Ярлылыҡ

Ярлылыҡ — индивид, йәки социаль төркөмдөң иҡтисади хәлен тасуирлаусы характеристика, был хәлгә тарығандар йәшәү, хеҙмәткә яраҡлылыҡты һаҡлап ҡалыу, нәҫелде арттырыу кеүек минималь ихтыяждарын үтәй алмай. Ярлылыҡ сағыштырмаса төшөнсә һәм ул тәғәйен йәмғиәттә ҡабул ителгән дөйөм йәшәү стандарты кимәленә бәйле (Джини коэффициенты, Тейл индексы)[2].

undefined
undefined

Ярлылыҡтың сәбәптәре

Ярлылыҡ түбәндәге төркөмдәргә ҡараған бер— береһенә бәйле төрлө сәбәптәрҙең эҙемтәһе булып тора:

  • иҡтисади (эшһеҙлек, социаль тигеҙһеҙлек, шулай уҡ түбән эш хаҡы, түбән хеҙмәт етештереүсәнлеге, сәнәғәт төрөнөң конкурентһыҙлығы),
  • социаль һәм медицина сәбәптәре (инвалидлыҡ, ҡартлыҡ, ауырыуҙарҙың юғары кимәле, халыҡ һанының ныҡ артыуы),
  • белем-квалификация (белем кимәленең түбән булыуы, түбән профессиональ әҙерлек),
  • сәйәси (хәрби конфликттар, халыҡтың күсенергә мәжбүр булыуы),
  • региональ-географик (региондарҙың тигеҙ үҫешмәүе)[3]
  • дини-фәлсәфәүи һәм психологик (дәрүишлек — аскетлыҡ, диуана булып йөрөү — юродство)

«Оксфам» халыҡ-ара гумантар ойошмаһының эксперттары фекеренсә, 2010 йылдан башлап, ярлылыҡтың һәм социаль тигеҙһеҙлектең артыуының сәбәптәре:

  • хәлле кешеләрҙең һалым түләүҙән ҡасырға тырышыуы,
  • эшселәрҙең эш хаҡы кәмеүе,
  • хеҙмәткә түләүҙең минималь һәм максималь кимәле араһындағы айырманың артыуы[4].

Ярлылыҡ кимәлен кәметеү йүнәлештәре һәм механизмдары

Дәүләттең ярлылыҡты кәметеү буйынса саралары:

  • производствоны үҫтереү өсөн шарттар булдырыу, бының аша халыҡтың килемен арттырыу,
  • социаль- ориентирланған баҙар иҡтисадына күсеү һәм прогрессив налог индереү аша байҙар һәм ярлылыр араһында килемде ғәҙелерәк бүлеү,
  • макроэкономикала тотороҡлоҡ һаҡлау,
  • инфляцияға ҡаршы сәйәсәт үткәреү,
  • минималь хеҙмәт хаҡы кимәлен билдәләү,
  • социаль программалар эшләп сығарыу һәм уларҙы тормошҡа ашырыу механизмын булдырыу[5],
  • шартһыҙ төп килемде индереү,
  • ярлыраҡ илдәрҙән байыраҡ илдәргә иҡтисади миграцияны контролдә тотоу (ярлылыҡты импортлауҙы кәметеү)[6].

Рәсәйҙә ярлылыҡ

Рәсәй фәндәр академияһының Социология институты директоры Михаил Горшков (2013) фекеренсә, Рәсәйҙә һәр бишенсе кешене ярлы кеше тип атарға була.

2013 йылғы статистика күрһәткестәре буйынса Рәсәйҙә халыҡтың 8,8 %, йәғни (килемдәре билдәләнгән йәшәү минимумынан аҙыраҡ) 12,5 млн ярлы тип атарға була. 2014 йыл башында был күрһәткес 19,8 млн (13,8 %) , 2015 йылдың I кварталында 22,9 млн (15,9 %) етә[7].

Рәсәй фәндәр академияһының Социология институты үткәргән тикшеренеүҙәрҙә (2013) ярлыларҙы 2 төркөмгә бүләләр: «килем буйынса» — статистикала күрһәтелгән һандар буйынса, һәм «тормош ауырлыҡтары арҡаһында» — килемдәре яҡшы булған хәлдә лә, ауыр көн итеүселәр (ауырыу, ғаиләлә эшләй алмаусылар булыуы һәм башҡа), икенсе категорияға 2003 йылда Рәсәй халҡының 39 %, 2008 году өстән бер, 2013 — дүрттән бер өлөшө ингән. «Килем буйынса» ярлылар иҫәбенә ингәндәрҙең 25 %, 17 % «тормошта ауыр хәлгә тарығандар»ҙың 17 % эшһеҙлек арҡаһында ошо хәлгә төшкән. Шул уҡ ваҡытта тикшеренеүҙең етәксеһе, социология фәндәре докторы, профессор Наталья Тихонова әйтеүенсә, әле Рәсәйҙә «бер ҡасан да булмағанса, эшләгән кешеләр араһында ярлылар күп»[8].

1999 йылдан һуң Рәсәй халҡының реаль килеме тәү тапҡыр 2014 йылдан түбәнәйә башлай. 2014 йылдың октябренән 2015 йылдың авгусына тиклем, 9 айҙа, халыҡтың килеме 9 % кәмегән. Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Социологик анализ һәм прогнозлау институтының докладын әҙерләүселәр килем кәмеүе һумдың девальвацияһына (арзанайыуы), бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын индексациялау әҙәйеүгә, социаль түләүҙәр алыу шарттары ауырлашыуға йәки ул түләүҙәрҙең бөтөнләй бөтөрөлөүенә бәйле, тип иҫәпләй.

Сәнғәттә һәм әҙәбиәттә

undefined

Ярлылыҡ тураһында бик күп әҫәрәҙәр тыуҙырылған, мәҫәлән:

  • «Преступление и наказание» һәм «Бедные люди» — Ф. Достоевский романдары;
  • «Честная бедность» — Шотландия шағиры Роберт Бернс;
  • «7 дел милосердия» — Кесе Питер Брейгель картинаһы;
  • «Скудная трапеза» — Пикассо картинаһы;
  • «Нищие музыканты» — Рембрандт картинаһы;
  • «Русская нищенка» — Эрнст Барлах скульптураһы;
  • Карин Повзнер эшләгән берәҙәктәр фотолары>;
  • «Бедность» — совет рок-музыканты, «Зоопарк» төркөмө етәксеһе Майк Науменко йыры;
  • «На дне» — Максим Горький пьесаһы.
undefined

Һылтанмалар

  1. https://www.un.org/en/global-issues/ending-poverty
  2. Wieviel Luxus steht Armen zu? (нем.)
  3. Бобков В.Н., Зинин В.Г., Разумов А.А. Политика доходов и заработной платы. Доклад в рамках проекта МОТ "Преодоление бедности, содействие занятости и местное экономическое развитие в Северо-Западном федеральном округе. — М., 2004. — С. 10.
  4. Половина человечества обеднела на $1 трлн за последние пять лет. РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 ғинуар 2016.
  5. Разумов А.А., Ягодкина М.А. Бедность в современной России. — М.: Формула права, 2007. — С. 172. — 336 с. — ISBN 978-5-8467-0056-7.
  6. Русский архипелаг - Германия. Организационное устройство миграционной политики. www.archipelag.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2015.
  7. Уровень бедности в России в первом квартале подскочил до 16 %
  8. Социологи РАН выяснили, почему многие россияне становятся бедными — Новости Общества — Новости Mail.Ru 2014 йылдың 28 июль көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт

рус телендә
башҡа телдәрҙә
  • Foster, James, J. Greer and Eric Thorbecke. A class of decomposable poverty measures. — Econometrica. — 1984. — 52(3). — рр. 761—765.

Һылтанмалар

Категориялар