Почта бүлексәһе

Почта бүлексәһе (рус. Почто́вое отделе́ние), йәки почта элемтәһе бүлеге — почтаны ҡабул итеү, сорттарға бүлеү, оҙатыу, эшкәртеү һәм илтеп биреү менән шөғөлләнгән почта элемтәһе объекты[1].

Тарихы

Санкер ҡалаһындағы почта бүлексәһе) (Шотландия) 1712 йылдан өҙлөкһөҙ эшләй һәм донъяла иң боронғоһо булып тора. Шул йылда Англия менән Шотландия араһында хат алышыу өсөн атлы почта хеҙмәте булдырыла, һәм күсереп тейәү-оҙатыу өсөн Англия-Шотландия сиге янында урынлашҡан Санкер замогы уңайлы пункт була. Хәҙерге почта бинала ул ваҡытта почта кареталарын хеҙмәтләндереү, аттарҙы алмаштырыу һәм почта ҡабул итеү өсөн почта станцияһы урынлашҡан булған.

Икенсе урынды Стокгольмда (Швеция) 1720 йылда асылған почта бүлексәһе биләй. 1772 йылда эшләй башлаған Сантьяголағы (Чили) почта бүлексәһе барлыҡҡа килеүе буйынса өсөнсө урында тора[2].

 Рәсәй Федерацияһы

Рәсәй Почтаһы селтәренә бөтә ил буйынса 38 000-дән ашыу бүлексә инә[3]. Был донъялағы иң ҙур клиент селтәрҙәренең береһе[4].

Почта бүлексәләре ҡала һәм ауыл почта бүлексәләренә бүленә.

Ҡала почта бүлексәләре төрҙәре[5]:
— асыҡ типтағы;
— ойошмалар һәм предприятиелар ҡарамағындағы ябыҡ типтағы.

Ауыл почта бүлексәләренең төп типтары[5]:
— почта элемтәһенең стационар бүлексәһе;
— почта элемтәһенең күсмә бүлексәһе;
— почта элемтәһенең модулле бүлексәһе.

Тораҡ пунктта почта бүлексәләренең һаны халыҡ иҫәбенә бәйле. Һандар министрлығының 2020 йылғы нормативтары буйынса, 500 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҙур ҡалаларҙа бер почта бүлексәһе 15 мең, 100 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларҙа 6 мең кешегә бер почта бүлексәһе, ә ауыл биләмәләрендә һәр 5 мең кешегә бер почта бүлексәһе булырға тейеш[6].

Күрһәтелгән хеҙмәттәр

Почта бүлексәһендә күрһәтелгән хеҙмәттәр[7]:

— хаттар, посылка, открыткалар ебәреү һәм алыу;
— аҡса күсереүҙе рәсмиләштеререү;
— төрөү материалдары һатып алыу;
гәзит-журналдарға яҙылыу;
— пенсия һәм пособие алыу;
— төрлө хеҙмәттәрҙе һәм штрафтарҙы түләү;
кредиттарҙы түләү;
юғары уҡыу йорттарына документтар ебәреү;
— дәүләт органдарына рәсми запростар һәм миграция тураһында белдереүҙәр ебәререү;
— маркалар һәм маркалы конверттар һатып алыу.

2022 йылдың апреленән почта бүлексәләрендә Рәсәй почтаһының «Почта маркаһы» бренды аҫтында продукция һатып алырға мөмкин. Исемлеккә Рәсәй етештереүселәренең 200-гә яҡын тауары инә: ҡайнатма, кондитер изделиелары, бакалея, алкоголһеҙ эсемлектәр, консервалар, көнкүреш химияһы, йорт өсөн тауарҙар[8].

Хеҙмәтләндереү ваҡытын ҡыҫҡартыу

2016 йылдан ҙур почта бүлексәләрендә электрон сират системаһы эшләй, ул ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндереү ваҡытын ҡыҫҡартырға һәм операторҙарҙың эш һөҙөмтәләрен контролдә тоторға мөмкинлек бирә[9]. 2020 йылдан ҙур ҡалаларҙа байтаҡ почта бүлексәләре ялһыҙ эшләй башланы[10].

Сиратта тороу ваҡытын кәметеү өсөн 2020 йылда Почта сайты һәм мобиль ҡушымта аша алдан яҙылыу сервисы эшләй башлай.

Яңы хеҙмәттәр индерелгәс,ә 2020 йылда почта бүлексәләрендә сиратта уртаса көтөү ваҡыты 3,5 минут тәшкил итә. 2018 йыл менән сағыштырғанда, почта был күрһәткестәрҙе 1,5 тапҡырға кәметкән. Маҡсат — 2025 йылға сиратта клиенттың көтөү ваҡытын 2 минутҡа тиклем ҡыҫҡартыу[11].

2018 йылда посылкаларҙы онлайн ебәреү буйынса яңы сервис барлыҡҡа килә. Клиент ебәреү өсөн мәғлүмәттәрҙе сайтта йәки Почта ҡушымтаһында тултыра ала, һуңынан әҙер бланк формалаштырыла, ул посылкаға йәбештерелә. Бүлектә оператор бөтә мәғлүмәтте трек-номер буйынса сканерлай, урында посылка өсөн түләргә кәрәк. Шулай уҡ алдан түләнгән посылканы рәсмиләштереү мөмкинлеге бар, ул саҡта бүлектә уны операторға тапшырырға ғына кәрәк, быны сиратһыҙ эшләргә мөмкин[12][13].

Посылканы өйҙән сыҡмайынса ла алырға мөмкин. 2015 йылда Рәсәй почтаһы илдең бөтә төбәктәрендә өйгә заказдар килтереү хеҙмәтен эшләй башлай — почтальон бүлексәнән 2 килограмға тиклем ауырлыҡтағы ваҡ пакеттар килтерә[14]. 2022 йылдың июнендә Мәскәүҙәге почта бүлексәләрендә бер сәғәттә өйгә килтереп бирә башлағандар[15].

Почта бүлексәләре селтәрен яңыртыу

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың 2021 йылдың 24 авгусындағы «Берҙәм Рәсәй» партияһының XX съезының икенсе этабында бирелгән ҡушыуы буйынса ауыл бүлексәләре яңыртыла башланы. Яңыртылған бүлексәләрҙә Дәүләт хеҙмәттәре порталында иҫәп яҙмаһын раҫларға йәки тергеҙергә, уның сервистары менән файҙаланырға һәм кәрәкле документтарҙы баҫтырып сығарырға, һанлы форматта юридик әһәмиәтле корреспонденция алырға, температураны, баҫымды, ҡандағы кислород кимәлен үҙ аллы үлсәргә мөмкин. Бүлексәләр аҙ хәрәкәт иткән кешеләргә уңайлыраҡ буласаҡ: пандустар, киң ишек уйымдары һәм хеҙмәткәрҙәрҙе саҡырыу төймәһе барлыҡҡа киләсәк[16][17].

Яңы мөмкинлектәр

Почта мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн бүлексәләрҙе инфраструктураны яҡшыртыу йәһәтенән генә яраҡлаштырмай, персоналды ла уҡыта. 2016 йылдан компания үҙ бүлексәләренең 22 процентын яңырта. Ишетеү, күреү буйынса инвалид булған һәм коляскала ултырған кешеләрҙе хеҙмәткәр оҙатып йөрөй, бланктарҙы тултырыуҙа һәм төрөүҙә ярҙам итә. Бүлексәгә барыу мөмкинлеге булмаған осраҡта, почта хеҙмәткәрен өйгә саҡыртырға мөмкин[18][19].

Галерея

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Post office (ингл.). Glossary. Postal Service Information. Canada Post Corporation. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 февраль 2010. Архивировано 7 апрель 2012 года.
  2. Ланди Я. Самое старое почтовое отделение в мире // Почтовый союз. — 2006. — № 2. — Т. 131. — С. 26—27. (Тикшерелеү көнө: 11 февраль 2010)
  3. День российской почты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2022.
  4. В Почте России непрерывно растет процент сохранности регистрируемых почтовых отправлений. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2022.
  5. 1 2 ВЕДОМСТВЕННЫЕ НОРМЫ ТЕХНОЛОГИЧЕСКОГО ПРОЕКТИРОВАНИЯ. ОБЪЕКТЫ ПОЧТОВОЙ СВЯЗИ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2022.
  6. Разработаны нормативы размещения отделений «Почты России» в населённых пунктах. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2022.
  7. Общая информация об услугах в отделениях. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2022.
  8. «Почта России» запустила собственную торговую марку. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2022.
  9. Почта России внедряет электронные очереди в отделениях по всей стране. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2022.
  10. Почта в крупных городах теперь работает без выходных. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2022.
  11. Индекс удовлетворенности «Почтой России» впервые стал положительным. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2022.
  12. В Приамурье каждый пятый клиент Почты России оформляет посылку онлайн. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2022.
  13. Отправить посылку в любом отделении Почты России теперь можно за 30 секунд. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2022.
  14. «Почта России» будет доставлять мелкие пакеты из отделения на дом за 100 рублей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2022.
  15. Во всех московских отделениях Почты России заработала доставка на дом за час. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2022.
  16. Владимир Путин принял участие во втором этапе XX съезда Всероссийской политической партии «Единая Россия». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2022.
  17. Путин призвал предусмотреть ресурсы на обновление отделений Почты России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2022.
  18. Почта России станет доступней для людей с инвалидностью. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2022.
  19. Доступность почтовых отделений для людей с инвалидностью. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2022.

Әҙәбиәт

  • Отделение связи // Большой филателистический словарь / Н. И. Владинец, Л. И. Ильичёв, И. Я. Левитас, П. Ф. Мазур, И. Н. Меркулов, И. А. Моросанов, Ю. К. Мякота, С. А. Панасян, Ю. М. Рудников, М. Б. Слуцкий, В. А. Якобс; под общ. ред. Н. И. Владинца и В. А. Якобса. — М.: Радио и связь, 1988. — 320 с. — 40 000 экз. — ISBN 5-256-00175-2.
  • Почтовое отделение // Большой филателистический словарь / Н. И. Владинец, Л. И. Ильичёв, И. Я. Левитас, П. Ф. Мазур, И. Н. Меркулов, И. А. Моросанов, Ю. К. Мякота, С. А. Панасян, Ю. М. Рудников, М. Б. Слуцкий, В. А. Якобс; под общ. ред. Н. И. Владинца и В. А. Якобса. — М.: Радио и связь, 1988. — 320 с. — 40 000 экз. — ISBN 5-256-00175-2.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар