Клара Цеткин

Кла́ра Це́ткин (нем. Clara Zetkin, ҡыҙ фамилияһыАйснер (нем. Eißner); 5 июль ,1857, Видерау, Германия — 20 июнь, 1933, Архангельское, Мәскәү өлкәһе, СССР) — немец йәмғиәт эшмәкәре, немец һәм халыҡ-ара коммунистик хәрәкәт етәкселәренең береһе, Германия коммунистар партияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары өсөн көрәштең әүҙем ҡатнашыусыһы.

Клара Цеткин Икенсе интернационалды булдырыуҙа ҙур роль уйнай, уның Булдырыу (Учредительный) когресы өсөн ҡатын-ҡыҙҙарҙың революцион көрәштәге роле тураһында сығыш әҙерләй. Ул Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙарҙың берҙәм көрәш көнөн — 8 мартты тәҡдим итеүсе тип иҫәпләнә.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Clara Zetkin // Internet Speculative Fiction Database (ингл.) — 1995.
  2. Clara Zetkin // FemBio-Datenbank (нем.)
  3. Цеткин Клара // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.