Юкатан боғаҙы

Юкатан боғаҙы — Куба утрауы һәм Юкатан ярымутрауы араһындағы боғаҙ. Мексика ҡултығы һәм Кариб диңгеҙен тоташтыра.

География

Минималь киңлеге — 217 км. Иң тәрән урыны 2779 м (Кубаутрауы янында)[1].

Юкатан боғаҙы аша көньяҡтан төньяҡҡа Юкатан ағымы (Кариб ағымының дауамы) үтә, уның тиҙлеге 2—9 км/сәғ тәшкил итә[2]. Был ағым Мексика ҡултығында һыуын арттыра һәм ҡултыҡтан Флорида боғаҙы аша сыҡҡан Гольфстримде башлаусы ағымының барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә.

Юкатан боғаҙы Үҙәк һәм Көньяҡ Америкаларынан АҠШ-ҡа һәм Мексикаға барған суднолар өсөн йөрөү юлы булараҡ ҙур әһәмиәткә эйә. Төп порттары: Канкун (Мексика) һәм Ла-Фе (Куба)[2].

Иҫкәрмәләр

  1. Юкатан боғаҙы — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  2. 1 2 Юкатанский пролив(недоступная ссылка) — Словарь современных географических названий

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә