Кирибати
| |||||
Девиз: «Te Mauri, Te Raoi ao Te Tabomoa
(Health, Peace and Prosperity) (Һаулыҡ, тыныслыҡ һәм үҫеш)» | |||||
Гимн: «Teirake Kaini Kiribati» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 12 июль 1979 ( Бөйөк Британиянан) | ||||
Рәсми телдәр | инглизсә и кирибати[d] | ||||
Баш ҡала | Көньяҡ Тарава[1][2][3] | ||||
Идара итеү төрө | Президент республикаһы[4] | ||||
Президент | Аноте Тонг | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө |
172 812,34 км² 0 | ||||
Халыҡ • Һаны (2016) • Халыҡ тығыҙлығы |
▲ 115 300[5] чел. (197) 126,87 чел./км² | ||||
ЭТП (ППС) • Бөтәһе • На душу населения |
251 млн[6] долл. 2155[6] долл. | ||||
ЭТП (номинал) • Бөтәһе • Бер кешегә |
195 млн[6] долл. 1672[6] долл. | ||||
Валюта | Австралия доллары (AUD, код 36) | ||||
Интернет-домен | .ki | ||||
Код ISO | KI | ||||
МОК коды | KIR | ||||
Телефон коды | +686 | ||||
Сәғәт бүлкәте | 39 |
Кириба́ти Республикаһы (кириб. Kiribati, ингл. Kiribati /ˌkɪrɪˈbæs, -ˈbɑːti/[8]), рәсми исеме — Кирибати Республикаһы (кириб. Ribaberiki Kiribati[9][10][11], ингл. Republic of Kiribati) — Микронезия һәм Полинезияла урынлашҡан Тымыҡ океан дәүләте. Төньяҡ-көнсығыштан Маршалл Утрауҙары, Микронезия Федератив штаттары, көнбайыштан һәм көньяҡ-көнбайыштан Науру территоиаль һыүҙары, Соломон Утрауҙары һәм Тувалу, көньяҡтан һәм көньяҡ-көнсығыштан Токелау территориаль һыуҙары, Кук Утрауҙары Француз Полинезияһы менән сиктәш.
Карибати Республикаһы 33 бәләкәй атолдан тора, 20-һендә кеше йәшәмәй. Гилберта архипелагында һәм Банаба (Ошен) утрауҙарында 16 утрау, Феникс архипелагында 8 утрау һәм Лайн архипелагында 8 утрау.
Дөйөм майҙаны — 812,34 км². Кирибати халҡы — 103 058 кеше (2010)[12]. Баш ҡалаһы — Көньяҡ Тарава (Баирики)[4].
Бөйөк Британиянан бойондороҡһоҙлоҡ 1979 йылдың 12 июлендә иғлан ителә.
Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Илдең хәҙерге исеме Гилберт утрауҙарын инглизсә «Gilbert Islands» тигән атамаһын урындағы уҡыуҙан килеп сыҡҡан, ул урындағы кирибати телендә [kiɾiːβˠaːs] тип әйтелә һәм Kiribati тип яҙыла[13].
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дөйөм географияһы һәм геологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кирибати — Төньяҡ, Көньяҡ, Көнбайыш һәм Көнсығыш ярымшарҙарҙарҙа бер юлы ике урынлашҡан берҙән-бер дәүләт[14][15].
Кирибати хөкүмәтенең Лайн утрауҙарының ваҡыт бүлкәтен үҙгәртеүе һәм даталар һыҙығының алмашыныуы һөҙөмтәһендә Кэролайн атолы ваҡыт бүлкәтенең иң көнсығыш нөктәһе була, беренсе булып Яңы йылды билдәләй[16]. Кирибати утрауҙарының бер өлөшө иң көнсығыш сәғәт бүлкәтендә — UTC+14 урынлашҡан. Бында Ерҙәге яңы календарь көн иң тәүҙә башлана. Бында тәүлек ваҡыты (сәғәттәр һәм минуттар) Гавайиҙағы ваҡытҡа (UTC-10) тап килә, әммә бер көн алға күсә, шул уҡ ваҡытта Океанияның ҡайһы бер утрауҙарында ваҡыт айырмаһы 25 сәғәт тәшкил итә.
Кирибати утрауҙарының бөтәһе лә атолдар булып тора (Банаба утрауы — күтәрелгән атолл). Чарльз Дарвин теорияһы буйынса, атоллдар вулкан утрауҙарының һыуға батыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә, уның өҫтөндә мәрйендәр яйлап үҫә бара. Һуңынан аҡрынлап мәрйендәр менән ҡоролған барьер рифы ла формалаша. Һөҙөмтәлә атолл ере барлыҡҡа килә[17]. Ғалимдар Маршалл һәм Якобсон Тарава атоллаһы яҡынса 2500 йыл элек барлыҡҡа килгән тигән фаразға килә (2000 йыл)[18]. Гилберт утрауҙары Микронезия тауҙарының һыу аҫты түбәһендә барлыҡҡа килә.
Кирибати Республикаһы 32 уйһыу атолдан һәм 1 күтәрелгән Банаб, йәки Ошен атолынан тора. Дөйөм ҡоро ер майҙаны — 812,34 км²[19]. Республиканың көнбайышынан көнсығышҡа тиклем ара яҡынса 4000 саҡрым тәшкил итә.
Кирибати Республикаһы составына донъялағы иң ҙур (388,39 км²) атолл — Раштыуа Утрауы инә, ул илдең дөйөм ҡоро ер майҙанының 48 процентын биләй.
32 атол һәм бер утрау (Банаба) 4 төркөмгә бүленгән:
- Гилберт архипелагының 16 утрауы, шул иҫәптән Тарава атолы;
- Банаба утрауы (йәки Ошен)[20] — Науру янында;
- Феникс архипелагының 8 утрауы;
- Лайн архипелагының 8 утрауы (Лайн (йәки Үҙәк Полинезия Спорадтары)[21].
Гилберт утрауҙары — Микронезияның көньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге утрауҙар төркөмө. Дөйөм майҙаны яҡынса 279 км² тәшкил итә. Архипелаг сиктәрендә яуым-төшөм иҫәбе буйынса айырылған өс төркөмдө айырып күрһәтергә мөмкин: Гилберттың Төньяҡ утрауҙары (Макин һәм Бутаритари), Гилберттың Үҙәк утрауҙары (Маракеиҙан алып Аранукиға тиклемге бөтә атолдар) һәм Гилберттың Көньяҡ утрауҙары (Ноноутиҙан Арораэға тиклем)[22]. Был архипелагтың Тарава атолы территорияһында дәүләттең баш ҡалаһы — Көньяҡ Тарава урынлашҡан.
Лайн архипелагындағы бөтә утрауҙарҙа, Киритимати, Табуаэран һәм Тераин утрауҙарынан һәм Феникс архипелагындағы Кантон атолынан тыш, кеше йәшәмәй. Күп тар боғаҙҙар менән айырылған атолдар башлыса төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай оҙонса формала һуҙылған. Кирибати атолдарының күпселегендә ҙур булмаған тоҙло лагуналар бар, улар йә тулыһынса ҡоро ер менән (Маракей атолындағы кеүек), йә өлөшләтә (Ноноучи һәм Табитеэа атолдарындағы кеүек) уратып алынған. Маршалл утрауҙары һәм Тувалу менән сағыштырғанда Гилберт утрауҙарындағы лагуналар һай[23] (Тарава атолы лагунаһының максималь тәрәнлеге — 25 метр)[24].
Илдең иң юғары нөктәһе — Банаба утрауында (81 м).
Донъялағы иң ҙур фосфорит запастарының береһе булған Банаба утрауында 1979 йылға тиклем фосфаттар сығарыла, был мөһим экологик проблемалар тыуҙыра. Һөҙөмтәлә был утрау халҡының күпселеге әлеге ваҡытта Фиджи дәүләтенә ҡараған Рамби утрауына күсенә[25]. Шулай уҡ Бөтә донъя иҡтисади зонаһының океан төбөндә тимер-марганец конкрецияларының, шулай уҡ кобальттың ҙур тупланмалары булыуы күҙаллана, әммә әлеге ваҡытта иҡтисади яҡтан маҡсатҡа ярашһыҙ булыу сәбәпле, эшкәртеү эштәре алып барылмай[26].
Кирибати Республикаһы утрауҙарының традицион исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Урыҫ телендә традицион исемдәре | Кирибати телендә традицион исемдәре | Инглизсә атамаһы | Инглиз телендә атмаһы |
---|---|---|---|
Абариринга | Abariringa | Кантон | Canton Island |
Банаба | Banaba | Ошен | Ocean Island |
Киритимати | Kiritimati | Остров Рождества | Christmas Island |
Манра | Manra | Сидни | Sydney Island |
Никумароро | Nikumaroro | Гарднер | Gardner Island |
Орона | Orona | Хулл | Hull Island |
Раваки | Rawaki | Феникс | Phoenix Island |
Табуаэран | Tabuaeran | Фаннинг | Fanning Island |
Тераина | Teraina | Вашингтон | Washington Island |
Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тупрағы һәм гидрологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кирибати утрауҙарына халыҡтың күсенеүе һәм уларҙың боронғо тарихы тураһында бик аҙ билдәле. Әммә хәҙерге Кирибати халҡының ата-бабалары Гилберт утрауҙарына көнсығыш Меланезиянан беҙҙең эраның беренсе мең йыллығы башында килгән тигән фекерҙәр бар. Лайн һәм Феникс утрауҙары европалылар һәм американдар тарафынан асылған ваҡытта кеше йәшәмәй. Әммә был атолдарҙа боронғо кеше булыу эҙҙәре бар. Был ғалимдарҙы Лайн һәм Феникс архипелагтарынан урындағы халыҡтың юғалыу сәбәптәрен эҙләүгә этәрә. Киң таралған фекерҙәрҙең береһе — ҙур булмаған майҙан, башҡа архипелагтарҙан алыҫ, ҡоро климат һәм сөсө һыу етешмәү арҡаһында был утрауҙарҙа йәшәүе сиктән тыш ауыр була. Шуға ла утрауҙа йәшәгән халыҡ тиҙҙән уларҙы ташлап китә.
Утрауҙар тәүге тапҡыр Британ һәм Америка караптары тарафынан XVIII быуат аҙағында — XIX быуат башында асыла. Гилберт утрауҙары тип 1820 йылда Рәсәй сәйәхәтсеһе адмирал Крузенштерн 1788 йылда утрауҙарҙы асҡан инглиз капитаны Томас Гилберт хөрмәтенә атай. Гилберт утрауҙарының традицион атамаһы — Тунгару (кириб. Tungaru)[27].
Беренсе британ күскенселәре утрауҙарға 1837 йылда килә. 1892 йылда Гилберт утрауҙары күрше Эллис утрауҙары менән Британия империяһының протектораты була. 1916 йылда Эллис утрауҙары Гилберт утрауҙары менән берләштерелә һәм берҙәм колония барлыҡҡа килә. Раштыуа утрауы (йәки Киритимати) — 1919 йылда, ә Феникс утрауҙары 1937 йылда колонияның бер өлөшөнә әйләнә.
Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Банаба утрауы һәм Гилберт утрауҙарының күпселек өлөшө, шул иҫәптән Тарава атолы, Япония тарафынан оккупациялана. Тарава — Тымыҡ океан хәрби хәрәкәттәр театрында иң ҡан ҡойошло һуғыштарҙың береһе булған урын (1943 йылдың ноябрендә, колонияның элекке баш ҡалаһы Бетио ауылы эргәһендә Япония һәм Америка армияһы араһында).
1963 йылда колониаль властар колония менән идара итеүҙә тәүге етди реформалар үткәрә. Башҡарма һәм консультатив советтар булдырыла. Һуңғыһына урындағы резидент-комиссар тәғәйенләгән урындағы халыҡ вәкилдәре үтә. 1967 йылда башҡарма совет — Хөкүмәт советы, ә Консультация советы колониаль хакимиәт чиновниктары һәм урындағы халыҡ һайлаған 24 ағза ҡатнашлығындағы Вәкилдәр палатаһы тип үҙгәртелә. 1975 йылда колония Гилберт утрауының һәм Эллис утрауының үҙ аллы колонияларына бүленә. 1978 йылда Эллис утрауҙары бойондороҡһоҙ дәүләт (хәҙерге исеме Тувалу) булып китә. 1979 йылдың 12 июлендә Гилберт утрауҙары (хәҙерге исеме Кирибати Республикаһы) бойондороҡһоҙлоҡ ала. 1983 йылда Америка Ҡушма Штаттары менән Кирибати араһында 1979 йылда төҙөлгән дуҫлыҡ тураһындағы килешеү үҙ көсөнә инә. Уға ярашлы Америка Ҡушма Штаттары Лайн һәм Феникс архипелагтарындағы 14 утрауға дәғүәләрҙән баш тарта һәм Кирибатиҙың бер өлөшө тип таный.
Утрауҙарҙың төп проблемаһы булып халыҡтың тығыҙ урынлашыуы тора. 1988 йылда Тарава халҡының бер өлөшө тығыҙ булмаған утрауҙарға күсерелә. 1994 йылда Тебуроро Тито ил президенты итеп һайлана (1998 йылда ҡабаттан һайлана). 1999 йылда Кирибати Республикаһы Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы була.
2002 йылда ил хөкүмәтенә гәзиттәрҙе ябырға мөмкинлек биргән закон сығарыла. Был хөкүмәткә ҡарамаған гәзит сыҡҡандан һуң күп тә үтмәҫтән була. Тито Тебуроро 2003 йылда ҡайтанан һайлана, әммә 2003 йылдың мартында вазифаһынан бушатыла. 2003 йылдың июлендә оппозиция партияһынан Аноте Тонг президент итеп һайлана.
Мальден һәм Киритимати атолдары XX быуатта АҠШ һәм Бөйөк Британия тарафынан атом ҡоралын, ә 1960-се йылдарҙа — водород бомбаһын һынау өсөн ҡулланыла.
