Таш быуат менән Бронза быуаты менән сағыштырғанда, Тимер быуаттың оҙайлығы ҙур түгел. Уның башын б. э. т. I меңйыллыҡ башына (б. э. т. IX—VII бб.) ҡайтаралар — тап ошо осорҙа Европа һәм Азияның тәүтормош ҡәбиләләре үҙ аллы тимер ҡоя башлаған. Күп кенә тикшеренеүселәр тимер быуаттың аҙағын б. э. I б. — боронғо рим тарихсылары Европалағы ҡәбиләләр тураһында яҙып ҡалдырған осорға ҡарата тип билдәләй.
Метеорит тимеренән яһалған иң иртә предметтар Иранда (б. э. т. VI—IV мең йыллыҡтар), Ираҡта (б. э. т. V мең йыллыҡ) һәм Мысыырҙа (б. э. т. IV тысячелетие мең йыллыҡ). Месопотамиялағы тәүге тимер предметтар б. э. т. III мең йыллыҡ менән билдәләнгән. Шулай уҡ тимер предметтар Көньяҡ Уралда Соҡор мәҙәниәтендә (б. э. т. III мең йыллыҡ) һәм Көньяҡ Себер Афанасьев мәҙәниәтендә (б. э. т. III мең йыллыҡ) табылған. Бынан башҡа, Төньяҡ Американың төньяҡ-көнбайышында йәшәгән эскимостар һәм индейҙар һәм Ҡытайҙа Чжоу династияһы осорона ҡараған тимер предметтар табылған[6].
Тимер металлургияһы беренсе сиратта б. э. т. II һәм I мең йыллыҡтар сигендә үк тимер хеҙмәт ҡоралдары ҡуллнылған Алғы Азияла, Һиндостанда һәм Көньяҡ Европала таралған. Төньяҡ Европала тимер эшкәртеү технологияһы бары тик б. э. т. VII быуатта ғына, Боронғо Мысырҙа — б. э. т. VI быуатта, Алыҫ Көнсығыш илдәрендә — б. э. т. VII—V быуаттарҙа ғына таралған.[4]
Б. э. т. XIII быуатта тимер етештереү технологияһының таралыу тиҙлеге арта. Б. э. т. XII быуатҡа Сүриәлә һәм Фәләстиндә тимер ала белгәндәр, ә б. э. т. IX быуатҡа тимер бронзаны ҡыҫырыҡлап сығарған, ә уның менән сауҙа итеү бөтә ерҙә лә таралған. Тимерҙе экспортлауҙың төп юлы Ефрат йылғаһы үҙәненән һәм Төньяҡ Сүриә тауҙарынан көньяҡҡа, һәм понтий колониялары аша — төньяҡҡа үткән. Был юлды тимер юлы тип атағандар[6].
Кипр утрауында тимер эшләнмәләр б. э. т. XIX быуатта уҡ билдәле булған, әммә Эгей диңгеҙе буйында тимерҙе алыуҙың үҙ технологияһы фәҡәт б. э. т. I мең йыллыҡ башында ғына барлыҡҡа килә. Яҡынса б. э. т. XII—XI быуаттарҙа Көнсығыш Урта диңгеҙ буйында (Кипрҙа йәки Фәләстиндең тарихи өлкәһендә) тимерҙе углеродлау һәм сыныҡтырыу ысулы уйлап сығарыла, һөҙөмтәлә тимер бында бронза менән үҙ- ара көрәшә алған[6].
Әрмәнстан да шулай уҡ, тимер даими ҡулланышҡа б. э. т. IX быуатта ингәнлектән, тимерҙең иртә барлыҡҡа килгән райондарының береһе иҫәпләнә, ә Кавказ аръяғында б. э. т. XV—XIV быуаттарҙа уҡ беренсе тимер эшләнмәләр барлыҡҡа килгән, улар Самтавро һәм Тли (Грузия) ҡәберлектәр комплексында табылған. Тимер эшләнмәләр Урарту дәүләтендә киң ҡулланылған[6].
Грецияла тимер б. э. т. IX—VI быуаттарҙа таралған. Ул Гомер эпостарында (күберәген «Одиссея»ла), ул саҡта бергә киң ҡулланылған бронза менән, телгә алына. Европаға тимер етештереү технологияһы йә Греция — Балҡаны аша, йә Греция — Италия — төньяҡ Балҡан, йә Кавказ — Көньяҡ Рәсәй — Карпат бассейны аша билдәле булғандыр. Көнбайыш Балҡанда һәм Түбәнге Дунайҙа һирәк осрай торған тимер предметтар б. э. т. II мең йыллыҡтың икенсе яртыһында ғына күренә башлаған, ә б. э. т. VIII быуатҡа улар киң таралыш алған[6].
Б. э. т. VII быуатта тимер технологияһы Төньяҡ Европаға үтеп инә. Б. э. т V быуатта уҡ ул бер предметта тимер менән ҡоросто берләштерергә өйрәнгән кельттар тарфынан үҙләштерелгән, һәм был эшкәртеүгә яҡшы бирелгән үткер ситле пластиналар алыу мөмкинлеген биргән. Кельттар был технологияны Боронғо Римгә лә тапшырған. Скандинавияла тимер бронзаны беҙҙең эра башында ғына, Британияла — б. э. т. V быуатҡа ғына ҡыҫырыҡлап сығарҙы. Ә боронғо германдар, Тацит хәбәр итеүенсә, тимерҙе аҙ файҙаланғандар[6].
көнсығыш Европала тимер етештереү технологияһы б. э. т. VIII быуатта үҙләштерелә, табылдыҡтар араһында ҡатмарлы биметалл предметтар ҙа осрай. Шулай уҡ бында байтаҡ иртә ҡоросто цементлау процессын һәм әҙерләүҙе байтаҡ иртә үҙләштергәндәр[6].
Баҡыр һәм ҡурғаш мәғдәненә бай Себерҙә Европаға ҡарағанда һуңғараҡ килә. Көнбайыш Себерҙә тимер предметтарҙы ҡулланыу б. э. т. VIII—V быуаттарҙа башланһа ла, бары тик б. э. т. III быуатта ғын тимер өҫтөнлөк алған. Был осорҙа тимер быуаты Алтайҙа һәм Минусинск соҡоронда ла башланған, ә Көнбайыш Себер урмандарында ул фәҡәт б. э.т. I мең йыллыҡ аҙағында ғына барлыҡҡа килгән.[6]
Көньяҡ-Көнсығыш Азияла тимер б. э. т. I мең йыллыҡ уртаһында башланған, ә б. э. т. II мең йыллыҡ башына ғына киң ҡулланыла башлаған[6].
Ҡытайҙа үҙ эсенә метеорит тимере индергән беренсе биметалл предметтар б. э. т. II мең йыллыҡта ғына күренә, әммә тимер етештереү б. э. т. I мең йыллыҡ уртаһына ғына үҫешкән. Ҡытайҙа тимерлек усағында юғары температуралар булдырырға һәм формаларға иретмә эшләп, суйын алырға байтаҡҡа иртә өйрәнгәндәр[6].
Африкала, күп тикшеренеүселәр фекеренсә, тимер технологияһы бойондороҡһоҙ үҫешкән. Икенсе фараз буйынса, тәүҙә ул үҙләштерелгәндер, әммә һуңынан ул үҙ аллы үҫешкәндер. Бында бик иртә ҡорос алырға өйрәнгәндәр, шулай уҡ бейек цилиндр формаһындағы тимерлек усағын уйлап сығарғандар, һәм уға бирелгән һауаны йылыта башлағандар. Нубияла, Суданда, Ливияла беренсе тимер предметтар яҡынса б. э. т. VI быуаттан билдәле. Африкла тимер быуат б. э. т. I мең йыллыҡтың икенсе яртыһында, ҡайһы бер төбәктәрҙә — таш быуаттан һуң шундуҡ башланған. Шулай итеп, Көньяҡ Африкала, баҡыр мәғдәненең бай ятҡылыҡтары ятҡан Конго йылғаһы бассейнындағы Бөйөк Саваннала, баҡыр етештереү тимер етештереүҙән һуңыраҡ үҙләштерелгән, һәм баҡырҙан тик биҙәүестәр етештергәндәр, ә хеҙмәт ҡоралдары тик тимеҙән генә яһалған[6].
Америкала развитие металлургия үҫешенең үҙенсәлектәре булған. Унда, төҫлө металды иртә эшкәртергә өйрәнеү сәбәпле, бер нисә сығанаҡ булған. Анд тауҙарында бай металл ятҡылыҡтары була, беренсе булып алтын етештереүҙе үҙләштергәндәр, һәм был керамика етештереүҙе үҙләштереү менән бер үк ваҡытҡа тура килгән. Б. э. т. XVIII быуаттан алып б. э. т. II мең йыллыҡтың икенсе яртыһына тиклем бында алтын һәм көмөш эшләнмәләрен киң ҡулланғандар. Перуҙа бик юары баһаланған баҡыр һәм алтын иретмәһе (тумбага) асылған. Мезоамерикала металдар фәҡәт б. э. т. I мең йыллыҡта ғына барлыҡҡа килгән, ә металлургияны майя ҡәбиләләре б. э. VII—VIII быуаттарында ғына үҙләштергән.[6]
Всемирная история: в десяти томах / Ред. И. Лурье, М. Полтавский; глав. ред. E. M. Жуков. — М.: Государственное издательство политической литературы, 1955. — Т. 1. — 748 с. — 100 000 экз.
Железный век. Европа без границ. Первое тысячелетие до н. э. = Eisenzeit. Europa ohne Grenzen.1 Jahrtausend v. Chr. : каталог выставки / Государственный Эрмитаж, Государственные музеи Берлина - Фонд Прусского культурного наследия [и др.] ; [научные редакторы: А. Ю. Алексеев, Манфред Наврот и др. ; переводчики с немецкого языка: Т. П. Калугина и др.]. — СПб.: Чистый лист, 2020. — 719 с. — ISBN 978-5-901528-81-5.
Алексеев В. П., Першиц А. И. История первобытного общества: Учеб. Для вузов по спец. История. — М.: Высшая школа, 1990. — 352 с. (рус.)