2 ноябрь
2 ноябрь (рус. 2 ноября) — рәсми календарь буйынса йылдың 306-сы көнө (кәбисә йылында 307-се). Йыл аҙағына тиклем 59 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Ир-егеттәр көнө.
- Балет көнө.
АҠШ: Сәләмәт туҡланыу көнө.
- Коммерция нигеҙендәге радиотапшырыуҙар көнө.
АҠШ Виргин утрауҙары: Азатлыҡ көнө.
Беларусь: Ата-бабаларҙы хәтерләү көнө.
Либерия: Рәхмәт көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Рәсәй империяһы иғлан ителгән көн.
Төркмәнстан: Һаулыҡ көнө.
Япония: Колготка көнө.
Ер: Хәрби журналистар көнө.
Ҡырғыҙстан: Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1721 йыл: Пётр I Бөтә Рәсәй Императоры, Бөйөк Пётр I титулдарын ала, Рәсәй империя итеп иғлан ителә.
- 1917 йыл: Рәсәй халыҡтары хоҡуҡтары Декларацияһы ҡабул ителә.
тулы исемлек
- 1937 йыл: Мәскәү Кремленең биш башняһында яңы рубин йондоҙҙар тоҡандырыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Иҙелғужин Кәрим Абдулла улы (1895—8.12.1937), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Диваев Рафаил Үзбәк улы (1950), эске эштәр органдары ветераны, милиция генерал-лейтенанты. 1996—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының эске эштәр министры. Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы депутаты. Почёт һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Ауырғазы районының почётлы гражданы (2005).
тулы исемлек
- Афзалов Рәил Шәриф улы (1955), ауыл хужалығы һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2007—2017 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған геодезисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Билал ауылынан.
- Ғәлимов Шамил Нариман улы (1960), ғалим-биохимик. 1984 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2012 йылдан медик-профилактик эш факультеты (микробиология бүлеге менән) деканы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мөҙәрис Багаев (1951), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, журналист, прозаик һәм драматург. Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Рәшит Солтангәрәев исемендәге премия, гәзит һәм журналдарҙың ижади конкурстары, «Илһам шишмәләре» республика шиғыр фестивале лауреаты.
- Хәсәнов Зимфир Мәхмүт улы (1961), ғалим-электротехника инженеры. 1984 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1997 йылдан Өфөләге «Плазматрон» ғилми-производство предприятиеһының ғилми етәксеһе. Техник фәндәр докторы (2010). РСФСР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1990). Велосипед спорты буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1980). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Иҫке Күсәрбай ауылынан.
тулы исемлек
- Имашев Фәрхәт Рифҡәт улы (1966), спорт ветераны. 1992—1998 йылдарҙа кикбоксинг буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Профессионалдар араһында донъя (1994) һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе (1992—1993); Европа (1996), Азия (1995, 1997) һәм Рәсәй (1992—1996) чемпионы. Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994). Сығышы менән хәҙерге Үзбәкстандың Пушкин ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Евстафьев Филипп Петрович (1922—2004), инженер, ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962 йылдан Баҡалы спирт заводы директоры, 1975—1982 йылдарҙа «Сельхозтехника» район берекмәһенең кадрҙар буйынса инженеры. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Васильевка ауылынан.
- Насыров Рәшит Ғимат улы (1932—10.03.2017), педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1956—1958 йылдарҙа һәм 1968 йылдан Хәйбулла районы Аҡъяр урта мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970—1992 йылдарҙа директоры. СССР-ҙың мәғариф отличнигы (1969). Сергей Чекмарёв исемендәге премия лауреаты (2005), Хәйбулла районының почётлы гражданы (2017). Сығышы менән ошо райондың Ибраһим ауылынан (хәҙер бөткән).
тулы исемлек
- Гәрәева Кламира Тимерғәле ҡыҙы (1937), быяла эшләүсе. «Салауатбыяла» берекмәһенең элекке өлкән мастеры, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Порсев Михаил Владимирович (1923—6.10.2005), хеҙмәт алдынғыһы, 1940—1985 йылдарҙа «Златоуст машиналар эшләү заводы» берекмәһенең слесарь‑лекалолар яһаусыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977).
- Юлбарисов Марс Хәбибулла улы (1963), эшҡыуар һәм меценат. Кинйә Арыҫланов исемендәге мәрхәмәтлелек фонды президенты.
тулы исемлек
- Рамазанов Ришат Фагам улы (1968), Краснокама районының Ҡуян балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мөхәмәтдинов Шамил Ғәлиәхмәт улы (1924—28.02.2015), химия сәнәғәте хеҙмәткәре. 1943—1974 йылдарҙа хәҙерге Һамар өлкәһенең Чапаевск ҡалаһындағы химия заводы бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Айбүләк ауылынан.
- Баязитов Роберт Ишдәүләт улы (1939—19.05.2019), комсомол һәм партия органдары, мәғариф өлкәһе хеҙмәткәре. 1985—2004 йылдарҙа Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе директоры. Рәсәй Федерацияһы (1997) һәм Башҡорт АССР-ы (1988) мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979).
тулы исемлек
- Шәйехова Флүрә Зөфәр ҡыҙы (1954), шәфҡәт туташы, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы. Балтас районы Көнтүгеш фельдшер-акушер пунктының элекке мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2012). Сығышы менән ошо ауылдан.
- Костюк Михаил Фёдорович (1959), хоҡуҡ белгесе-ғалим. 1989 йылдан хәҙерге Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты уҡытыусыһы, 2002—2010 йылдарҙа енәйәт хоҡуғы кафедраһы начальнигы. 2010 йылдан Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Мәскәүҙәге Иҡтисади хәүефһеҙлек академияһы, 2011 йылдан — Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университеты уҡытыусыһы. Юридик фәндәр докторы (2001), профессор (2003). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Винница өлкәһе Ғайсин районы Носовцы ауылынан.
- Кәримов Тимербулат Олег улы (1974), эшҡыуар, йәмәғәтсе. 2015 йылдан Иваново өлкәһенең Плёс ҡала биләмәһе советы рәйесе. «Мостай Кәрим фонды»н ойоштороусыларҙың береһе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ейәне. Рәсәйҙең Дуҫлыҡ (2018), Почёт (2023), Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы (2024) ордендары кавалеры.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- б. э. т. 69 йыл: Клеопатра, Боронғо Египет батшаһы.
- 1937 йыл: Йомағолов Харис Йомағол улы, Башревком рәйесе (1919—1920).
- 1950 йыл: Джордж Бернард Шоу, Ирландия яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты.
тулы исемлек
- 1998 йыл: Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы, ғалим, педагог, партия һәм дәүләт эшмәкәре.
- 2008 йыл: Гәрәев Әмир Сәлимгәрәй улы, башҡорт яҙыусыһы һәм журналисы.