Халыҡ-ара йылмайыу көнө
Тарихы
Байрамдың барлыҡҡа килеүе Америка Ҡушма Штаттары рәссамы Харви Болл (рус.)баш. менән бәйле. 1963 йылда уға State Mutual Life Assurance Company of America америка страховка фирмаһы вәкилдәре мөрәжәғәт итә. Улар Guarantee Mutual Company тигән икенсе фирманы һатып ала, ә был ҡушылыу хеҙмәткәрҙәрҙең рухын ҡаҡшата. Улар киләсәктә нимә көтөрөн белмәй, үҙҙәренә ышанысын юғалта. State Mutual Life Assurance Company of America Боллдан хеҙмәткәрҙәрҙе дәртләндерерлек һүрәт уйлап табыуҙы һорай.
Рәссам эште йылмайыулы һары түңәрәк һүрәтләүҙән башлай, әммә был уға оҡшамай: әгәр уны әйләндерһәң, һытыҡ сырай килеп сыға. Шунан Болл ике күҙ өҫтәй, һәм хәҙерге смайлик (рус.)баш. тип аталған рәсем килеп сыға. Быға уның 10 минут ваҡыты китә. Эшләнмә өсөн Харви Болл заказсыларҙан 45 доллар ала.
State Mutual Life Assurance Company of America компанияһы ошо логотип менән значоктар эшләп, хеҙмәткәрҙәренә тарата. Маҡсат телефондан һөйләшкәндә йәки башҡа эштәр башҡарғанда уларҙы йылмайырға мәжбүр итеү. Ойошма 100 значок менән сикләнергә ниәтләй, әммә хеҙмәткәрҙәр уларҙы клиенттарға бүләк итә башлай, һәм значоктар бик популяр булып китә. 10 мең даналы партияларға заказ бирелә башлай. 1971 йылға смайликлы 50 миллиондан ашыу значок һатыла, ә ул үҙе халыҡ-ара символға әүерелә, бөтә ерҙә — хатта шырпы ҡаптарында ла осрай. АҠШ-та хатта смайлик төшөрөлгән почта маркаһы ла сығарыла.
Болл смайликҡа авторлыҡ хоҡуҡтарын ваҡытында теркәй алмай, әммә улының һүҙҙәренә ҡарағанда, ул быға ҡасан да үкенмәгән. Бер интервьюһында рәссам былай ти:
Кешелек тарихында һәм сәнғәттә бындай киң таралып, шул тиклем бәхет, шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек килтергән башҡа әҫәр булманы. Шул тиклем ябай эшләнгән, ләкин бөтөнөһөнә аңлайышлы булған бер нәмә лә юҡ.
Ҡартайғас, Харви Болл үҙенең Ерҙәге миссияһын аныҡ билдәләй — ул үҙен бәхеттең халыҡ-ара илсеһе тип күрә.
1999 йылда ул коммерцияға ҡарамаған Бөтә донъя йылмайыу хәйриә фондын (ингл. World Smile Foundation) булдыра. Фонд смайликты лицензиялау (Harvey Ball Signature Smiley сауҙа маркаһы) менән шөғөлләнә һәм балалар проекттарына ярҙам итә. Ошо маркала смайликтарҙы ҡулланған өсөн түләнгән аҡса фондҡа килә һәм хәйриә маҡсаттарына тотонола.
Шул уҡ 1999 йылда рәссам инициативаһы менән тәүге тапҡыр Бөтә донъя йылмайыу көнө билдәләнә. Байрамды Бөтә донъя йылмайыу фонды ойоштора. Байрамды уйлап сығарып, Болл уның ярҙамында смайликты коммерциялаштырыуға һәм ул киң таралған интернет-киңлеккә ҡаршы протест белдерергә теләй[1].
Харви Болл был көн яҡшы кәйефкә һәм изге эштәргә арналырға тейеш тип иҫәпләй.
Байрам йыл һайын октябрҙең беренсе йомаһында билдәләнә, сөнки ике ял көнө алдынан кешеләрҙең кәйефе яҡшы булырға тейеш. Октябрь ҙа юҡҡа һайланмай: көҙ уртаһында миҙгел төшөнкөлөгө башлана (ә Йылмайыу көнө уны ҡыуып таратырға тейеш)[2].
Байрамдың девизы: «Изге эш эшлә — кемгәлер йылмайырға ярҙам ит».
Байрамды билдәләү
Бөтә донъя йылмайыу көнө бөтә донъяла энтузиастар тарафынан акциялар, флешмобтар (мәҫәлән, кешеләр асыҡ майҙанда смайлик формаһында теҙелә), карнавалдар, концерттар, рәсем конкурстары менән билдәләнә[3]. Байрам балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, хатта юғары уҡыу йорттарында ла популяр.
Социаль селтәрҙәрҙә интернет ҡулланыусылар селфиҙарға смайлик ҡуйып, ҡыуаныс уртаҡлаша. Күп илдәрҙә смайлик һүрәте төшөрөлгән сувенирҙар бүләк итеү ғәҙәткә ингән.
Ҡайһы бер компаниялар, әгәр партнерҙары йәки клиенттары Бөтә донъя йылмайыу көнөндә заявкаларына смайликтар ҡуйып ебәрһә, ҙур ташламалар вәғәҙә итә[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Мир отмечает Международный день улыбки. РИА Новости (2 октябрь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2026. Архивировано 6 октябрь 2017 года.
- ↑ 1 2 Дарья Ивашкина. Всемирный день улыбки в 2025 году: история и традиции праздника. Семья / Комсомольская правда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2026.
- ↑ Ольга Чудина. 4 октября отмечают Всемирный день улыбки: как появился праздник. Учительская газета (4 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2026.