Атайҙар көнө
Атайҙар көнө (рус. День отца) — ғаилә байрамы. Атайҙарҙың балалар тәрбиәләүгә һалған өлөшөн хөрмәтләү йөҙәнән үткәрелә. Рәсәйҙә Атайҙар көнө 2021 йылда Рәсәй Федерцияһы Президенты В. В. Путиндың Указы менән раҫлана һәм октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә[1]. Быға тиклем, 2008—2021 йылдарҙа, Рәсәй төбәктәрендә Атайҙар көнөн төрлө датала билдәләйҙәр[2].
| Йылдар | Байрам көнө | Йылдар | Байрам көнө |
|---|---|---|---|
| 2021 йыл | 17 октябрь | 2026 йыл | 18 октябрь |
| 2022 йыл | 16 октябрь | 2027 йыл | 17 октябрь |
| 2023 йыл | 15 октябрь | 2028 йыл | 18 октябрь |
| 2024 йыл | 20 октябрь | 2029 йыл | 21 октябрь |
| 2025 йыл | 19 октябрь | 2030 йыл | 20 октябрь |
Тарихы
Рәсәйҙә байрам Президенттың 2021 йылдың 4 октябрендә сыҡҡан 573-се «Атайҙар көнө тураһында» исемле Указы менән индерелгән[3]. Шунан бирле уны һәр октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләйҙәр[4][5][6].
«Российская газета» 2008 йылдың 14 февралендә «Владимир Путин Рәсәйҙә Атайҙар көнөн булдырыу тураһында „уйларға“ вәғәҙә итә» исемле мәҡәлә баҫтыра. Унда Президентының түбәндәге цитатаһы китерелә[7]
Бала табыуҙа атай ҙа, әсәй ҙә ҡатнаша. Атай кеше ғаилә ҡарау, балаларға яҡшы тормош тәьмин итергә бурыслы. 2008 йылды Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан итеп, беҙ демография, шулай уҡ атай һәм әсәй өҫтөндә торған бурыстарҙы хәл итергә теләйбеҙ.
Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә Атайҙар көнө федераль кимәлдә ҡарар ҡабул ителгәнгә тиклем үк рәсми раҫлана һәм билдәләнә[8][9].
2018 йылда Дәүләт думаһының ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Тамара Плетнева Рәсәйҙә «Атайҙар көнө» байрамын булдырырға һәм октябрҙең һуңғы шәмбеһендә билдәләнергә тәҡдим итә[10][11][12][13]. Әммә уның Федераль закон проекты кире ҡағыла[14].
2021 йылдың 31 майында Владимир Путин менән осрашыуҙа Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Анна Кузнецова Атайҙар Советы эшмәкәрлеге Һәм Рәсәй төбәктәрендә Атайҙар көнөн билдәләүҙәре тураһында хәбәр итә[15].
2021 йылдың июлендә Анна Кузнецова Атайҙар көнө ир-аттарҙың ролен балалар тәрбиәләүҙәге ролен күтәрәсәк тип белдерә. Кузнецова билдәләүенсә, Атайҙар көнөн рәсми кимәлдә булдырыу мөһимлеге йылдан-йыл арта, уны илдең 28 төбәгендә байрам итәләр. Балалар омбудсмены бындай байрамды индереү атайһар темаһына иғтибарҙы арттырасаҡ һәм «ғаиләне яҡлау мәсьәләләренә гармониялы ҡараш символы» буласаҡ, тигән фекерен еткерәе[16].
2021 йылдың июль аҙағында Рәсәй Хеҙмәт министрлығы Атайҙар көнөн билдәләү тәҡдимен йәмәғәтселеккә фекер алышыуға сығара. Байрам датаһы итеп октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһе тәҡдим ителә[17]. Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте был тәҡдим Анна Кузнецованан килеүен һәм министрлыҡ тарафынан хупланыуын әйтә[18].
2021 йылдың авгусында Владимир Путин Рәсәйҙә яңы байрам — «Атайҙар көнө»н индереү тәҡдимен хуплай һәм 2021 йылдың 4 октябрендә тейешле указға ҡул ҡуя[19][20][3].
Илдәр буйынса байрам көндәре
| Дата | Ил | Мәғлүмәт сығанағы |
|---|---|---|
| 19 март
(изге Йософ көнө менән тап килә) |
[21] | |
| Раббының күккә күтәрелеүе датаһы менән тап килә | [21] | |
| 5 май | [22] | |
| 8 май |
|
[23] |
| Майҙың икенсе йәкшәмбеһе | [21] | |
| Июндең беренсе йәкшәмбеһе | [24] | |
| Июндең икенсе йәкшәмбеһе | [25] | |
| Июндең өсөнсө йәкшәмбеһе | [26][27][28] | |
| 19 июнь | [30] | |
| 21 июнь | [21][31] | |
| 23 июнь | [32] | |
| Июлдең икенсе йәкшәмбеһе | [33] | |
| 8 август | [26] | |
| Августың икенсе йәкшәмбеһе | [34] | |
| Сентябрҙең беренсе йәкшәмбеһе | [21] | |
| Сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһе | [35] | |
| 21 октябрь | [36] | |
| Октябрҙең беренсе йәкшәмбеһе | [37] | |
| Октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһе | [38] | |
| Ноябрҙең икенсе йәкшәмбеһе | [39][40][21] | |
| 5 декабрь |
|
[21] |
| 26 декабрь |
|
[41] |
Иҫкәрмәләр
- ↑ 15 октября — День отца 2023: как россияне поздравляют пап. Известия (14 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026.
- ↑ Владимир Емельяненко. День отца в России: История и традиции праздника. Российская газета (15 октябрь 2023).
- ↑ 1 2 Указ Президента Российской Федерации от 04.10.2021 № 573 "О Дне отца". Официальное опубликование правовых актов (4 октябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026.
- ↑ В России ввели новый праздник. РИА Новости (4 октябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. Архивировано 4 октябрь 2021 года.
- ↑ В России станут отмечать День отца. РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. Архивировано 4 октябрь 2021 года.
- ↑ Путин подписал указ об учреждении Дня отца. Lenta. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. Архивировано 4 октябрь 2021 года.
- ↑ Владимир Путин пообещал "подумать" ввести в России День отца. Российская газета (14 февраль 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. Архивировано 23 сентябрь 2011 года.
- ↑ Закон Курской области от 29 апреля 2015 г. № 41-ЗКО "Об установлении Дня отца в Курской области". Гарант (справочно-правовая система). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. Архивировано 15 сентябрь 2016 года.
- ↑ «Отцы со всей России мечтают переехать в Липецк – здесь их ценят». Немного светлее (21 февраль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. Архивировано 27 февраль 2023 года.
- ↑ Законопроект № 490992-7 «О Дне отца в Российской Федераци». Автоматизированная система обеспечения законодательной деятельности. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. Архивировано 25 июнь 2018 года.
- ↑ Андреев А. Плетнёва предложила отмечать День отца в России на федеральном уровне // Парламентская газета. — 2018. — 19 июнь.
- ↑ В России предложили создать День отца. Интерфакс (19 июнь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. Архивировано 23 июнь 2018 года.
- ↑ Селезнёва М. В Госдуме предложили отмечать День отца. Life.ru (19 июнь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026.
- ↑ Корзинкина С. Госдума отклонила законопроект о праздновании Дня отца в России. Известия (23 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. Архивировано 4 октябрь 2021 года.
- ↑ Встреча с Уполномоченным по правам ребёнка Анной Кузнецовой. Президент России (31 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. Архивировано 30 ноябрь 2021 года.
- ↑ Зарембо Д. Кузнецова рассказала о цели установления Дня отца в России. Известия (28 июль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. Архивировано 4 октябрь 2021 года.
- ↑ В России предложили установить День отца. ТАСС (27 июль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. Архивировано 27 июль 2021 года.
- ↑ Кузнецова: всероссийский День отца будет способствовать сохранению традиционных ценностей. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. Архивировано 27 июль 2021 года.
- ↑ Путин поддержал идею учреждения в России Дня отца. Life.ru (25 август 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. Архивировано 28 август 2021 года.
- ↑ Владимир Путин поддержал предложение об учреждении в стране Дня отца. Единая Россия (партия) (25 август 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. Архивировано 28 август 2021 года.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Dunlap K. When do countries around the world celebrate Father’s Day? (ингл.). News4JAX (18 май 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2023.
- ↑ When is Father's Day in Denmark? (ингл.). Research Maniacs (9 июнь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2023.
- ↑ Did you know South Koreans do not celebrate Father's Day? (ингл.). Stripes Korea (16 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2023.
- ↑ Fathers need love too (ингл.). Zug4Youaccess-date=2023-09-22.
- ↑ When is Father's Day in Belgium? (ингл.). Research Maniacs (9 июнь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2023.
- ↑ 1 2 Jiang F. Father's Day in China (ингл.). China Highlights (4 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026.
- ↑ Father’s Day 2024, 2025 and 2026 (ингл.). Public Holidays Global. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026.
- ↑ Порошенко подписал указ об установлении Дня отца. 112 Украина (18 май 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. Архивировано 13 май 2021 года.
- ↑ Goyal S. Father’s Day 2022: Know Date, History, Significance and Celebrations of this Special Day. Josh (16 октябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026.
- ↑ Georgia joins global Father’s Day celebrations (ингл.). Agenda.ge (19 июнь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026.
- ↑ Father's Day in Egypt (ингл.). Webplus.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026.
- ↑ About Father's Day in Poland (ингл.). There is a Day for That!. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026.
- ↑ When is Father's Day in Uruguay? (ингл.). Research Maniacs (9 июнь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026.
- ↑ About Father's Day (ингл.). There is a Day for That!. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026.
- ↑ When is Father's Day in Latvia? (ингл.). Research Maniacs (9 июнь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026.
- ↑ В Беларуси учрежден новый праздник - День отца. Пресс-служба Президента Республики Беларусь (9 июнь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. Архивировано 10 июнь 2022 года.
- ↑ Sadykova K. Father's Day — history and traditions (ингл.). Luxtoday (9 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026.
- ↑ Россияне впервые отметят День отца. Lenta. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026. Архивировано 17 октябрь 2021 года.
- ↑ Праздники Финляндии. infoFinland.fi (13 июль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026.
- ↑ Fars dag (Father’s Day) (ингл.). semiswede. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026.
- ↑ Krasteva V. Father’s Day in Bulgaria (ингл.). БНР Radio Bulgaria. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026.