңгеҙ металлургия провинцияһы сиктәш булған.

Бронза быуатының һәләкәте осоронда баҫып алыуҙар, емертеүҙәр һәм халыҡтың күсенеү ихтималлығы, яҡынса б. э. т. 1200 йыл

Б. э. т. XIII—XII быуаттарҙа бронза быуаты һәләкәт кисерә: Атлантик океандан алып Тымыҡ океанға тиклем бөтә киңлектә — бер нисә йөҙ йыллыҡтар дауамында — б. э. т. X—VIII быуатҡа тиклем мәҙәниәттәр үҙгәрә һәм тарҡала, халыҡтарҙың ҙур күсенеүе бара. Иртә тимер быуатына күсеү башлана[7]. Бронза быуаты ҡалдыҡтарының күпселеге кельт территорияһында (Атлантик Европа) оҙағыраҡ һаҡланды.

Дала һыҙатындағы бронза быуаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡурған фаразы элек Ҡара диңгеҙ буйы далаларында урынлашҡан бер бөтөн булған прото-һинд-европа берлегенең һуңғы бронза осорона тарҡала барған ваҡытына алып килә. Төрлө һинд-европа телдәрендә бронзаны билдәләү бер тамырҙан сыҡҡан. Мария Гимбутас һәм уның менән бер ҡарашта тороусылар иртә бронза быуатының катакомба (соҡор) мәҙәниәтен прото-һинд-европа осорона индерә[8] и ямная[9][10].

Б. э. т. II мең йыллыҡ башына һинд-европа ҡәбиләләренең көнсығышҡа һәм көнбайышҡа таралыуы башлана. Һинд-ирандар менән бәйле тип ҡаралған Андрон мәҙәниәте Үҙәк Евразияның киң арауығын биләй (ҡара: Һынташты, Арҡайым)[11]. Һинд-европалыларҙың таралыу уңыштарының дәлиле — тәгәрмәсле һуғыш арбаларына һәм ҡылысҡа эйә булыуы.

Көньяҡ Себерҙәге бронза быуаты мәҙәниәттәре көнбайыштан европеоид килеүселәрҙең — беренсе сиратта, Ҡарасуҡ мәҙәниәте һәм Тагар мәҙәниәте йоғонтоһо менән билдәләнә[5]. Меңәр километрға һуҙылған территорияла (Сеймин-турбин феномены) оҡшаш ҡоралдар табыуҙы археологтар, б. э. т. XVI быуаттан башлап, Евразия урман һыҙаты ерле халыҡтары өҫтөнән ҡайһылыр бик хәрәкәтсән дружина элитаһы хакимлыҡ иткәнлеге менән аңлата[12].

Яҡын Көнсығышта бронза быуаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зиккурат в Уре — бронза быуаты шумер архитектураһы һәйкәле

Яҡын Көнсығыта өс осорға түбәндәге ваҡыт билдәләмәһе тап килә (даталар бик яҡынса ғына):

  • РБВ — Иртә бронза быуаты (б. э. т. 3500—2000 йй.)
  • СБВ — Урта бронза быуаты (б. э. т. 2000—1600 йй.)
  • ПБВ — Һуңғы бронза быуаты (б. э. т. 1600—1200 йй.)

Һәр төп осор ҡыҫҡараҡ ярым категорияларға: мәҫәлән, РБВ I, РБВ II, СБВ IIa һ. б. бүленеүе мөмкин.

Яҡын Көнсығышта Бронза быуаты Анатолиянан (хәҙерге Төркиә) башланған. Анатолий ҡалҡыулығы тауҙарында баҡыр һәм ҡурғаштың бай ятҡылыҡтары булған. Баҡыр шулай уҡ Кипрҙа, Боронғо Мысырҙа, Израилдә, Әрмән ҡалҡыулығында[13], Иранда[14] һәм Фарсы ҡултығы тирәләй табылған. Ғәҙәттә баҡыр мышьяк менән ҡатнаштырылған, һәм төбәктә баҡырға үҫә барған һайын Анатолиянан килгән сауҙа маршруттары барлыҡҡа килә. Шулай уҡ диңгеҙ маршруттары менән баҡыр Боронғо Мысырға һәм Боронғо Месопотамияға килтерелгән (импорт).

Иртә бронза быуатына урбанизация, ҡала-дәүләттәр, шулай уҡ яҙма барлыҡҡа килеүе хас (Урук, б. э. т. IV мең йыллыҡ). Урта бронза быуатында төбәктә көстәрҙең мөһим таралып урынлашыуы (аморейҙар, хеттар, хурриттар, гиксостар, ихтимал, израильтяндар) барған.

Һуңғы бронза быуатына төбәктең ҡеүәтле дәүләттәренең һәм уларҙың вассалдарының (Боронғо Мысыр, Ассирия, Бабилон, хеттар, митаннийлылар) көнәркәшлеге хас. Баҡыр мөһим роль уйнаған Эгей мәҙәниәте (ахейҙар) менән киң бәйләнештәр урынлаштырылған. Яҡын Көнсығышта Бронза быуаты профессионалдар даирәләрендә бронза коллапсы тип аталған тарихи күренеш менән тамамлана. Был күренеш бөтә Көнсығыш Урта диңгеҙ буйы һәм Яҡын Көнсығышта сағылыш тапҡан.

Тимер Яҡын Көнсығышта, шулай уҡ Анатолияла, Һуңғы бронза быуатында барлыҡҡа килә. Тимер быуаттың алмашҡа килеүе металлургия өлкәһендәге алға китеш менән түгел, дөрөҫөрәге, сәйәси мотивтар менән билдәләнә.

Бронза быуаты бүлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо яҡын көнсығыш Бронза быуатын түбәндәгесә бүлеү мөмкин:

Европа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Берлин алтын эшләпәһе. Бындай эшләпәләрҙе бронза быуаты кельт ҡанбабалары кейгән

Бронза быуатында Европаға һинд-европалыларҙың үтеп инеүе Иҫке Европаның күп быуатлы үҫешен тамамлаған. Европала бронза быуатының төп мәҙәниәттәре — Унетице мәҙәниәте, Ерләү урналары яландары мәҙәниәте, Террамар мәҙәниәте, Лужицк мәҙәниәте, Белогрудов мәҙәниәте.

Эгей утрауҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Б. э. т. XVII—XVI быуаттарҙа барлыҡҡа килгән беренсе ахей батшалыҡтары — Микен, Тиринф, Пилос — Крит менән тығыҙ мәҙәни һәм сауҙа бәйләнештәре булдырған, микен мәҙәниәтенең миной цивилизацияһынан күп нимә үҙләштергәне культ йолаларында, донъяуи тормошта, художество һәйкәлдәрендә сағылыш тапҡан. Һис шикһеҙ, критлыларҙан суднолар төҙөү сәнғәтен үҙләштергәндәр.

Б. э. т. XV—XIII быуаттарҙа ахейҙар Крит һәм Кикладыны яулаған, колонизировали многие острова в Эгей диңгеҙенең күп кенә утрауҙарын колониялаштырған, Греция территорияһы эсендә һуңғараҡ атаҡлы антик ҡала-дәүләттәренә — Коринф, Афина, Дельф, Фива — әйләнгән күп кенә ауылдарға нигеҙ һалды. Был осор микен цивилизацияһының сәскә атыу ваҡыты тип иҫәпләнә.

Эгей цивилизацияһы ҙур сауҙа селтәре урынлаштырған. Был селтәр Кипрға ҡурғаш һәм ағас күмере индергән (импорт), һәм унда ҡурғаш менән баҡыр иретелеп,бронза етештерелгән. Бронза Урта диңгеҙ буйында ғына түгел, унан ситтә лә бик күп талап ителгән. Баҡырҙың ҡайһы бер өлгөләренә изотоп анализ уның хатта Британия кеүек йыраҡтағы өлкәнән килтерелгәнлеген күрһәтте. Ул осорҙа навигация тигән һөнәр иң киң үҫеш алған. Ул ваҡытҡа навигация яҡынса б. э. 1750 йылына ла өлгәшеп етмәҫлек кимәлгә еткән булған. Мәҫәлән, Эгей диңгеҙе диңгеҙселәре оҙонлоҡто (долгота) билдәләй белгән. Күрәһең, үҙәге Кносста урынлашҡан миной цивилизацияһы был сауҙаны координациялаған һәм һаҡлаған.

Үҙәк һәм Көньяҡ Азия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һинд субконтинентында Бронза быуаты б. э. т. XXXIV быуатта, Һинд йылғаһы үҙәне цивилизацияһы барлыҡҡа килгәндә башланған. Археологик ҡаҙыныуҙар күрһәткәнсә, Хараппа халҡы баҡыр, бронза, ҡурғаш һәм аҡ ҡурғаш менән таныш булған һәм уларҙы эшкәртеүҙең һәм алыуҙың яңы методтарын эшләгән. Һинд һәм Месопотамия мәҙәниәттәре аралығында маргиан цивилизацияһы торған.

Көнсығыш Азия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡытай[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Гоуцзянь ҡылысы

Ҡытайҙағы бронза быуатын ниндәй ваҡыт сиктәренә ҡуйыу буйынса тарихсыларҙың фекере айырыла. Башлыса проблема терминдың үҙендә тора: ул башта таш хеҙмәт ҡоралдарын бронза ҡоралдары алмаштырған һәм артабан бронза эш ҡоралдарын тимер эшләнмәләр ҡыҫырыҡлаған тарихи осорҙо билдәләү өсөн тәғәйенләнгән — йәғни яңы материалды ҡулланыу автоматик рәүештә элеккеһенең иҫкереүен аңлата. Ҡытайға ҡулланғанда, осорҙоң аныҡ сиктәрен билдәләргә маташыу шуның менән ҡатмарлаша: тимер иретеү технологияһының барлыҡҡа килеүе бронза ҡоралдарын ҡулланыуға күрәләтә йоғонто яһамаған: улар тимер ҡоралдар йәнәшә ҡулланышта ҡалған. Бронза эшләнмәләрҙең иң иртә табылғаны Мацзяяо мәҙәниәтенә ҡарай (б. э. т. 3100 — 2700 йылдар); ошо осорҙан йәмғиәт яйлап бронза быуатына юл ала[15][16].

Ҡытай бронза металлургияһы башланыуы Эрлитоу мәҙәниәте менән ассоциялаша. Ҡайһы бер тарихсылар шуға ярашлы тарихи осорҙо Шан династияһына индерергә була тиҙәр, ҡайһылары унан иртәрәк Ся династияһы тураһында һүҙ йөрөтөр кәрәк тиҙәр[17]. Үҙ сиратында, АҠШ Сәнғәт милли галереяһы белгестәре Ҡытайҙағы бронза быуатын б. э. т. 2000 һәм 771 йылдар менән билдәләйҙәр һәм Эрлитоу мәҙәниәте менән, ә кинәт тамамланыуын — Көнбайыш Чжоу династияһының тамамланыуы менән бәйләйҙәр[18]. Бындай трактовка ваҡыт сиктәрен аныҡлығын тәьмин итә, әммә бронзаның ҡытай металлургияһы һәм дөйөм мәҙәниәткә бронзаның мөһимлеген һәм актуаллеген һаҡлауҙы етерлек дәрәжәлә иҫәпкә алмайҙар.

