Скагеррак
Скагеррак боғаҙы (Skagerrak) — Скандинавия ярымутрауын Ютландия ярымутрауынан айырыусы һәм Каттегат боғаҙы аша Балтик диңгеҙен Төньяҡ диңгеҙ менән тоташтырыусы боғаҙ.
География
Оҙонлоғо 240 км, киңлеге 80—90 км. Тәрәнлеге 700 метрға барып етә.
Тоҙлолоғо — 30 ‰. Флора һәм фауна яҡынса 2000 диңгеҙ төрҙәре менән күрһәтелгән.
Беренсе донъя һуғышы осоронда бында иң ҙур диңгеҙ һуғышы — Ютландия алышы була. Икенсе донъя һуғышы осоронда был боғаҙҙы контролдә тотоу — Германияның Дания һәм Норвегияға баҫып инеүенең сәбәптәренең береһе була.
Һылтанмалар
- The Baltic Sea, Kattegat and Skagerrak 2016 йылдың 3 март көнөндә архивланған. Swedish Meteorological and Hydrological Institute (SMHI).
- Skagerrak Deep-water Fish Assemblage
- Skagerrak Marine vessel Traffic