Бөтә донъя аҙыҡ-түлек көнө

Бөтә донъя аҙыҡ-түлек көнө ( БМО-ның башҡа рәсми телдәрендә: ингл. World Food Day, ғәр. يوم الأغذية العالمي,исп. Día Mundial de la Alimentación, ҡыт. 世界粮食日, франц. la Journée mondiale de l'alimentation) — аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы (FAO)ойошторолған көн халыҡ-ара көн. Йыл һайын 16 октябрҙә билдәләнә.

Иҫтәлекле көн 1979 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы (FAO) конференцияһында иғлан ителә. Иҫтәлекле көндөң маҡсаты — халыҡтың донъя аҙыҡ-түлек мәсьәләһе тураһында хәбәрҙарлығын күтәреү һәм аслыҡҡа, аҙыҡ-түлек етмәүгә һәм ярлылыҡҡа ҡаршы көрәштә берҙәмлекте нығытыу. Был көн 1945 йылда Аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы (FAO) ойошторолоу датаһына арналған.

1980 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы махсус резолюцияһында (№ A/RES/35/70) йыл һайын үткәрелгән Аҙыҡ-түлек көнөн хупланы.

БМО-ның 2005 йылғы Бөтә донъя аҙыҡ-түлек көнө уңайынан Генераль секретары мөрәжәғәтнамәһендә, атап әйткәндә, аҙыҡ-түлектең етерлек булыуына ҡарамаҫтан, донъяла 850 000 000-дан ашыу кеше туҡлыҡһыҙлыҡтан яфалана, тип әйтелә. Ул Мең йыллыҡ декларацияһының беренсе маҡсатына өлгәшеү өсөн тырышлыҡты ике тапҡырға арттырырға, аслыҡтан һәм фәҡирлектән яфаланған халыҡтың өлөшөн ике тапҡырға кәметергә саҡырҙы

Халыҡ-ара көндөң йыллыҡ тематикаһы

  • 1999 — «Йәштәр аслыҡҡа ҡаршы»
  • 2000 — «Аслыҡтан азатлыҡтың мең йыллығы»
  • 2001 — «Аслыҡҡа ҡаршы көрәшеп, ярлылыҡты кәметеү»
  • 2002 — «Һыу: аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге сығанағы»
  • 2003 — «Аслыҡҡа ҡаршы Халыҡ-ара альянс»
  • 2004 — «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге өсөн био төрлөлөк»
  • 2005 — «Ауыл хужалығы һәм мәҙәниәт-ара диалог»
  • 2006 — «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында ауыл хужалығына инвестициялар»
  • 2007 — «Аҙыҡҡа хоҡуҡ»
  • 2008 — «Донъя аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге: климат үҙгәреүе һәм биоэнергетика менән бәйле ҡаршылыҡтар»
  • 2009 — «Кризис осоронда аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенә өлгәшеү»
  • 2010 — «Аслыҡҡа ҡаршы көрәштә берҙәмлек»
  • 2011 — «Аҙыҡ-түлек хаҡтары: кризистан тотороҡлолоҡҡа»
  • 2012 — «Ауыл хужалығы кооперативтары донъяны туйындыра»
  • 2013 — «Продовольствие хәүефһеҙлеге һәм туҡланыуҙы тәьмин итеү сараһы булараҡ тотороҡло аҙыҡ-түлек системаһы»
  • 2014 — «Ғаилә фермер хужалыҡтары: донъяны туйындырыу — планетаны һаҡлау»
  • 2015 — «Социаль яҡлау һәм ауыл хужалығы: ауыл ярлылығынан ҡотолоу»
  • 2016 — «Климат үҙгәрә, аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ла уның менән бергә үҙгәрә»
  • 2017 — «Миграция ағымдарының киләсәген үҙгәртәйек. Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенә һәм ауылды үҫтереүгә инвестиция һалырға кәрәк»