Административ бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кирибати Республикаһы ниндәйҙер административ функция үтәмәгән өс утрау төркөмөнә бүленә[28]. Ул — Гилберт утрауҙары, Лайн утрауҙары һәм Феникс утрауҙары. Үҙидараның төп берәмеге булып утрау советы тора, ул һәр утрауҙа (бөтәһе 21 утрау) бар, Тарава утрауында 3 совет, Табитеяла — 2 совет. Советтарҙың бюджеты урындағы килемдәрҙән тора.
1970-се йылдарҙа Британияның Гилберт һәм Эллис утрауҙары колонияһы 4 округҡа бүленә: Эллис утрауҙары (хәҙер Тувалу), Гилберт утрауҙары, Лайн утрауҙары, Ошен утрауҙары (хәҙер Банаба)[28]. 1974 йылда Феникс утрауҙары айырым округ булып китә (элек Гилберт Утрауҙары округы составына инә). 1975 йылдың 1 октябрендә Эллис утрауҙары бойондороҡһоҙлоҡ ала һәм рәсми рәүештә Тувалу тип атала башлай, ә Гилберт һәм Эллис Утрауҙары колонияһы Гилберт Утрауҙары тип үҙгәртелә. 1979 йылдың 12 июлендә Гилберт Утрауы колонияһы бойондороҡһоҙ дәүләткә әйләнә, яңы исеме — Кирибати Республикаһы. 1979 йылдың 20 сентябрендә Таравала Кирибати Республикаһы менән АҠШ араһында Дуҫлыҡ тураһында килешеү төҙөлә, уға ярашлы АҠШ Лайн һәм Феникс архипелагтарының 14 утрауына: Бирни, Восток, Гарднер (Никумароро), Кантон (элек Бөйөк Британия һәм АҠШ кондоминиумы), Каролайн, Мак -Кин, Молден, Сидни (Манра), Старбак, Феникс (Раваки), Флинт, Хулл (Орона), Эндербери (элек Бөйөк Британия һәм АҠШ кондоминиумы) һәм Раштыуа утрауы (Киритимати) дәғүәләрен ала. Килешеү 1983 йылдың 23 сентябрендә көсөнә инә[29].
№ | Утрауҙар төркөмө | Административ үҙәк | Майҙан, км² |
Халҡы, кеше (2010) |
Тығыҙлыҡ, кеше/км² |
---|---|---|---|---|---|
1 | Гилберт Утрауҙары (Банаба утрауын ҡушып) |
Тарава | 285,52 | 93 791 | 328,49 |
2 | Лайн Утрауҙары | Банана | 498,90 | 9236 | 18,51 |
3 | Феникс Утрауҙары | Кантон | 27,92 | 31 | 1,11 |
Бөтәһе | 812,34 | 103 058 | 126,87 |
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡ һаны | |||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1985 | 1990 | 1995 | 2000 | 2005 | 2010 | 2015 | 2020 | ||
61 226 | ▲67 471 | ▲71 757 | ▲78 158 | ▲83 683 | ▲93 791 | ▲99 633 | ▲108 145 |
Һаны һәм урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кирибати Республикаһы утрауҙарының европалылар асҡан мәлдәге халҡы иҫәбен билдәләүе ярайһы уҡ ауыр. Әммә шуныһы асыҡ: атолдарҙа ул замандарҙа уҡ халыҡ күп була, шуға күрә тыуым кимәлен сикләй[32]. Кирибатиҙы европалылар утрауҙарҙы асҡандан һуң, халыҡтың үрсеүендә һәм социаль ҡоролошонда һиҙелерлек үҙгәрештәр күҙәтелә. Иң элек, Фиджи һәм Гавай утрауҙары плантацияларында эшләү өсөн халыҡты көсләп сығарыу, шулай уҡ сәйәси, иҡтисади һәм дини нигеҙҙәге низағтар тыуҙырған ауырыуҙар һәм ижтимағи тәртипһеҙлектәр сәбәпле, ерле халыҡтың һаны ҡырҡа кәмей.[33][34]. Шуға ҡарамаҫтан, Икенсе донъя һуғышы аҙағынан Кирибатиҙа халыҡ һаны һиҙелерлек арта, ә үлем һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге яҡшырыуҙар һәм илдә йыш осраған ҡоролоҡто кисереп сығырға мөмкинлек биргән импорт тауарҙар һатып алыу һөҙөмтәһендә кәмей[32].
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Кирибати Республикаһы халҡы 103 058 кеше тәшкил итә[12][35], шуларҙың 93 791 кешеһе[12] Гилберт архипелагының дөйөм майҙанының 279,23 км² тәшкил иткән 17 утрауында йәшәй. Илдең баш ҡалаһы Көньяҡ Таравала халыҡ һаны 34 427 кеше тәшкил итә[12]. Гилберт утрауҙарында халыҡ тығыҙлығы төрлөсә. Иң күбе — Көньяҡ Таравала: 1 км²-ға 2443 кеше[12]. Курия атолында иң түбәне: 1 км²-ға 63 кеше[12].
Ҡалған халыҡ Лайн утрауҙарында йәшәй: Киритимати (Раштыуа утрауы), Табуаэрана (Фаннинг утрауы) һәм Терайн (Вашингтон утрауы). Раштыуа утрауының дөйөм халҡы — 5586[12], халыҡ тығыҙлығы км²-ға 14 кеше тәшкил итә[12]. Тераин утрауында халыҡ тығыҙлығы км²-ға 177 кеше[12],, шул уҡ ваҡытта Табуаэрана халҡының тығыҙлығы км²-ға 58 кеше тәшкил итә[12]. Кантон утрауы — Феникс архипелагының кеше йәшәгән берҙән-бер утрауы. Халҡы ни бары 31 кеше[12]. Феникс архипелагындағы башҡа атолдарында кеше йәшәмәй, был сөсө һыуға ҡытлыҡ менән бәйле.
2010 йылда ирҙәр 49,3 % (50 796 кеше[12]), ҡатын-ҡыҙҙар — 50,7 % (52 262 кеше[12]) тәшкил итә. 2010 йылда ҡала халҡының өлөшө — 48,7 % (50 182 кеше[12]), ауыл — 51,3 % (52 876[12]).
1990—1995 йылдарҙа тәбиғи үҫеш кимәле 1985—1990 йылдар менән сағыштырғанда 1,4 % тәшкил итә . — 2,3 %[36]. 2010 йылда 15 йәшкә тиклемге балаларҙың өлөшө — 36,1 %, өлкәндәр һаны 16 йәштән 50 йәшкә тиклем — 51,8 %, 50 йәштән өлкәндәр — 12,1 %[12]. 1990—1995 йылдарҙа ирҙәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо — 57,2 йәш, ҡатын-ҡыҙҙар — 62,3 йәш[36].
Халыҡтың һаҡланып килгән юғары үҫеш темптары илдә йәшәү сифатын ярайһы уҡ кәметә[37]. Утрауҙарҙа халыҡтың күплеге, юлдар төҙөү арҡаһында тупраҡ эрозияһы, ер аҫты һыуҙарының бысраныуы һөҙөмтәһендә атолдарҙың экосистемаһына хәүеф барлыҡҡа килә, ә йылдан-йыл халыҡҡа эсәр һыу етмәй[38].
Этник составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Телдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дин составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сәйәси ҡоролошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дәүләт төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кирибати — суверенлы демократик республика.
Хәҙерге сәйәси система утрауҙа 87 йыл дауам иткән колониаль идара системаһына нигеҙләнгән[39].
Бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, Кирибати Республикаһы Конституцияһы 1979 йылдың 12 июлендә ҡабул ителә, унда президент һәм парламент республикаһының да һыҙаттары күҙәтелә, ул, уны төҙөүселәр фекеренсә, Кирибати йәмғиәтенең эгалитар социаль-сәйәси ҡоролошон яҡшы сағылдыра. Унда дөйөм эгалитаризм йәмәғәт тормошон ойоштороу принцибы булып тора[40].
Закондар сығарыу власы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Закондар сығарыу власының юғары органы — 42 депутаттан торған бер палаталы парламент, улар иҫәбендә: бөтә халыҡ тауыш биреүе менән һайланған 40 депутат, аҡһаҡалдар советы аша Фиджи банабан берләшмәһе тарафынан күрһәтелгән 1 депутат һәм генераль прокурор, юстицияның юғары вазифалы кешеһе. Парламенттың вәкәләтлек мөҙҙәте — дүрт йыл.
Башҡарма власть[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дәүләт һәм хөкүмәт башлығы — президент, йәки беретитенти (кириб телендә Beretitenti), дүрт йылға бөтә халыҡ тауыш биреү юлы менән һайлана. Президентлыҡҡа кандидаттар һаны ҡәтғи билдәләнгән: улар дүрттән һәм икенән артмаҫҡа тейеш. Кандидаттар дөйөм һайлауҙарҙан һуң тәүге съезд ваҡытында парламент ағзалары иҫәбенән һайлана. Артабан был кандидаттар президент һайлауҙарында ҡатнаша. Президент парламент депутаттары араһынан Министрҙар кабинетын тәғәйенләй, уның составына вице-президент йәки кауоман-ни-беретитенти (кириб. Kauoman ni Beretitenti), генераль прокурор һәм унға тиклем министр инә. Министрҙар кабинеты ил парламенты алдында коллектив яуаплылыҡ тотҡан башҡарма орган булып тора.
Суд власы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һайлай округтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сәйәси партиялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡораллы көстәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кирибати Республикаһының үҙ ҡораллы көстәре юҡ. Илдең оборонаһын Австралия һәм Яңы Зеландияның ҡораллы көстәре башҡара.
Полиция[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тышҡы сәйәсәт һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡытай һәм Тайвань менән мөнәсәбәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Европа союзы менән мөнәсәбәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дөйөм ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1994 йылдан 1998 йылға тиклемге осорҙа дәүләттең дәртләндереү иҡтисади сараларына бәйле ярайһы уҡ иҡтисади үҫештән һуң, Кирибати иҡтисады сағыштырмаса яй үҫә. 1999 йылда Эске тулайым продукты күрһәткесе 1,7 процентҡа ғына арта. Был аграр ил иҡтисадында дәүләт секторы өҫтөнлөк итеүен дауам итә. Иҡтисад үҫеүенең әкренәйеүе һәм хеҙмәттәрҙең насар булыуы арҡаһында Азия үҫеш банкыһының 12 Тымыҡ океан дәүләте араһында Кирибати 1999 йылда һигеҙенсе урынды биләй[41].
Был микроилдең үҫешенә ҡоро ерҙең бәләкәй майҙаны ғына түгел, шулай уҡ экологик һәм географик факторҙар, шул иҫәптән донъя баҙарҙарынан алыҫ булыуы, географик тарҡаулыҡ, тәбиғи бәлә-ҡазалар һәм сикле эске баҙар ҙа ныҡ ҡамасаулай[42].
Иҡтисади үҫеш мөмкинлектәре сикләнгәнлектән, тәбиғи ресурстарҙың, хеҙмәт ресурстарының аҙлығы һәм эске тулайым продукттың түбәнлеге, эске баҙарҙың тар булыуы арҡаһында был утрау дәүләте өсөн иҡтисади үҫештең берҙән-бер юлы — мигранттарҙы йәлеп итеү (етештереү факторҙарының береһе булараҡ), башҡа дәүләттәрҙән аҡса һәм аҡса күсереү (финанс күсереүҙәр), дәүләткә (иҡтисадты дәүләт финанслауына) таяныу. Бындай үҫеш моделе ил эсендә ҡулланыуҙың юғары кимәлен һаҡлауға әһәмиәт бирә</ref>.
Кирибати Республикаһы 1979 йылда, Банаба фосфат ятҡылығын үҙләштергәндән һуң, бойондороҡһоҙлоҡ ала, был файҙалы ҡаҙылмалар ил экспортының 85 процентын, ЭТП-ның 45 процентын һәм дәүләт бюджетының 50 процентын тәшкил итә[43]. Шул ваҡыттан алып Кирибатиҙың төп килем сығанағы булып копра һәм балыҡ продукттары тора[44]. Илдә төп эш биреүсе — дәүләт. Мөмкинлектәре булыуға ҡарамаҫтан, ул илдең йәш граждандарын эшкә урынлаштырыу мәсьәләләрен хәл итә алмай, уларҙың күбеһенең белем кимәле етерлек түгел[45]. Кирибатиҙың һуңғы йылдарҙағы тағы бер килем сығанағы булып уның махсус иҡтисади зонаһында балыҡ тотоу хоҡуғына лицензия биреү тора.
Аҡса системаһы и финанс[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыл хужалығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Балыҡ тотоу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тышҡы сауҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бәйләнеш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Туризм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәҙәниәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кирибатиҙа колонияға тиклемге халыҡтың социаль ойошмаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кирибати каноэһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кирибати утрауҙарының бер-береһенән алыҫ булыуы, балыҡтар, төп аҙыҡ-түлек тауарҙарының береһе булараҡ, ил халҡының балыҡ тотоуға һәм каноэ төҙөүгә оҫта.
Аш-һыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Музыка һәм бейеүҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Спорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кирибати Республикаһы олимпия хәрәкәтенә 2003 йылдың июлендә ҡабул ителә, һәм 2004 йылда уҡ был дәүләт Афинала Олимпия уйындарында ҡатнаша. Кирибатиҙан штангасылар һәм атлеттар бер ниндәй ҙә уңышҡа өлгәшмәй[46]. 2002 йылда был ил Беренсе тапҡыр Манчестерҙа үткән Берҙәмлек уйындарында ҡатнаша. Кирибати ауыр атлетика, өҫтәл теннисы һәм триатлон буйынса сығыш яһай[46].
Байрамдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дата | Атамаһы | Инглизсә атамаһы | Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|
1 ғинуар | Яңы йыл | New Year’s Day | дәүләт байрамы |
8 март | Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө | International Women’s Day | |
төрлөсә | Страстная Пятница | Good Friday | дәүләт байрамы |
төрлөсә | Пасханың беренсе көнө | Easter Sunday | |
төрлөсә | Асыҡ дүшәмбе (Светлый понедельник) | Easter Monday | дәүләт байрамы |
18 апрель | Һаулыҡ көнө | Health Day | дәүләт байрамы |
11 июль | Инжил көнө | Gospel Day | дәүләт байрамы |
12 июль | Бойондороҡһоҙлоҡ көнө | Independence Day | дәүләт байрамы |
7 август | Йәштәр көнө | Youth Day | |
10 декабрь | Кеше хоҡуҡтары көнө | Human Rights Day | дәүләт байрамы |
25 декабрь | Раштыуа | Christmas Day | дәүләт байрамы |
26 декабрь | Бүләктәр көнө | Boxing Day | дәүләт байрамы |
31 декабрь | Яңы йыл алды | New Years Eve |
Социаль өлкә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һаулыҡ һаҡлау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәғариф[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ The World Factbook. KIRIBATI (ингл.). CIA. Дата обращения: 29 июнь 2021. Архивировано 8 февраль 2021 года.
- ↑ About Kiribati (ингл.). Kiribati National Tourism Office, Government of Kiribati. Дата обращения: 20 ноябрь 2020. Архивировано 26 июнь 2010 года.
- ↑ Annex A5 — List of countries, territories and currencies (ингл.). Interinstitutional Style Guide (26 май 2020). Дата обращения: 20 ноябрь 2020. Архивировано 25 декабрь 2018 года.
- ↑ 4,0 4,1 Атлас мира: Максимально подробная информация / Руководители проекта: А. Н. Бушнев, А. П. Притворов. — Москва: АСТ, 2017. — С. 93. — 96 с. — ISBN 978-5-17-10261-4.
- ↑ Тихоокеанская региональная информационная система (PRISM) — население: Кирибати (ингл.). Архивировано 7 июнь 2015 года.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 Report for Selected Countries and Subjects . Дата обращения: 22 февраль 2021. Архивировано 28 февраль 2021 года.
- ↑ 7,0 7,1 7,2 https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/australasia
- ↑ "Kiribati", Encyclopædia Britannica, <https://www.britannica.com/place/Kiribati>. Проверено 27 июль 2010. 2022 йылдың 19 апрель көнөндә архивланған. Kiribati: definition of Kiribati in Oxford dictionary (British & World English) . Oxford University Press. Дата обращения: 31 декабрь 2014. Архивировано 27 май 2016 года. 2016 йылдың 27 май көнөндә архивланған.
- ↑ Kiribati 2021 йылдың 4 февраль көнөндә архивланған.. The World Factbook.
- ↑ Publications Office — Interinstitutional style guide — Annex A5 — List of countries, territories and currencies 2018 йылдың 25 декабрь көнөндә архивланған.. Europa (web portal). Retrieved 29 January 2016.
- ↑ Kiribati profile – Facts, BBC (23 May 2013). 24 апрель 2022 тикшерелгән.
- ↑ 12,00 12,01 12,02 12,03 12,04 12,05 12,06 12,07 12,08 12,09 12,10 12,11 12,12 12,13 12,14 12,15 Перепись населения (2010) . Архивировано 10 август 2014 года. 2013 йылдың 30 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Поспелов, 2002, с. 202—203
- ↑ Kiribati . CIA. Дата обращения: 9 март 2012. Архивировано 28 сентябрь 2012 года. 2012 йылдың 7 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Кирибати – единственное государство на Земле, расположенное во всех четырех полушариях . Nat-geo.ru. Дата обращения: 3 ноябрь 2020. Архивировано 25 октябрь 2020 года. 2020 йылдың 25 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Avraham Ariel, Nora Ariel Berger. Plotting the globe: stories of meridians, parallels, and the international date line. — Greenwood Publishing Group, 2006. — P. 154. — 235 p.
- ↑ Darwin C.The structure and distribution of coral reefs. — London, 1842.
- ↑ J. F. Marshall and G. Jacobson. Holocene growth of a mid-Pacific atoll: Tarawa, Kiribati. — Australia, Canberra City: Bureau of Mineral Resources, Geology and Geophysics, 1985
- ↑ Kiribati National Statistics Office. Kiribati 2005. Census of population and housing: provisional tables. Table 1. Population by Ethnic group and Island with Land Area and Density. (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 6 май 2007. Архивировано 10 август 2011 года.
- ↑ Этот коралловый остров без лагуны, лежащий примерно в 400 км к западу от атолла Тарава, часто рассматривается в связи с тесными социальными и политическими связями с островами Гилберта как один из островов этого архипелага.
- ↑ Риф Кингмен, остров Джарвис и атолл Пальмира, также входящие в этот архипелаг, являются территорией США.