Килтерелгән даталар, мәҫәлән, Боронғо Месопотамияла бронза асылыу дәүере менән сағыштырғанда, һуңғыраҡ осорҙа булғанлыҡтан, күп кенә тикшеренеүселәр был ил халҡы тейешле технологияларҙы үҙ аллы эшләмәгән, ә Ҡытайҙан индергән, тип фаразларға нигеҙ бар тиҙәр. Башҡа ғалимдар, киреһенсә, ҡытай бронза металлургияһы, сит йоғонтоһо факторынан башҡа, автономлы формалашҡан[19][20]. Үҙләштерелеү тураһындағы фекер яҡлылар, атап әйткәндә, тарим мумияларын асыуға һылтана һәм, улар фекеренсә, был технологияларҙың көнбайыштан үҙләштерелеүен дәлилләй[21].

Ҡытай территорияһында тимер осоро Чжоу династияһы заманы менән ассоциациялаша, әммә уны ҡулланыу масштаб минималь дәрәжәлә. Б. э. т. VI быуат менән билдәләнгән ҡытай әҙәбиәте тимер иретеү буйынса ғилем булғанлығын күрһәтә, һәм бронза шул ваҡыттан уҡ археологик һәм тарихи тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә әһәмиәтле урын биләгән[22]. Тарихсы Уильям Чарльз Уайт, Чжоу династияһы хакимлығы тамаланғанға тиклем (б. э. т. 256 йыл) бронзаны тимер ҡыҫырыҡлап сығармаған тип раҫлай, һәм Хань династияһы (б. э. т. 221 йыл) хакимлығы башланғанға тиклем металл һауыттар араһында бронза эшләнмәләре күпселекте тәшкил иткән [23].

«Дин» өсаяғы, һуңғы Шан династияһы

Ҡытай бронза артефакттары, ҡағиҙә булараҡ, йә утилитар-ҡулланма йүнәлешле (һөңгө башаҡтары, уймыр бысаҡтары (лезвия тесел һ. б.), йә боронғо ҡытай ритуаль кәрәк-яраҡтарынан (утварь) — ентекләберәк эшләнгән көнкүреш предметтары өлгөләренән (һауыттар, эш инструменттары, ҡоралдар һ. б.) тора. Миҫалға «Дин ҡорбанлыҡ өсаяғы»н килтерергә мөмкин, һәм теге йәки был айырымлыҡтар менән һыҙатланған башҡа үҙенсәлекле формалар ҙа булған. Беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланған боронғо ҡытай ритуаль монаяты, ғәҙәттә йыш осраҡта таоте (йәнлектәр һәм иблис томшоҡтарын һүрәтләү) мотивында, шулай уҡ төрлө абстракт символдар менән бай биҙәлгән[24]. Шулай уҡ боронғо ҡытай яҙмаһының һаҡланып ҡалған төп тупламдары күп эре эшләнмәләрҙә уҡыла; улар ярҙамында тарихсылар һәм археологтар Ҡытай тарихының, бигерәк тә Чжоу династияһы дауамында (б. э. т. 1046—256 йыл) ағымын күҙәтәләр.

Атап әйткәндә, Көнбайыш Чжоуҙың бронза монаяты төрлө рангтағы йә йәмғиәттә урын тотҡан авторҙарҙың һаҡланған текстарында тасуирланмаған тарихтың киң пласын «документлай». Ҡулъяҙмаларға ҡарағанда, бронзалағы яҙыуҙарҙың һаҡланыу ихтималлығы бәхәсһеҙ. Был яҙмалар, ҡағиҙә булараҡ, дүрт төп өлөшкә бүленә: датаға һәм ваҡиғалар урынына йүнәлтеү, кәүҙәләндерелгән мажараларҙың атамаһы, һөнәрсегә эшләнмәһе алмашына бирелгән тауарҙар исемлеге, һәм бағышлау. Был һауыттар тәьмин иткән сағыштырма терәк нөктәләре тарихсыларға Көнбайыш Чжоу сиктәрендә айырым осорҙар менән ассоциялаштырырға, тимәк, эшләнмәләрҙең эволюцияһын ғына түгел, ә уларҙа тасуирланған ваҡиғаларҙы ла күҙәтеү мөмкинлеген бирә[25].

Һинд-Ҡытай[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Банчиангта (Таиланд) б. э. т. 2100 йылғы бронза артефакттары табылған[26].

Донгшон мәҙәниәтендә бронза барабандары киң ҡулланылған. Улар яҡынса б. э. т. 600 йылдан алып б. э. т. өсөнсө йөҙ йыллыҡҡа тиклем етештерелгән. Был мәҙәниәт Вьетнамдың төньяғында Красный йылғаһына яҡын өлкәләрҙә урынлашҡан [27][28], әммә барабандар Индонезиянан көньяҡ Ҡытайға тиклем арҡыры йәйелгән өлкәлә лә табылған.

Америка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көньяҡ Америка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көньяҡ Америкала мышьяклы бронзанан етештерелгән эшләнмәләр мочика мәҙәниәтенә ҡарай (б. э. I мең йыллығы уртаһы, төньяҡ Перу). Тиуанако һәм Уари мәҙәниәттәре классик аҡ ҡурғашлы бронза етештергән. Инктар дәүләте Тауантинсуйу үҫешкән бронза быуаты дәүләте тип иҫәпләнә ала.

Месоамерика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Берәмек бронза предметтары табылдыҡтары (көньяҡ америка сығышлы булыуы ихтимал) Мексиканың көбайышында эшләнгән. Дөйөм алғанда, «бронза быуаты» термины Месоамерика мәҙәниәттәренә ҡулланылмай (ҡара: месоамерика хронологияһы).

Төньяҡ Африка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо Мысыр һәм төньяҡ-көнсығыш Африканың күп кенә күрше мәҙәниәттәре (мәҫәлән, Нубия) бронза быуаты тарихында мөһим роль уйнаған. Төньяҡ Африкаға бронза быуатының европа мәҙәниәттәре (мәҫәлән, Мароккола ҡыңғырауға оҡшаған кубоктар мәҙәниәте эҙҙәре табылған) үтеп ингән, металлургия унда фәҡәт Финикия тарафынан колониялаштырылыу осоронда, б. э. т. яҡынса 1100 йылда, ә Африка территорияһының башҡа өлөшөндә металлургия ла һуңыраҡ таралған, әммә унда шундуҡ тимер быуат башланған[29].

Бронза быуат архитектураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бронза осоронда монументаль архитектура өҫтөнлөклө әһәмиәткә эйә, һәм уның килеп сығыуы дини ҡараштар үҫеше, ата-бабалар һәм тәбиғәт культы, йәғни йәмғиәттең рухи күҙаллауы менән бәйле. Мегалитик ҡоролмалар бөтә тәүтормош общинаһы тырышлығы менән күтәрелгән һәм ырыуҙың берҙәмлеген аңлатҡан.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Балкано-карпатская металлургическая провинция // БРЭ. Т.2. М.,2005.
  2. Евразийская степная металлургическая провинция // БРЭ. Т.9. М.,2007.
  3. Кавказская металлургическая провинция // БРЭ. Т.12. М.,2008.
  4. Ирано-афганская металлургическая провинция // БРЭ. Т.11. М.,2008.
  5. 5,0 5,1 Восточно-азиатская металлургическая провинция // БРЭ. Т.5. М.,2006.
  6. Европейская металлургическая провинция // БРЭ. Т.9. М.,2007.
  7. Меотская археологическая культура // БРЭ. Т.20. М.,2012.
  8. Катакомбная культура // БРЭ. Т.13. М.,2008.
  9. Арии // БРЭ. Т.2. М.,2005.
  10. Каргалы // БРЭ. Т.13. М., 2008.
  11. Аркаим // БРЭ. Т.2. М.,2005.
  12. СЕЙМИНСКО-ТУРБИНСКИЙ ТРАНСКУЛЬТУРНЫЙ ФЕНОМЕН — Уральская Историческая Энциклопедия 2015 йылдың 12 февраль көнөндә архивланған.
  13. Лчашен // БРЭ. Т.18. М.,2011.
  14. Луристанские бронзы // БРЭ. Т.18. М.,2011.
  15. Martini, I. Peter. Landscapes and Societies: Selected Cases (билдәһеҙ). — Springer, 2010. — С. 310. — ISBN 90-481-9412-1.
  16. Higham, Charles (инг.)баш. Encyclopedia of ancient Asian civilizations (инг.). — Infobase Publishing (инг.)баш., 2004. — P. 200. — ISBN 0-8160-4640-9.
  17. Chang, K. C.: «Studies of Shang Archaeology», pp. 6-7, 1. Yale University Press, 1982.
  18. Teaching Chinese Archaeology, Part Two — NGA. Nga.gov. Дата обращения: 17 ғинуар 2010. Архивировано 14 апрель 2013 года. 2013 йылдың 5 февраль көнөндә архивланған.
  19. Li-Liu; The Chinese Neolithic, Cambridge University Press, 2005
  20. Shang and Zhou Dynasties: The Bronze Age of China Heilbrunn Timeline Retrieved May 13, 2010
  21. Jan Romgard. Questions of Ancient Human Settlements in Xinjiang and the Early Silk Road Trade, with an Overview of the Silk Road Research Institutions and Scholars in Beijing, Gansu, and Xinjiang (инг.) // Sino-Platonic Papers (инг.)баш. : journal. — 2008. Архивировано 6 февраль 2012 года.
  22. Barnard, N.: «Bronze Casting and Bronze Alloys in Ancient China», p. 14. The Australian National University and Monumenta Serica, 1961.
  23. White, W. C.: «Bronze Culture of Ancient China», p. 208. University of Toronto Press, 1956.
  24. Erdberg, E.: «Ancient Chinese Bronzes», p. 20. Siebenbad-Verlag, 1993.
  25. Shaughnessy, E. L. «Sources of Western Zhou History». University of California Press, 1982.
  26. Penn Museum — University of Pennsylvania Museum of Archaeology & Anthropology 2009 йылдың 1 июнь көнөндә архивланған.
  27. Донгшон // БРЭ. Т.9. М.,2007.
  28. Лунгхоа // БРЭ. Т.18. М.,2011.
  29. Кирей Н. И. Этнография народов Африки. М., 1983. С. 26.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бронзовый век. Европа без границ. Четвертое - первое тысячелетия до н. э. = Bronzezeit. Europa ohne Grenzen. 4.-1. Jahrtausend v. Chr. : каталог выставки / Гос. Эрмитаж, Гос. музеи Берлина Прусское культурное наследие [и др. ; науч. ред. Ю. Ю. Пиотровский]. — СПб.: Чистый лист, 2013. — 646 с. — ISBN 978-5-90152-838-9.
  • Черных Е. Н., Авилова Л. И., Орловская Л. Б. Металлургические провинции и радиоуглеродная хронология. М., 2000.
  • Черных Е. Н., Кузьминых С. В. Древняя металлургия Северной Евразии (сейминско-турбинский феномен). М., 1989.
  • A.F. Harding. European Societies in the Bronze Age. Camb., 2000.
  • Chernykh E.N. Ancient Metallurgy in the USSR. The Early Metal Age. Cambridge, 1992.
  • Metallurgy in Ancient Eastern Eurasia from the Urals to the Yellow River. Linduff (ed.). K., The Edwin Mellen Press, Ltd. 2004.
  • The Bronze Age Civilization in Central Asia. Armonk. Kohl F.L. (ed.). N.Y., 1981.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Бронзовый век Евразии