Диваев Рафаил Үзбәк улы
Рафаил Үзбәк улы Диваев (рус. Рафаил Узбекович Диваев; 1950 йылдың 2 октябре, Абдрахман, Башҡорт АССР-ы) — эске эштәр һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, милиция генерал-лейтенанты. 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһының эске эштәр министры, 2008—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-Министры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының I саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Почёт һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры.
Биографияһы
Диваев Рафаил Үзбәк улы 1950 йылдың 2 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Ауырғазы районы Абдрахман ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген, 1968 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһында «Синтезкаучук» заводының электр слесары булып башлай[1].
1969—1971 йылдарҙа ул СССР Дәүләт именлеге комитетының Сик буйы ғәскәрҙәрендә хәрби хеҙмәттә була. Советтар Союзының Памир тауҙарының ҡатмарлы урындары буйлап үткән дәүләт сиген һаҡлау осоронда инструктор-кинолог булып хеҙмәт итә.
1971 йылда запасҡа ҡайтарылғандан һуң комсомол йүнәтмәһе буйынса эске эштәр органдарына эшкә ебәрелә һәм Стәрлетамаҡ ҡала советы башҡарма комитеты эске эштәр бүлегендә енәйәттәрҙе тикшереү бүлегенең милиционеры — кесе инспекторы булып хеҙмәт юлын башлай. Сик буйында яҡшы әҙерлек иткән егет тиҙ арала яңы һөнәренең нескәлектәренә өйрәнә, үҙен ныҡышмалы, ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән башҡарыусы итеп күрһәтә һәм, етәкселек тарафынан перспективалы хеҙмәткәр тип билдәләнеп, махсус белемен артабан кәмилләштереү маҡсатында уҡырға ебәреүгә тәҡдим ителә. 1972—1974 йылдарҙа СССР эске эштәр министрлығының Алабуға махсус урта мәктәбендә тейешле өҫтәлмә һөнәри әҙерлек алғандан һуң, ул саҡтарҙа ҡатмарлы булып иҫәпләнгән Белорет ҡала эске эштәр бүлегенә енәйәтселәрҙе эҙләү буйынса өлкән инспектор итеп тәғәйенләнә, артабан ошо бүлексә етәксеһенең урынбаҫары итеп үрләтелә. Был, әлбиттә, Рафаил Диваевтың сағыштырмаса ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен тик ыңғай яҡтан ғына күрһәтеү һөҙөмтәһе була. Уның ныҡлы ойоштороу һәләтенең тәүге сатҡылары ла нәҡ ошо вазифала күренә башлай.
Оператив хеҙмәткәр булараҡ тик юғары күрһәткестәргә өлгәшкән офицер 1977 йылда артабанғы хеҙмәтен дауам итеү өсөн Нефтекама ҡалаһы эске эштәр бүлегененең енәйәтселәрҙе эҙләү бүлексәһе етәксеһенең урынбаҫары күсерелә. Нәҡ ошо ҡалала был осорҙа енәйәтселек күренештәре киң таралған була, һәм урындағы милиция бүлеген тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр менән нығытыу зарурлығы көнүҙәк мәсьәләгә әйләнә. Бында ла оператив хеҙмәткәр ең һыҙғанып эшкә тотона һәм тағы ла тотороҡло уңыштарға өлгәшә. 1981 йылда Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министрлығының Енәйәтселәрҙе эҙләү идаралығында айырым әһәмиәттәге эштәр буйынса өлкән инспектор булып эшләп алғас, хеҙмәт эшмәкәрлеген Нефтекамала дауам итә: енәйәтселәрҙе эҙләү бүлексәһе етәксе, ҡала эске эштәр бүлеге етәксеһе урынбаҫары, аҙаҡ етәксеһе һәм 1995 йылға тиклем Нефтекама ҡала эске эштәр идаралығы етәксеһе була. Ситтән тороп СССР Эске эштәр министрлығы Академияһын тамамлай, «милиция полковнигы» дәрәжәһен ала.
1995—1996 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрының беренсе урынбаҫары — криминаль милиция хеҙмәте етәксеһе була, «милиция генерал-майоры» махсус дәрәжәһен ала. 1996 йылда республиканың Эске эштәр министры итеп тәғәйенләнә. Был вазифаны башҡарғанда «милиция генерал-лейтенанты» махсус дәрәжәһе бирелә.
Рафаил Диваев шулай уҡ Почёт һәм Салауат Юлаев ордендары, миҙалдар, Башҡортостан Республикаһының Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнгән, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» тигән исемгә лайыҡ булған.
1995—1999 йылдарҙа I саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы депутаты була.
2008 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты указы менән Рафаил Диваев Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-Министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә һәм был яуаплы вазифаны 2011 йылға тиклем башҡара[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Почёт ордены
- «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2025) — күп йыллыҡ уңышлы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн[4]
- Салауат Юлаев ордены
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы
- Эске эштәр органдарының почётлы хеҙмәткәре
- I—III дәрәжә «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалдары
- Ауырғазы районының почётлы гражданы (2005) — райондың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн[5]
- Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (2023) — Башҡортостан Республикаһының Нефтекама ҡалаһы ҡала округында йәмәғәт именлеген тәьмин итеүгә, хоҡуҡ тәртибен һәм законлылыҡты нығытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн[6]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Ксения Калинина. Легендарный генерал Башкирии Рафаил Диваев отмечает юбилей. Бывшему министру МВД по Башкирии исполнилось 75 лет. ИА «Башинформ» (2 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Экс-глава МВД Башкирии Рафаил Диваев вернулся в публичную политику. Он возглавил Общественный совет при министерстве. Сетевое издание «Коммерсантъ» (25 декабрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ В Башкортостане начал работу обновленный состав Общественного совета при МВД республики. Официальный портал Республики Башкортостан (29 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Иван Вавилов, Азат Гиззатуллин. Радий Хабиров наградил Рафаила Диваева орденом за заслуги перед Башкирией. ИА «Башинформ» (4 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Почетные граждане. Диваев Рафаил Узбекович. Муниципальный район Аургазинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Решение «О присвоении звания «Почетный гражданин города Нефтекамска» Диваеву Р.У.» Официальный сайт Совета городского округа город Нефтекамск Республики Башкортостан (3 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ноябрь 2025. (рус.)
Һылтанмалар
- ИА «Башинформ». Легендарный генерал Башкирии Рафаил Диваев отмечает юбилей. Бывшему министру МВД по Башкирии исполнилось 75 лет (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 ноябрь 2025)
- Муниципальный район Аургазинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Диваев Рафаил Узбекович 2021 йылдың 15 май көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2019)