Көньяҡ ярымшар
Көньяҡ ярымшар | |
---|---|
Имеет границей | Экватор |
Хөрмәтенә аталған | Көньяҡ |
Глубочайшая точка | Horizon Deep[d] и Тонга[d] |
Ҡапма-ҡаршыһы | Төньяҡ ярымшар |
![]() | |
Иң юғары нөктә | Аконкагуа |
![]() |


Көньяҡ ярымшар (рус. Ю́жное полуша́рие) — Ерҙең экваторҙан көньяҡта урынлашҡан өлөшө. Уның 81 проценты һыуҙан тора (һыу майҙаны 206,62 млн км²)[1]], был ярымшарҙа Ер халҡының 10 проценты йәшәй[2].
Үҙенсәлектәре
Көньяҡ ярымшарҙа йәй декабрҙән февралгә, ә ҡыш июндән авгусҡа тиклем дауам итә. Кориолис көсө тәьҫире арҡаһында, Көньяҡ ярымшарҙағы циклондарҙа ел, Төньяҡ ярымшарҙан айырмалы рәүештә, сәғәт уғы хәрәкәте йүнәлешендә әйләнә, ә антициклондарҙа — сәғәт уғы хәрәкәтенә ҡаршы[3]. Астрономик төш ваҡытында Ҡояш Көньяҡ тропиктан көньяҡтараҡ (мәҫәлән, Яңы Зеландияла) төньяҡҡа тап килеп тора[4][5], шул уҡ ваҡытта Төньяҡ ярымшарҙа Төньяҡ тропиктан төньяҡтараҡ (мәҫәлән, Рәсәйҙә) — тап көньяҡта. Күҙәтеүсе тропиктар араһында торһа (мәҫәлән, Эквадорҙа), Ҡояштың күк йөҙө буйлап юлы йылдың миҙгеленә бәйле. Көньяҡ ярымшарҙа йәшәүселәр Айҙы «баштүбән» итеп күрә.[6]. Шуға ла ул һул яҡтан үҫә, ә уң яҡтан кәмей (йәғни фазаларҙың эҙмә-эҙлекле алмашыныуы: ⚫ ◑ ⚪ ◐), ә Төньяҡ ярымшарҙа — киреһенсә (⚫ ◐ ⚪ ◑).
Көньяҡ ярымшарҙың күпселек өлөшөн океандар һәм диңгеҙҙәр тәшкил итә, ә Төньяҡ ярымшарҙа ҡоро ер массивтары күп. Көньяҡ ярымшар халҡы Ер шары халҡының яҡынса 1⁄10 өлөшөн тәшкил итә. Был ярымшарҙа халыҡ һаны буйынса донъялағы иң ҙур ҡала агломерациялары иҫәбенә Джакарта, Сан-Паулу, Буэнос-Айрес, Рио-де-Жанейро, Киншаса инә. Көньяҡ ярымшарҙа Антарктида, Австралия континенттары, Көньяҡ Американың күпселек өлөшө (9⁄10), Африканың бер өлөшө, Малай архипелагының Евразияға ҡараған бер өлөшө, Океания утрауҙарының байтаҡ өлөшө, һәм, тулыһынса йә өлөшләтә дүрт океан (Атлантиканың көньяҡ өлөшө, Һинд океаны, Тымыҡ океан һәм бөтә Көньяҡ океан) урынлашҡан[7]).
Көньяҡ ярымшарҙың күк йөҙө
Көньяҡ ярымшарҙың уртаса киңлектәрендәге йондоҙло күк йөҙө Төньяҡ ярымшарҙың уртаса киңлегендәге күктән ныҡ айырыла.
Төньяҡ ярымшарҙың Оло Етегән (йондоҙлоҡ) йондоҙлоғона оҡшаш йондоҙлоғо бар. Уның буйынса Көньяҡ полюсҡа йүнәлеште билдәләп була. Ул — Көньяҡ Тәре. Ул Көньяҡ ярымшарҙағы иң билдәле һәм майҙаны буйынса иң бәләкәй йондоҙлоҡ. Әгәр уның вертикаль «планкаһы» аша хәтерҙән өҫкә һыҙыҡ үткәрһәе, уның аҫҡы осонан был планканың биш оҙонлоғона тиң алыҫлыҡта Көньяҡ полюс буласаҡ[8]. Был йондоҙлоҡ киң билдәле, ул Австралия, Бразилия, Яңы Зеландия, Папуа-Яңы Гвинея, Самоа дәүләт флагтарында, Яңы Зеландия идаралығы аҫтындағы территорияһы Токелау флагында, Австралияның сит территориялары флагында — рәсми булмаған Кокос утрауҙары һәм Раштыуа утрауының рәсми флагында, Австралия, Бразилия, Яңы Зеландия, Самоа дәүләт гербтарында ҙур планда һүрәтләнгән.
Көньяҡ ярымшар илдәре
Азия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тулыһынса
- Өләшләтә
Африка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тулыһынса
- Ангола
- Ботсвана
- Бурунди
- Замбия
- Зимбабве
- Комор
- Лесото
- Маврикий
- Мадагаскар
- Малави
- Мозамбик
- Намибия
- Руанда
- Свазиленд
- Сейшел Утрауҙары
- Танзания
- КАР
- Өләшләтә
- Габон
- Конго Демократик Республикаһы
- Кения
- Конго Республикаһы
- Сан-Томе һәм Принсипи
- Сомали
- Уганда
- Экватор Гвинеяһы
Океания[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тулыһынса
- Өләшләтә
Көньяҡ Америка[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тулыһынса
- Өләшләтә
Бойондороҡло һәм айырым статуслы территориялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Реюньон
- Майотта
- Яңы Каледония
- Франция Полинезияһы
- Уоллис һәм Футуна
- Францияның Көньяҡ һәм Арктик биләмәләре
- Фолкленд утрауҙары (Аргентина дәғүә итә)
- Көньяҡ Георгия һәм Көньяҡ Сандвич утрауҙары
- Һинд океанында Британия биләмәләре
- Изге Елена, Олғашыу һәм Тристан-да-Кунья утрауҙары
- Питкейрн
- Айырым статуслы территориялар
Галерея
Австралияның Перт ҡалаһындағы ҡояш сәғәте
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Назарова Т., Ипатова И. Краткий справочник по географии. 2-е изд. — 2017. — С. 22.
- ↑ 90% Of People Live In The Northern Hemisphere - Business Insider . Business Insider (4 май 2012). Дата обращения: 3 ғинуар 2023. Архивировано 19 ғинуар 2018 года.
- ↑ Синоптические термины . Дата обращения: 22 сентябрь 2010. Архивировано из оригинала 18 июль 2010 года.
- ↑ Прянишников В. И. Занимательное мироведение в вопросах и ответах. — Л.: Молодая гвардия, 1935. — С. 95. См. ответ на вопрос № 93 в этой книге.
- ↑ Daniel V. Schroeder. The Sun and the Seasons. The Sun from Different Latitudes . https://physics.weber.edu. Дата обращения: 22 ноябрь 2017.
- ↑ Andrew May. The Telescopic Tourist's Guide to the Moon. — Springer, 2017. — P. 13. — ISBN 9783319607412.
- ↑ Көньяҡ океан рәми рәүештә танылмаған — Ҡалып:LOS
- ↑ Левитан Е., Мамуна Н. Что в нём особенного? // Наука и жизнь. — 1988. — № 9. — С. 114.
Һылтанмалар
- «Croll Revisited: Why is the Northern Hemisphere Warmer than the Southern Hemisphere?». Columbia University.