Кәримов Тимербулат Олег улы
Кәримов Тимербулат Олег улы (рус. Каримов Тимербулат Олегович; 1974 йылдың 2 ноябре, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — эшҡыуар, йәмәғәтсе. 2015 йылдан Иваново өлкәһенең Плёс ҡала биләмәһе советы рәйесе[1]. «Мостай Кәрим фонды»н ойоштороусыларҙың береһе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ейәне. Рәсәйҙең Дуҫлыҡ (2018), Почёт (2023), Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы (2024) ордендары кавалеры.
Биографияһы
Тимербулат Олег улы Кәримов 1974 йылдың 2 ноябрендә Өфө ҡалаһында Олег Леонид улы Балабан һәм Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримова ғаиләһендә тыуған.
Башҡорт дәүләт университетында һәм Бриджпорт университетында (АҠШ) уҡыған[2].
Төрлө йылдарҙа «Атон» инвестиция компанияһында, Nomura һәм Lehman Brothers инвестиция банкында, UniCredit, «Сумма Капитал» инвестия группаһында, ВТБ банкында эшләй[2].
Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусыларҙың береһе[3].
2015 йылдың октябрендә Рәсәйҙең Иваново өлкәһе Приволжский районына ҡараған Плёс ҡала биләмәһе советы рәйесе итеп һайлана[4]. 2025 йылдың 14 сентябрендә Тимербулат Кәримов Плёс ҡала биләмәһенең V саҡырылыш Советы рәйесе итеп ҡабаттан 5 йылға һайлана[1].
2018 йылдың авгусында Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Тимербулат Кәримов Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнә[5][6].
2023 йылдың ноябрендә Рәсәйҙең Почёт орденына[7], 2024 йылдың октябрендә Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы орденына лайыҡ була[8].
2024 йылдың декарендә «Мустай» документиаль фильмы өсөн Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәҙәниәт өлкәһендәге премияһына лайыҡ була[9].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены (2018)
• Почёт ордены (2023)
• Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2024)
• Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәҙәниәт өлкәһендәге премияһы
• Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (2018)[8]
• Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрының Рәхмәт хаты (2017)[8]
• Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының «Рәсәй мәҙәниәтенә индергән өлөшө өсөн» күкрәк билдәһе (2022)[8]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Тимербулат Каримов избран Председателем Совета Плёсского городского поселения. Официальный портал Плёсского городского поселения (18 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025.
- ↑ 1 2 Семейный бизнес лучше банковского. Тимербулат Каримов покинул ВТБ Сайт ИД «Коммерсант», 7 февраля 2014 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 ноябрь 2024)
- ↑ Некоммерческая организация «Фонд имени Мустая Карима». Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 ноябрь 2024)
- ↑ Официальный сайт городского поселения Плёс. Каримов Тимербулат Олегович, Председатель совета Плёсского городского поселения (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 ноябрь 2024)
- ↑ Владимир Путин наградил председателя совета Плёса орденом Дружбы. Сайт «Все новости региона», 22 августа 2018 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 август 2018)
- ↑ Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы Тимербулат Кәримов Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләнде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018 йыл, 23 август (Тикшерелеү көнө: 27 август 2018)
- ↑ Тимербулат Каримов награжден Орденом Почета. Медиакорсеть (30 ноябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 4 Тимербулат Каримов награжден орденом Дружбы народов. ИА «Башинформ», 2 ноября 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 ноябрь 2024)
- ↑ Распоряжение Правительства РФ от 25 декабря 2024года № 3985-р. Правительство РФ (25 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. (рус.)
Һылтанмалар
• ГлобалМСК.ру Московский бизнес портал: Главная > Люди > Бизнес > КАРИМОВ Тимербулат Олегович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 ноябрь 2024)
• ТАСС, информационное агентство, официальный сайт. Каримов, Тимербулат Олегович. Председатель совета Плесского городского поселения (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 ноябрь 2024)
• Тимербулат Кәримов башҡорт телен өйрәнеү тураһында (рус.)
• Интернет-издание Пруфы.рф. Фондовый коллекционер Тимербулат Каримов: кем является возможный кандидат на должность главы Башкирии? (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 октябрь 2025)