- ↑ Catala, R. L. Report on the Gilbert Islands: some aspects of human ecology. — Atoll Research Bulletin, 1957. — № 59. — 1—187 с.
- ↑ Richmond, B.Reconnaissance geology of the Gilbert group, Western Kiribati // SOPAC, Technical Report №. 77. — Suva, 1993.
- ↑ Paulay, G.Benthic ecology and biota of Tarawa Lagoon: influence of equatorial upwelling, circulation, and human predation. — Atoll Research Bulletin, 1985.
- ↑ Л. Мартынов. Как съели (остров) Банаба (русский) // Вокруг света : журнал. — 1975. — 1 ғинуар. — ISSN 0321-0669. Архивировано 17 ғинуар 2013 года.
- ↑ Teiwaki, R.Management of marine resources in Kiribati. — Institute of Pacific Studies,University of the South Pacific, Suva, 1988. — 119—140 c.
- ↑ Jane Resture Kiribati Home Page. Kiribati language. Дата обращения: 11 июль 2007. Архивировано 10 август 2011 года.
- ↑ 28,0 28,1 Administrative Divisions of Countries ("Statoids"). Island Groups of Kiribati. Дата обращения: 13 май 2007. Архивировано 10 август 2011 года.
- ↑ Treaty of Friendship and Territorial Sovereignty. Treaty of Friendship Between the United States of America and the Republic of Kiribati. Дата обращения: 9 июль 2007. Архивировано 10 август 2011 года.
- ↑ Statistical Services Division (билдәһеҙ).
- ↑ Pacific Regional Information System (PRISM) (билдәһеҙ).
- ↑ 32,0 32,1 Bedford, R. and Macdonald B.The population of Kiribati: a review of some myths about migration and depopulation. — Department of Geography, University of Canterbury, Christchurch, 1982
- ↑ Bedford, R. B. Macdonald, and D. Munro. Population estimates for Kiribati and Tuvalu, 1850—1900: review of speculation. — Journal of the Polynesian Society, 1980. — № 89. — 199—246 c.
- ↑ Maude, H. C, and Maude H. E.Tioba and the Tabiteuean wars. — Journal of the Polynesian Society, 1981. № 90. — 307—336 с.
- ↑ обновление данных о численности населения . Дата обращения: 15 июнь 2016. Архивировано 22 май 2016 года.
- ↑ 36,0 36,1 Kiribati National Statistics Office. Social Statistics - Demographic Indicators. Дата обращения: 7 май 2007. Архивировано 10 август 2011 года.
- ↑ Pollard, S. J.The viability and vulnerability of a small island state: the case ofKiribati. — National Centre for Development Studies, Australian National University, Canberra, 1987.
- ↑ Connell, J.Urbanization and settlement in the Pacific. Resettlement policy and practice in Southeast Asia and the Pacific. — Asian Development Bank, Manila, 2000. — 43—53 c.
- ↑ Asia Pacific School of Economics and Government, Australian National University. National Integrity Systems Transparency International Country Study Report Kiribati 2004. Дата обращения: 2 июнь 2007. Архивировано 11 август 2011 года. 2011 йылдың 27 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Van TreaseRegional Security Report : Kiribati. — Natural Pacific Forum Secretariat, Suva, 2002.
- ↑ Asian Development Bank 2000. — Country assistance plan (2001—2003): Kiribati. Asian Development Bank, Manila, 2002
- ↑ Baaro, B.Economic overview. Atollpolitics: the Republic of Kiribati. / Editor H. Van Trease. — Macmillan Brown Centre for Pacific Studies, University of Canterbury, Christchurch, and Institute of Pacific Studies, University of the South Pacific, Suva, 1993. — 161—197 c.
- ↑ Thislethwait, R. and G. Votaw. Environment and development: a Pacific Island perspective. — Asian Development Bank, Manila, 1992.
- ↑ Lawrence, R.Views from the center and the periphery: development projects on Tamana, southern Kiribati. — Pacific Viewpoint, 1985. — № 26. — 547—562.
- ↑ Bertram, G.Economy. The Pacific Islands: environment & society. / Editor M. Rapaport. — Bess Press, Honolulu, 1999. — 337—352 c.
- ↑ 46,0 46,1 Kiribati Athlet Association. More than forty years. Дата обращения: 8 июль 2007. Архивировано 10 август 2011 года.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кирибати Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында. (рус.)
- Официальный сайт Министерства финансов и экономического развития Кирибати (инг.)
- Официальный сайт Министерства туризма Кирибати (инг.)
- Официальный сайт Министерства рыболовства и морских ресурсов Кирибати (инг.)
- Официальный сайт статистики Кирибати (инг.)
Ҡалып:Океания Ҡалып:Содружество наций
Донъя | Был — ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |