Почта маркаһы

Почта маркаһы (рус. Почтовая марка) — милли (һәм башҡа) почта ведомстволары тарафынан сығарылған һәм һатылған һәм билдәле номиналь ҡиммәткә (номиналға) эйә булған махсус түләү билдәһе. Почта аша ебәрелгән әйберҙәр өсөн йыйымдарҙы еңеләйтеү өсөн хеҙмәт итә. Был билдә менән франклау, йәғни тауарҙы тамғалау (уға марка йәбештереү) почта бүлексәһе хеҙмәттәре өсөн түләүҙе күрһәтә. Почта маркалары хаттарҙы франклау өсөн тәғәйенләнгәнлектән, уларҙы шулай уҡ фракнк-марка тип тә атайҙар[1].

Ғәҙәттә, марка — ҙур булмаған тура мөйөшлө, киртләсле ҡағыҙ бите, ҡағиҙә булараҡ, уның кире яғына йәбештереүҙе еңеләйтеү өсөн клей һөртөлә. Номиналдан тыш, уларҙы сығарған почта хакимиәтенең атамаһы күрһәтелергә мөмкин; йыш ҡына унда төрлө символдар, декоратив элементтар һәм һүрәттәр төшөрөлә.

Почта маркалары коллекция предметы булып тора (ҡара: Филателия).

undefined

Билдәләре

Дөйөм положениелар

Почта маркаларының үҙенсәлектәре[2]:

  • почта аша ебәреүҙәргә, бланктарға һ.б. йәбештерелә;
  • номиналы күрһәтелә;
  • сығарған дәүләттең (почта хакимиәтенең) исеме (тексты, ҡайһы берҙә һүрәт рәүешендә) күрһәтелә;
  • ҡабаттан файҙаланыуға юл ҡуймау өсөн уларға тамға ҡуйыла;
  • фальсификациялау өсөн яза ҡарала;
  • уларҙың эмитенты (сығарыусы дәүләт) Бөтә донъя почта союзының (ВПС) ағзаһы булырға йәки ВПС-тың икенсе ағзаһы аша халыҡ-ара почта әйләнешендә ҡатнашырға һәм ВПС-ҡа эмиссияланыусы почта маркаларының өлгөләрен тапшырырға тейеш;
  • уларҙың эмитенты үҙенең почта учреждениелары һәм почта ташыуҙың кәрәкле саралары менән тәьмин ителергә тейеш, йәки бындай транспорт саралары хужалары менән килешеү мөнәсәбәттәрендә торорға тейеш.

Шәхси почта маркалары почта маркаһының бөтә билдәләренә лә эйә түгел, ә тәүге дүрт һәм, ҡайһы бер сикләүҙәр менән, һуңғы билдәһенә генә эйә[2].

Үрҙә һаналған үҙенсәлектәргә эйә булмаған башҡа миниатюралар (йәбештерелгән түләү билдәләре, виньеткалар, ярлыҡтар һ.б.) юридик һәм филателистик яҡтан почта маркалары тип һаналмай[2].

Иҫкәрмәләр

  1. Кисин Б. Марки разного назначения 2016 йылдың 20 март көнөндә архивланған. // Филателия СССР. — 1976. — № 2. — С. 57—58. — (Рубрики: Мир увлечений; Школа начинающего коллекционера). (Тикшерелеү көнө: 20 март 2016) Информационный центр "Россия и Мир" - Марки разного назначения. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 март 2016. Архивировано 20160406 года.
  2. 1 2 3 Ҡалып:Книга:Филателистический словарь Граллерта и Грушке

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

  • Новосёлов В. А. Глава 2. Предшественники почтовой марки. Знакомство с филателией: Мир филателии. Смоленск: Мир м@рок; Союз филателистов России (2 ноябрь 2008). — Электронная книга. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2011.
  • Новосёлов В. А. Предшественники почтовой марки-2. Знакомство с филателией: Мир филателии. Смоленск: Мир м@рок; Союз филателистов России (22 декабрь 2008). — Электронная книга. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2011.
  • Новосёлов В. А. Глава 3. Рождение почтовой марки. Знакомство с филателией: Мир филателии. Смоленск: Мир м@рок; Союз филателистов России (3 ноябрь 2008). — Электронная книга. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2011.
  • Новосёлов В. А. Глава 7. Легендарные марки. Знакомство с филателией: Мир филателии. Смоленск: Мир м@рок; Союз филателистов России (1 ноябрь 2008). — Электронная книга. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2011.
  • Новосёлов В. А. Глава 18. Материалы, используемые для печати почтовых марок. Знакомство с филателией: Мир филателии. Смоленск: Мир м@рок; Союз филателистов России (1 ноябрь 2008). — Электронная книга. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2011.
  • Новосёлов В. Самая-самая необычная (первая) марка. Интересные факты, события, выпуски, исследования, статьи. Союз филателистов России (СФР) (23 август 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2011.
  • Main Page (ингл.). Stamp Collecting News. — Сайт о новых выпусках марок и других мировых новостях в области коллекционирования марок. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2011. Архивировано 4 февраль 2012 года.

Ҡалып:Филателия

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар