Төньяҡ ярымшар

Төньяҡ ярымшар һары төҫ менән билдәләнгән
undefined

Төньяҡ ярымшар (рус. Се́верное полуша́рие) — Ерҙең экваторҙан төньяҡҡа табан урынлашҡан өлөшө[2].

Өҫкө йөҙөнөң 60,7 проценты һыуҙан тора. Унда ҡоро ерҙең 67,3 проценты урынлашҡан һәм Ерҙәге халыҡтың яҡынса 90 проценты йәшәй[3].

Үҙенсәлектәре

Төньяҡ ярымшарҙа йәй июндән авгусҡа тиклем, ә ҡыш — декабрҙән февралгә тиклем дауам итә. Кориолис көсө тәьҫире арҡаһында Төньяҡ ярымшарҙа циклондар, тропик циклондар ваҡытында ел сәғәт уғы хәрәкәтенә ҡаршы йүнәлә, ә антициклондарҙа — кире яҡҡа. Төньяҡ ярымшарҙа Көньяҡ ярымшарға ҡарағанда ҡоро ер күпкә күберәк (67 % — 33 %)[4]. Төньяҡ ярымшарҙа климат 3 ғинуарҙа Ер үҙенең орбитаһы буйынса Ҡояшҡа иң яҡын нөктә аша үтеүе, ә йәйгеһен Ҡояштан иң алыҫлашыуы арҡаһында бер аҙ йомшара.

Төньяҡ ярымшарҙағы ҡитғалар һәм илдәр

Европа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Франция, Бөйөк Британия һәм Норвегияның ҡайһы бер диңгеҙ аръяғы территорияларынан (Буве утрауынан) тыш, географик яҡтан Европаға ҡарамаған, әммә был дәүләттәрҙең өлөшө булған йәки уларҙың суверенитеты аҫтында булған бөтә илдәр.

Азия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көнсығыш Тимор, Индонезияның күпселек өлөшө һәм Мальдивтың бәләкәй өлөшөнән тыш бөтә илдәр.

Төньяҡ Америка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Географик яҡтан Төньяҡ Америкаға ҡарамаған, әммә Ҡушма Штаттар хөкүмәте ҡарамағында булған АҠШ-тың ҡайһы бер территорияларынан тыш, бөтә илдәр.

Көньяҡ Америка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡайһы бер илдәр:

  • тулыһынса:
Венесуэла
Гайана
Суринам
Француз Гвианаһы
  • өлөшләтә:
Бразилия
Колумбия
Эквадор

Африка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төньяҡ ярымшарҙа материктың күп өлөшө урынлашҡан (яҡынса 2⁄3 территорияһы)[2]) — ҡайһы бер илдәр:

  • тулыһынса:
Алжир
Бенин
Буркина-Фасо
Гамбия
Гана
Гвинея
Гвинея-Бисау
Джибути
Мысыр
САДР (өлөшләтә танылған дәүләт)
Кабо-Верде
Камерун
Кот-д'Ивуар
Либерия
Ливия
Мавритания
Мали
Марокко
Нигер
Нигерия
Сенегал
Судан
Сьерра-Леоне
Того
Тунис
КАР
Чад
Эритрея
Эфиопия
Көньяҡ Судан
  • өлөшләтә:
Габон
Конго Демократик Республикаһы
Кения
Конго Республикаһы
Сан-Томе һәм Принсипи
Сомали
Уганда
Экваториаль Гвинея

Океания[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡайһы бер илдәр:

  • тулыһынса:
Маршалл Утрауҙары
Палау
Микронезия Федератив Штаттары
  • өлөшләтә:
Кирибати

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. https://www.lemonde.fr/planete/article/2020/09/23/69-6-c-un-nouveau-record-de-froid-arctique-vieux-de-vingt-huit-ans-exhume_6053321_3244.html
  2. 1 2 Атлас мира. — М.: Фед. служба геодезии и картографии России: Издат. дом ОНИКС, 2000. — С. 448. — ISBN 5-85576-095-2
  3. 90% Of People Live In The Northern Hemisphere - Business Insider (ингл.). Business Insider (4 май 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ноябрь 2015. Архивировано 19 ғинуар 2018 года.
  4. Суша и вода на земном шаре Архивная копия от 16 февраль 2015 на Wayback Machine. Русское географическое общество

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар