Имашев Фәрхәт Рифҡәт улы
Имашев Фәрхәт Рифҡәт улы (2 ноябрь 1966 йыл, Үзбәкстан Ҡырым ауыл советы Пушкин ауылы; икенсе мәғлүмәт буйынса: Үзбәк ССР-ы Ташкент өлкәһе Бекабад ҡалаһы) — спорт ветераны, кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993), БР-ҙың күренекле спортсыһы, бокс буйынса спорт мастеры (1992)[1][2].
Биография
Фәрхәт Рифҡәт улы Имашев 1966 йылдың 2 ноябрендә Үзбәк ССР-ы Ташкент өлкәһе Бекабад ҡалаһында тыуған.
1993 йылда Башҡортостан Республикаһының Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлай. Уҡыған йылдарында даими рәүештә спорт менән шөғөлләнә. Тренерҙары: Г. И. Мокеев, Э. Н. Нурмөхәмәтов, Р. С. Саяпов, В. Д. Чистонов.
1992—1998 йылдарҙа кикбоксинг буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы.
Профессионалдар араһында донъя чемпионы һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре араһында чемпион.
Кикбоксинг буйынса Европа, Азия һәм Рәсәй чемпионы. Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1993)
- Кикбоксинг буйынса Рәсәй чемпионы (1992—1996)
- Профессионалдар араһында донъя һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәре араһында чемпион (1992—1994)
- Кикбоксинг буйынса Европа чемпионы (1996)
- Кикбоксинг буйынса Азия чемпионы (1995, 1997)
- Кикбоксинг буйынса донъя кубоктарының көмөш призёры (1997, 1999)
- Кикбоксинг буйынса донъя чемпионаттарының бронза призёры (1992, 1995)
- Сават буйынса Европа һәм Рәсәй чемпионы (1996, 1998)[1]
== Иҫкәрмәләр ==
- ↑ 1 2 3 Имашев Фәрхәт Рифҡәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Имашев Фархат Ривгатович 2021 йылдың 2 ноябрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Имашев Фәрхәт Рифҡәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Имашев Фархат Ривгатович 2021 йылдың 2 ноябрь көнөндә архивланған.