ГОЭЛРО

ГОЭЛРО́ (ҡыҫҡ. рус. Госуда́рственная комиссия по электрифика́ции Росси́и, йәғни Рәсәйҙе электрлаштырыу буйынса дәүләт комиссияһы) — 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң РСФСР-ҙы электрлаштырыу буйынса дәүләт планы. Рәсәйҙе электрлаштырыу буйынса дәүләт комиссияһы тарафынан В. И. Ленин ҡушыуы буйынса һәм уның етәкселеге аҫтында эшләнә. Халыҡ Комиссарҙары Советы декреты менән йыйылған VIII Бөтә Рәсәй электротехниктар съезы тарафынан хуплана[1]. ГОЭЛРО планы бер ни тиклем иҫкәрмәләр һәм өҫтәмәләр менән Халыҡ Комиссарҙары Советы тарафынан ҡабул ителә, ул 1921 йылдың 21 декабрендә «Рәсәйҙе электрлаштырыу планы тураһында» ҡарар ҡабул итә[2].

Аббревиатура йыш ҡына Государственный план электрификации России тип, йәғни ГОЭЛРО комиссияһы продукты тип тә тарҡатыла.

Тарихы

Революцияға тиклемге Рәсәйҙә электр энергетикаһы үҫеше

Кайһы бер сығанаҡтар буйынса, Рәсәйҙә киң масштаблы электрификация проектына әҙерлек эштәре 1917 йылғы революцияға тиклем үк башланған булған[3]. Был эштәр Петербург Электр компанияһында эшләгән немец инженерҙары тарафынан алып барылған. Әммә Беренсе донъя һуғышы (1914—1918) йылдарында хәрби сығымдарҙың ҙур булыуы арҡаһында был проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкин булмаған.

Икенсе мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ГОЭЛРО планының нигеҙен 1916 йылда төҙөлгән Рәсәйҙең тәбиғи етештереү көстәрен өйрәнеү буйынса комиссия (КЕПС) энергетика бүлегенең эшкәртмәләре тәшкил иткән. Был комиссия 1930 йылда СССР Фәндәр академияһының Энергетика институтына үҙгәртелгән[4].

1905 һәм 1913 йылдарҙағы электростанциялар һаны, улар тарафынан етештерелгән энергия күләме һәм уның ҡулланылышы[5]
Күрсәткес 1905 1913
Электростанциялар һаны 5462 9537
Етештерелгән электр энергияһы (млрд. кВт*сәғ) 0,482 1,875
Техник маҡсаттар өсөн ҡулланылышы 49,9 % 68,5 %

1913 йылда Рәсәйҙә бер кешегә 14 кВт*сәғ электр энергияһы тура килгән[6]. Етештерелгән электр энергияһы күләме буйынса Рәсәй донъяла 5-се урынды биләгән — йылына 1,9 млрд кВт*сәғ, 9537 станция. (Сағыштырма өсөн: АҠШ — 26,3, Германия — 8,0, Англия — 2,5, Италия — 2,2 млрд кВт*сәғ).

Урындағы мәғлүмәттәр буйынса, 1916 йылға етештереү күләме 11 800 энергетик ҡоролма иҫәбенә 4,7 млрд кВт*сәғ тәшкил иткән. (ССРБ был кимәлгә 1928 йылда ғына — 5,0 млрд кВт*сәғ менән ирешә)[5].

Илдә 1899—1913 йылдар арауығында ете тапҡыр Бөтә Рәсәй электротехник съездары үткәрелә. Уларҙа электротехника һәм электроэнергетика буйынса мөһим мәсьәләләр ҡарала, илде электрификациялау проекттары тәҡдим ителә. Мәҫәлән, профессор К. Клингенборгтың 1913 йылғы проекты — ул «1886 йылғы Электр яҡтылыҡ йәмғиәте» инициативаһы буйынса әҙерләнә.

Шулай ҙа был пландарҙың тормошҡа ашырылыуы берҙәм идаралыҡ системаһының булмауы (энергообъекттарҙың яртыһы сит ил капиталы ҡулында булған), норматив базаның етешмәүе һәм ерҙең шәхси милек объекты булыуы арҡаһында тотҡарлана[7].

1910 йылда немец Siemens & Halske компанияһы Америка Westinghouse менән берлектә Волхов ГЭС-ының нигеҙен һала. 1912 йылда хәҙерге ДнепроГЭС урынында өс быуа төҙөү проекты ҡарала. Транспорт министрлығы 1917 йылда гидрообъекттар өсөн 600 миллион алтын һум сарыф итеп, 860 МВт ҡеүәт алырға планлаштыра[8].

Рәсәй империяһында электроэнергетика тармағының динамик үҫеше артабанғы социаль-сәйәси тетрәнеүҙәр менән туҡтатыла. Был тетрәнеүҙәр арҡаһында энергетика системаһы 1921 йыл аҙағына тиклем тулы деградация кисерә.

1917 йылдан башлап илдә йыл һайын электр энергияһы етештереү кәмей. Күп кенә электростанциялар бөтөнләй эшләй алмай, яңы ҡеүәттәр һаны бик әҙ булған. 1920 йылда Советтар Рәсәйенең энергетик балансы Рәсәй империяһының һуғышҡа тиклемге кимәленең 1/3 өлөшөн генә тәшкил иткән, ә электр балансы — яҡынса 1/4 өлөшөн генә[5].


10—15 йылға иҫәпләнгән ГОЭЛРО 1,75 млн кВт дөйөм ҡеүәтле 30 район электр станцияһын (20 ТЭС һәм 10 ГЭС) төҙөүҙе күҙҙә тота. Планға Штеровка, Кашира, Түбәнге Новгород, Шатура һәм Силәбе район йылылыҡ электр станцияларын, Түбәнге Новгород, Волхов (1926), Днепр ГЭС-тарын, Свирь йылғаһында ике станцияны төҙөү индерелә. Проект сиктәрендә иҡтисади районлаштырыу үткәрелә, ил территорияһының транспорт-энергетик каркасы билдәләнә. Проект төп һигеҙ иҡтисади районды (Төньяҡ, Үҙәк сәнәғәт, Көньяҡ, Волга буйы, Урал, Көнбайыш Себер, Кавказ һәм Төркөстан) солғай. Бер ыңғайҙан илдең транспорт системаһы ла үҫтерелә (иҫке тимер юлдарҙы магистралләштереү һәм яңыларын һалыу, Волга-Дон каналынтөҙөү).

ГОЭЛРО проекты Рәсәйҙә индустриалләштереүгә нигеҙ һала. План 1931 йылға нигеҙҙә ваҡытынан алда тормошҡа ашырыла. 1932 йылда электр етештереү 1913 йыл менән сағыштырғанда планда күҙҙә тотолғанса 4,5 тапҡырға түгел, ә 7 тапҡырға тиерлек арта: 2,0 млрд кВт/сәғәттән 13,5 млрд кВт/сәғәткә етә.

ГОЭЛРО планын төҙөү

Тарихи нигеҙе

Рәсәй сығышлы сәйәси иҡтисадсы һәм статистик Карл Баллод «Атлантикус» тәхәллүсе аҫтында үҙенең иң мөһим хеҙмәте — «Киләсәк дәүләте» тигән китабын 1898 йылда Германияла баҫтырып сығара. Китап 1906 йылда М. Бернацкий мөхәррирлегендә Санкт-Петербургта рус телендә нәшер ителә[9]. Был хеҙмәт һуңынан ГОЭЛРО планын төҙөү өсөн нигеҙ булараҡ ҡулланыла[10].

Баллод үҙ хеҙмәтен социаль дәүләт төҙөү өсөн теоретик нигеҙ итеп ҡарай: «Был тикшеренеү үҙе үк — үҙәкләштерелгән иҡтисади система менән ойошторолған социаль дәүләттең нимәгә ирешеүе мөмкин икәнен күрһәтә». Ул социализм утопия түгел, ә заман иҡтисади кимәлендә үк ғәмәлгә ашырылып була тип иҫбатлай. Уның фекеренсә, социализм капитализмға ҡарағанда иҡтисади яҡтан һөҙөмтәлерәк булырға мөмкин. Социализмға революцияһыҙ, тыныс юл менән дә барып етергә мөмкин, ти ул.

«Әгәр производство дөрөҫ ойошторолһа, техник ҡаҙаныштар тулыһынса ҡулланылһа, халыҡтың йәшәү кимәле арта, эшсе табышы өс тапҡырға үҫә, ә эш ваҡыты яртылаш ҡыҫҡара ала», — тип билдәләй Баллод[9].

Идеяны тормошҡа ашырыу

Граждандар һуғышы (1917—1922/1923) һәм интервенция осоронда, 1920 йылда, бер йыл самаһы ваҡыт эсендә[11][12] РСФСР хөкүмәте В. И. Ленин етәкселегендә илдең электрификацияһы буйынса перспектив план төҙөй. Был маҡсатта махсус дәүләт комиссияһы — Рәсәйҙе электрификациялау планын төҙөү буйынса дәүләт комиссияһы ойошторола. Комиссияны Г. М. Кржижановский етәкләй. Уның эшенә 200-гә яҡын ғалим һәм инженер йәлеп ителә.

Комиссияның тәүге ултырышында билдәле электротехник К. А. Круг Кржижановскийға яҡын барып, комиссия составына билдәле сәйәси иҡтисадсыны индереүҙе тәҡдим итә. Әммә Кржижановский шунда уҡ: «Беҙгә иҡтисадсы кәрәкмәй — беҙҙә үҙебеҙҙең Карл Маркс бар!» — тип яуап ҡайтара[13].

Шуныһы ҡыҙыҡлы: пландың үҙендә «профессор К. Баллодтың герман проекты» тигән айырым бүлек бар. Унда былай тип яҙыла: «Германия өсөн беҙҙә уның милли иҡтисады өсөн берҙәм дәүләт планын төҙөү буйынса ҡыҙыҡлы бер ынтылыш бар. Германия, үҙенең техник ҡаҙаныштарына һәм юғары етештереү статистикаһына таянып, 3-4 йыл тыныс эш осоронда халыҡҡа тулы бәхет һәм муллыҡ килтергән илгә әүерелә»[9].

1920 йылдың декабрендә комиссия төҙөгән план VIII Бөтөн Рәсәй советтар съезы тарафынан раҫлана, 1921 йылда уны IX Бөтөн Рәсәй советтар съезы ла ҡабул итә.

«Коммунизм — ул совет власы плюс бөтә илде электрификациялау.»

— В. И. Ленин[14]

ГОЭЛРО — был электр энергетикаһын ғына түгел, ә бөтә ил иҡтисады үҫешен күҙаллаған план. Ул яңы предприятиелар төҙөүҙе, улар өсөн кәрәкле сеймәл, материал, энергия менән тәьмин итеүҙе, шулай уҡ алдан иҡтисади үҫеш территорияларын билдәләүҙе үҙ эсенә алған. Мәҫәлән, 1927 йылда нигеҙ һалынған Сталинград трактор заводы. План сиктәрендә Кузбасс үҙләштерелә, унда яңы сәнәғәт районы барлыҡҡа килә.

Совет хөкүмәте ГОЭЛРО-ны тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыусыларҙы дәртләндергән — электрификация менән шөғөлләнгән кешеләргә һалым ташламалары һәм дәүләт кредиты бирелгән.

ГОЭЛРО планы 10-15 йыллыҡ срокҡа иҫәпләнгән була. Ул 30 район электр станцияһын (шул иҫәптән 20 ТЭС һәм 10 ГЭС) 1,75 миллион кВт дөйөм ҡеүәт менән төҙөүҙе ҡараған. Улар араһында Штеровская, Каширская, Нижегородская, Шатурская һәм Силәбе йылылыҡ станциялары, шулай уҡ Нижегород ГЭС-ы, Волхов ГЭС-ы (1926), ДнепроГЭС, Свирь йылғаһындағы ике ГЭС төҙөлөү ҡаралған.

Проект сиктәрендә ил территорияһы иҡтисади райондары буйынса бүленә һәм транспорт-энергетик ҡапма-ҡаршылыҡтар билдәләнә. Ул 8 төп районды үҙ эсенә ала: Төньяҡ, Үҙәк-сәнәғәт, Көньяҡ, Идел буйы, Урал, Көнбайыш Себер, Кавказ һәм Төркөстан.

Шулай уҡ транспорт системаһы үҫтерелә — иҫке тимер юлдар киңәйтелә, яңы юлдар төҙөлә, Волга-Дон каналы кеүек стратегик проекттар башлана.

ГОЭЛРО планы индустриализация нигеҙен һала. Ул 1931 йылға тиклем тулыһынса тиерлек үтәлә. 1932 йылда Рәсәйҙә етештерелгән электр энергияһы күләме 1913 йыл менән сағыштырғанда 4,5 тапҡыр түгел, ә 7 тапҡыр арта: 2,0-нан 13,5 млрд кВт•сәғ тиклем.

ГОЭЛРО поанын үтәү[15]

undefined
Күрһәткес 1913 1920 ГОЭЛРО планы 1930 1935 ГОЭЛРО планын үтәү йылы
Тулайым сәнәғәт продукцияһы (1913-I) 1 0,14 1,8-2 2,5 5,8 1929-1930
Район электр станцияларының ҡеүәте (млн. квт) 0,2 0,25 1,75 1,4 4,1 1931
Электр энергияһы етештереү (млрд. квт. сәғ.) 2,0 0,5 2,8 8,4 28,3 1931
Күмер (млн. т.) 29,2 8,7 62,3 47,8 109,8 1932
Нефть (млн. т.) ? 3,9 16,4 18,5 25,2 1929-1930
Торф (млн. т.) 1,7 1,4 18,4 8,1 18,5 1934
Тимер мәғдәне (млн. т.) 9,2 0,16 19,6 13,7 26,3 1934
Суйын (млн. т.) 4,2 0,12 9,2 5,0 12,5 1934
Ҡорос (млн. т.) 4,3 0,19 6,5 5,8 12,6 1933
Ҡағыҙ (тыс. т.) 269,2 30,3 683,5 435,3 648,8 1936

Электр ауылдарҙа ғәмәлдә революцияға тиклем үк билдәле була. Элекке ер биләүселәр ҙур булмаған электр станциялары ҡуллана, тик уларҙың һаны әҙ була[16].

1913 1917 1927
Электр станциялары һаны
33
75
858
Билдәләнгән ҡеүәт (кВт)
712
1036
18 500
Хеҙмәтләндерелгән ауыл хужалығы биләмәләре
—
542
89 739
Ағымдағы ҡулланыу (мең кВт/сәғ.)
427
622
10 000

Электр энергияһы ауыл хужалығында: тирмәндәрҙә, мал аҙығы турағыстарҙа, иген таҙартыу машиналарында, ағас бысыуҙа һәм башҡа эштәрҙә ҡулланыла башлай.

ГОЭЛРО планын эшләүҙә ҡатнашыусылар

ГОЭЛРО Комиссияһы етәкселәре:

  • Г. М. Кржижановский — Рәйес (1872—1959)
  • А. И. Эйсман — Рәйес урынбаҫары
  • А. Г. Коган — Рәйес иптәше (1865—1929)
  • Б. И. Угримов — Рәйес иптәше (1872—1940)
  • Н. Н. Вашков — Рәйес иптәше урынбаҫары (1874—1953)
  • Н. С. Синельников — Рәйес иптәше урынбаҫары

ГОЭЛРО Комиссияһы ағзалары:

  • И. Г. Александров (1875—1936)
  • А. В. Винтер (1878—1957)
  • И. И. Вихляев (1879—1964) — торф буйынса инженер
  • Г. О. Графтио (1869—1949)
  • Л. В. Дрейер (1874—1938)
  • Г. Д. Дубелир (1874—1942)
  • Р. Э. Классон (1868—1926)
  • Д. И. Комаров
  • К. А. Круг (1873—1952)
  • C. A. Кукель (1883—1941)
  • М. Я. Лапиров-Скобло (1889—1947)
  • Т. Р. Макаров
  • В. Ф. Миткевич (1872—1951)
  • М. К. Поливанов
  • Л. К. Рамзин (1887—1948)
  • Г. К. Ризенкамф
  • Р. Л. Семенов
  • Б. Э. Стюнкель (1882—1939)
  • А. И. Таиров
  • Р. А. Ферман
  • М. А. Шателен (1866—1957)
  • А. А. Шварц
  • Е. Я. Шульгин (1873—1937)

ГОЭЛРО әҙәбиәттә һәм сәнғәттә

  • 1920 йылда Рәсәйгә билдәле фантаст яҙыусы Герберт Уэллс килә. Ул Ленин менән осраша, Рәсәйҙе киң күләмле электрлаштырыу планы менән таныша һәм уны ғәмәлгә ашмаҫ тигән һығымтаға килә. Был сәфәргә арнап «Рәсәй ҡараңғылыҡта» тигән очерк яҙа.

Совет етәкселеге Уэллсты 10-15 йылға иҫәпләнгән пландың тормошҡа нисек ашырылыуын 10 йылдан килеп ҡарарға саҡыра. Уэллс 1934 йылда килә һәм пландың үтәлеү генә түгел, күп күрһәткестәр буйынса арттырып үтәлеүен күреп шаңҡып ҡала.

  • «Покушение на ГОЭЛРО» — нәфис фильм.
  • Петербург метрополитенының «Электросила» станцияһы биҙәлешенең тематикаһы Советтар Союзында энергетика үҫешенә бағышланған.

Урындарҙа электрлаштырыу

Урал

Свердловск өлкәһендә 1949 йылға МТС-тарҙың һәм совходарҙың 95 проценты, колхоздарҙың 72 проценты электрлаштырыла[17]. 1951 йылда совхоздарҙы электрлаштырыу тамамлана, 1952 йылда өлкәләге МТС-тарҙың 100 проценты электр энергияһы ҡуллана. 1952 йылда Свердловск өлкәһе колхоздарының 95 проценты электрлаштырылған була.

Себер һәм Алыҫ Көнсығыш

ГОЭЛРО планын эшләү барышында хужалыҡ йәһәтенән аҙ үҙләштерелгән тип иҫәпләнгән Көнсығыш Себер һәм Алыҫ Көнсығыш биләмәләре иҫәпкә алынмаған. План төҙөлгән мәлдә Алыҫ Көнсығыш Алыҫ Көнсығыш республикаһы составына ингән[18][19].

Иҫтәлек

2020 йылдың 10 ноябрендә Рәсәй Банкы 3 һумлыҡ «ГОЭЛРО планына 100 йыл» иҫтәлекле көмөш аҡсаһын әйләнешкә сығарҙы[20].

undefined

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ М. А. Шателен Знаменательная дата в развитии электрификации СССР. К 25-летию VIII Всероссийского электротехнического съезда//Журнал Электричество 1946 г N 10
  2. ↑ П. Г. Грудинский Первый съезд советских электротехников. К 60-летию 8-го Всероссийского электротехнического съезда//Журнал Электричество 1981 г N 10
  3. ↑ Корякин, Юрий Кто же был инициатором и вдохновителем электрификации России. НГ-наука (20 июнь 2001). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 май 2012. Архивировано 25 декабрь 2007 года.
  4. ↑ Козлов Б. И. Вклад Академии Наук в индустриализацию России // Вестник РАН. — 2000. — № 12. — С. 1059—1068.
  5. ↑ 1 2 3 Симонов Н.С. Энергетическая статистика дореволюционной России // Статистика и экономика. — 2017. — Вып. 4. — С. 22–32. — ISSN 2500-3925.
  6. ↑ История ГОЭЛРО | Министерство энергетики. minenergo.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 декабрь 2021.
  7. ↑ История разработки плана ГОЭЛРО. Музей истории МосЭнерго. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2020.
  8. ↑ Никитин О. Плюс электрификация. Forbes.ru (3 февраль 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2021.
  9. ↑ 1 2 3 Александр Галушка, Артур Ниязметов, Максим Окулов. Кристалл роста. К русскому экономическому чуду. — ISBN 978-5-6046834-8-4.
  10. ↑ ВЕСТНИК МЕЖДУНАРОДНОГО ИНСТИТУТА АЛЕКСАНДРА БОГДАНОВА. 2005. № 1.
  11. ↑ План электрификации РСФСР (Госполитиздат, 2-се баҫма, 1955 й., — 667 бит.)
  12. ↑ Энергетика России (1920—2020 гг.). Том 1. План ГОЭЛРО. М.: ИД Энергия, 2006. — 1067 бит.
  13. ↑ Я. А. Штейнберг. Штрихи к портрету К. А. Круга // МЭИ: история, люди, годы. М.: Издательский дом МЭИ, 2010. Т. 2, бит 170
  14. ↑ В.И. Ленин. Полное собрание сочинений. — издание 5. — М: Издательство политической литературы, 1970. — Т. 42. — С. 159. — 606 с.
  15. ↑ «Народное хозяйство СССР за 60 лет», Юбилейный статистический ежегодник, Москва, 1977, с. 11
  16. ↑ The Soviet Union: Facts, Descriptions, Statistics.
  17. ↑ http://uralhist.uran.ru/pdf/UIV_1(38)_2013_Kuzmina.pdf С. 56
  18. ↑ Плану ГОЭЛРО - 100 лет. «Дальневосточный ГОЭЛРО» Электрификация Дальнего Востока в 1920-е — 1930-е гг. (урыҫ). ПАО "ДЭК" (2020).
  19. ↑ К 100-летию ГОЭЛРО: "Дальневосточный ГОЭЛРО" (урыҫ). Ruscable.ru. Энергетика. Электротехника. Связь. (6 апрель 2020).
  20. ↑ Рәсәй Банкы ҡиммәтле металдарҙан иҫтәлекле тәңкәләр сығара

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар