Боғаҙ

Пролив Босфор с высоты птичьего полёта
Вид на Ла-Манш с французского побережья
Гибралтарский пролив со скалы Гибралтар
Керченский пролив с Крымского полуострова

Боғаҙ — ике ҡоро ер араһында урынлашҡан һәм ике һыу бассейнын йәки уларҙың өлөшөн бер-береһенә тоташтырып торған тар һыу арауығы[1]. Ошо аранан үткән һыу әйләнеше үҙенсәлектәре менән билдәләнгән үҙенә генә хас гидрологик режим менән ҡылыҡһырлана[2]. Боғаҙ оҙонлоғо, ғәҙәттә, уның киңлегенән ҙурыраҡ. Ер шарындағы иң оҙон боғаҙ — Мозамбик боғаҙы (1 760 километр[1]), иң киңе һәм тәрәне — Дрейк боғаҙы (киңлеге — 950 километр, тәрәнлеге — 5 840 метр)[3].

Боғаҙҙар диңгеҙ бәйләнешендә төп узел булып тора, тимәк, иҡтисади һәм хәрби әһәмиәткә эйә. Хоҡуҡи йәһәттән халыҡ-ара боғаҙҙар айырым категорияға инә[2].

Боғаҙҙарҙың ҡылыҡһырламаһы

Боғаҙҙарҙың төп ҡылыҡһырламаһы сифатында уның оҙонлоғо, тәрәнлеге, иң ҙур һәм бәләкәй киңлеге, йүнәлеше, ағым тиҙлеге билдәләнелә. Суднолар йөрөгән боғаҙҙар өсөн лоциялар эшләнә[1].

Ҡайһы бер боғаҙҙар (Юкатан, Флорида, Наветренный, Корея, Тайвань, Бассов һ.б.) дәүмәлдәре буйынса ҙур булмаған диңгеҙ кеүек[2].

Роле һәм әһәмиәте

Боғаҙҙар, диңгеҙ, ҡултыҡ һәм башҡа һыу бассейндары кеүек үк, Донъя океанында билдәле функция үтәй. Улар һыу бассейндары араһында һыуҙы күсереү — диңгеҙ һыуы менән туҡлыҡлы матдәләрҙе бүлеү буйынса төп ролде уйнай. Икенсе төрлө әйткәндә, боғаҙҙар төбәктәрҙең климат шарттарына һәм биологик төрлөлөгөнә һиҙелерлек йоғонто яһай[4].

Боғаҙ диңгеҙ фаунаһын, диңгеҙҙәрҙә һәм океандарҙа геологик процестарҙы тикшереү мөмкинлеге биргән ҡиммәтле киңлек. Шуға уларҙа бик йыш океанографик суднолар тикшеренеү уҙғара[5].

Боғаҙҙар донъя сауҙаһында һәм төрлө илдәр менән бәйләнештәрҙә мөһим роль уйнай. Диңгеҙ транспорты — хәҙерге транспорт системаһының төп өлөшө. Йыл һайын донъяла 100 миллиард тонна төрлө йөк ташыла, уларҙың 5-тән 4 өлөшөн тап диңгеҙ аша үтә. Мөһим халыҡ-ара боғаҙҙар географияһы диңгеҙҙән йөк ташыуҙың дөйөм бүленешенә буйһона — уларҙың күбеһе Атлантикаға тура килә, икенсе урында Тымыҡ океан тора[4]. Мәҫәлән, Төньяҡ диңгеҙ юлы Арктиканың мөһим боғаҙҙары аша үтә: Карск ҡапҡалары (Вайгач һәм Яңы Ер утрауҙары араһы), Югорский Шары (Вайгач утрауы һәм Югорский ярымутрауы араһы), Вилькицкий (Карск диңгеҙен Лаптевтар диңгеҙе менән тоташтыра) һ.б.[6]

Боғаҙҙарҙың дәүләт-ара мөнәсәбәттәрҙә лә роле ҙур. Төрлө дәүләттәрҙең хәрби судноларының, шул иҫәптән һыу аҫты кәмәләренең дә, боғаҙҙар аша ирекле үтеп йөрөү мөмкинлеге донъяның күп илдәренең мөһим именлек факторы булып тора[7].

Боғаҙҙарҙың классификацияһы

Донъя океанының барлыҡ боғаҙҙарын теге йәки был океан бассейнына ҡарауы, бассейндың эргәһендәге ҡоро ер төрө, иҡтисади әһәмиәте, халыҡ-ара статусы буйынса бүлергә мөмкин[8].

Океан бассейны буйынса боғаҙҙар

  • Бер океан бассейнына ҡараған боғаҙҙар (мәҫәлән, Дарданелла, Цугару).
  • Ике океан бассейнын тоташтырыусы боғаҙҙар (Беринг боғаҙы, Дрейк боғаҙы, Торресов боғаҙы)[9][8].

Ҡитғалар буйынса боғаҙҙар

  • Бер ҡитғаның ике өлөшөн айырып торған боғаҙҙар (Скагеррак, Ормуз).
  • Ҡитғаны эргәһендәге утрауҙан айырып торған боғаҙҙар (Па-де-Кале, Цусима (Корея), Магеллан боғаҙы).
  • Ике утрауҙы айырып торған боғаҙҙар (Бонифачо, Сунда).
  • Ике ҡитғаны айырып торған боғаҙҙар (Гибралтар боғаҙы, Беринг боғаҙы, Баб-эль-Мандеб боғаҙы)[9][8].

Халыҡ-ара хоҡуҡи статусы буйынса

  • Халыҡ-ара суднолар хәрәкәте өсөн файҙаланылған асыҡ диңгеҙ йәки бары тик иҡтисади зона өлөшөн тоташтырған боғаҙҙар. барлыҡ илдәрҙең суднолары һәм осоу аппараттары бындай боғаҙҙар аша транзит үтеү хоҡуғына эйә (Сингапур боғаҙы, Баб-эль-Мандеб боғаҙы һ.б.).
  • Асыҡ диңгеҙ йәки бары тик иҡтисади зона өлөшөн һәм дәүләттәргә ҡараған диңгеҙҙәрҙе тоташтырған халыҡ-ара судноларҙың йөрөүе өсөн файҙаланылған боғаҙҙар (Хуан-де-Фука, Канада һәм АҠШ боғаҙҙары). Улар аша сит ил суднолары транзит үтеү хоҡуғына эйә.
  • Үтеү ваҡыты тулыһынса йәиһә өлөшләтә халыҡ-ара конвенциялар менән көйләнгән халыҡ-ара суднолар хәрәкәте өсөн файҙаланылған боғаҙҙар (Босфор, Төркиә, Боғаҙҙар статусы тураһында Монтрё конвенцияһы)[10][11].

Халыҡ-ара боғаҙҙарҙың хоҡуҡи режимы

1982 йылда БМО-ның III Конференцияһында Территориаль диңгеҙ һәм уның эргәһендәге зона тураһында конвенцияға алмашҡа Диңгеҙ хоҡуғы буйынса БМО Конвенцияһы ҡабул ителә. Документ 1994 йылда көсөнә инә һәм 2020 йылға 160 ил тарафынан ратификациялана[10][11].

Халыҡ-ара суднолар файҙаланған боғаҙҙарҙа барлыҡ суднолар ҙа транзит хоҡуғын ҡуллана. Башҡа осраҡтарҙа тыныс йөрөү хоҡуғы ҡулланыла[10].

Халыҡ-ара статусы булмаған боғаҙҙарҙың хоҡуҡи режимы яр буйы дәүләтенең ҡанундары һәм ҡағиҙәләре менән билдәләнә[10].

Үтеү электән төҙөлгән килешеүҙәр буйынса көйләнгән ҡайһы бер боғаҙҙар ҙа бар. Мәҫәлән, Дания боғаҙы («1857 йылда Зунда боғаҙы аша үткәндә суднолар һәм йөк өсөн алынған пошлинаны бөтөрөү тураһында»), Төркиә боғаҙҙары («1936 йылда Босфор һәм Дарданелла боғаҙҙарының статусы тураһында Монтрё конвенцияһы»), Магеллан боғаҙы («Аргентина менән Ҡытай араһында сик тураһында 1881 йылғы килешеүе»), Тиран боғаҙы («Мысыр менән Израиль араһында 1979 йылғы килешеү») һ.б.[12]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Боғаҙҙар статусы тураһында Монтрё конвенцияһы
  • Халыҡ-ара суднолар йөрөүө өсөн файҙаланылған боғаҙҙар
  • Ҡатнаш режимы территория
  • Транзит үткәүеле
  • Боғаҙҙар тураһында Лондон конвенцияһы (1841)

Әҙәбиәт

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Пролив // Большая советская энциклопедия в 30 т. / под ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М: Советская энциклопедия, 1969. — Т. 21. — С. 210.
  2. 1 2 3 Самойлов К. И. Морской словарь в 2 томах. — М-Л: Государственное военно-морское издательство НКВМФ СССР, 1941. — Т. 2. — С. 700—701. — 1047 с.
  3. Что в географии называют проливом? Определение, примеры и типы. Природа мира (26 март 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2023.
  4. 1 2 Панов Б. Н. География водных путей // Конспект лекций для курсантов специальности "Судовождение" Керченский государственный морской технологический университет. — Керчь, 2021. — С. 20—23.
  5. Хасая Н. М. Международные проливы: регулирование, география, конфликты // Скиф : журнал. — 2021. — № 8 (60). — С. 85—88.
  6. Значение Северного морского пути для развития Арктической зоны России. Совет Федерации (14 ноябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2023.
  7. Васильева Н. В. Черноморские проливы – императив российской/советской внешней политики в Восточном Средиземноморье: мифы и геополитические реалии // Славяне и Россия : журнал. — 2017. — № 1. — С. 408—419.
  8. 1 2 3 Пролив это географический объект. ТОПоГИС (Топография. Картография. Геоинформационные системы (18 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2023.
  9. 1 2 Горкин А. П. География: Современная иллюстрированная энциклопедия. — М: РОСМЭН, 2006. — 624 с. — ISBN 5353024435.
  10. 1 2 3 4 Конвенция Организации Объединенных Наций по морскому праву //Часть III: Проливы, используемые для международного судоходства. Организация Объединённых Наций. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2023.
  11. 1 2 Владимир Васильев. Международные проливы. Морские вести России (4 сентябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2023.
  12. Анянова Е. С. Режим охраны мореплавания для проливов, используемых для международного судоходства // Вопросы российского и международного права : журнал. — 2016. — № 3. — С. 117—125.

Тема буйынса өҫтәмә