Дрейк боғаҙы

Дрейк боғаҙы — Атлантик һәм Тымыҡ океандарының көньяҡ өлөштәрен тоташтырыусы боғаҙ. Көньяҡ океанды айырғанда, боғаҙ тулыһынса һәм өлөшләтә уға керергә мөмкин. Төньяҡта боғаҙ Утлы Ер архипелагы (Көньяҡ Америка), ә көньяҡтан — Көньяҡ Шетланд утрауҙары (Антарктида) менән сикләнә. Ер шарында иң киң исемләнгән боғаҙ булып тора, уның иң Является самым широким именованным проливом на Земле — около 820 километров в самой узкой части.

Боғаҙ аша ҡеүәтле «Көнбайыш елдәр ағымы» — Антарктик циркумполяр ағыы үтә.

Боғаҙҙа йыш ҡын штромдар була, улар планетала иң көслөләре булып тора (елдең тиҙлеге 35 м/с һәм тулҡындарҙың бейеклеге 15 метрҙан ашыу). Дрейк боғаҙының башлыса көньяҡ өлөшөндә айсбергтар осрай.

Дрейк боғаҙында Көньяҡ Америка ҡитғаһының һәм Америка континентының иң көньяҡ нөктәһе — Диего-Рамирес утрауҙары һәм Горн мороно урынлашҡан.

Боғаҙ инглиз диңгеҙ пираты Фрэнсис Дрейк исеменә арнап аталған, ул 1578 йылда ошо боғаҙ аша үткән.

Drake-Passage profile hg.png

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә