Байназар мәктәбе
Байназар мәктәбе | |
---|---|
Файл:Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбе.jpg | |
Ҡыҫҡаса исеме | БР Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе |
Нигеҙләнгән | 1924 |
Адресы | Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Бөрйән районы, Байназар ауылы |
Байназар урта мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Байназар ауыл Советы биләмәһендәге уҡыу йорто.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Байназар мәктәбе 1924 йылда 1-се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе булараҡ ойошторола, 1934 йылдан — тулы булмаған урта мәктәп, ә 1951 йылдан урта мәктәпкә әүерелә.
Байназар мәктәбенең беренсе уҡытыусыһы һәм директоры — Ғ. Ҡәҙерғолов.
1943 йылда мәктәп базаһында Байназар балалар йорто асыла. 1947 йылда яңы бинаға күсә. 1954 йылда уҡыусыларҙың тәүге сығарылышы була. 1967—1972 йылдарҙағы уңыштары өсөн Байназар урта мәктәбенә КПСС райкомының күсмә Ҡыҙыл байрағы бирелә.
1960 йылдан мәктәп 2 ҡатлы ағас бинала урынлаша, ә 1983 йылда яңы типтағы 2 ҡатлы мәктәп төҙөлә, 120 урынлыҡ башланғыс мәктәп бинаһы һәм мәктәп яны интернаты сафҡа индерелә. Тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар.
Мәктәп уҡыусылары яһаған ағас сувенирҙар Нидерландта (1978) һәм Мысырҙа (1979) халыҡ-ара күргәҙмә дипломдары менән билдәләнгән.
Мәктәптең ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- КПСС райкомының күсмә Ҡыҙыл байрағы (1972)
- «Матур мәктәп» Бөтә Рәсәй конкурсы призеры (1998)
- «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты еңеүсеһе (2007)
- «Йыл мәктәбе» Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты (2011)
- Ю. Гагарин Кубогына Республика уҡыусылар олимпиадаһы дипломанты[1] (2019)
Филиалдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Яуымбай төп мәктәбе
- Мораҙым төп мәктәбе
- Мәһәҙей төп мәктәбе
- Ҡурғашлы башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы
- Һарғая башланғыс мәктәбе
Етәкселәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
●Ғаяз Ҡәҙерғолов (1924-1929 йылдар)
●К.А.Миндеғолов(1925-1927)
●Г.З.Мөхәмәтҡолов ((1927-1930)
●Г.Дәүләтшин (1930-1932)
●Ф.Ф.Йомағолов(1932-1933)
●Н.Г.Йомағолов(1933-1934)
●Д.Г.Рахманғолов (1934-1939)
●К.Узбәков (1939)
●Л.А.Ғәлиев(1939-1940)
●Х.Нуғаева(1940-1942)
●Ғүмәрова Мәсхүҙә Арыҫлангәрәй ҡыҙы (1942--1943)
●Баязитова Шәфиға (1943-1944)
●Л.С.Ишбулатов (1944-1945)
●Х.Сәйетов (июнь-август 1945)
●Шәрипов Ғилмитдин Ғәйнетдин улы(1945-1949)
●Йортбағышев Ноғоман Ишҡыуат улы (1949-1954).
●К.Г. Шәрәфетдинов (1954-1955)
●Сәйәхов Шамил Мортаза улы (1955, 1959-1964)
●Ҡарамышев.Фаяз Шәңгәрәй улы(1956--1957)
●М.Г.Туҡтамышев (1957)
●Ҡаҙбулатов(1957)
●Буранов Мирза Латип улы (1964-1967)
● Ҡаһарманов Латиф Әбдрахман улы (1967-1972)
●Ишбулатов Ғәлимйән Сибәғәт улы (1972-1975; 1979-1985)
●Баязитов Роберт Ишдәүләт улы (1976-1979; 1985-2004).
●Айытҡолова Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы (2004-2007)
●Ғәлиуллин Ғәзим Уйылдан улы (2007-2009)
●Шәмсетдинова Резеда Мирза ҡыҙы (2009- 2011)
●Хасанов Альберт Зөфәр улы (2011-2012)
●Яҡшыбаева Фәниә Солтангәрәй ҡыҙы(2012)
●Баязитов Азамат Роберт улы (2012-2016)
●Ҡотлобаев Йәмил Ишбулды улы (2016)
Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был уҡыу йортон 2,5 меңдән ашыу уҡыусы тамамлаған, улар араһында шағир Т. Ф. Ҡарамышева, фольклорсы-ғалим Ә. М. Сөләймәнов, М. З. Һөйәрғолов, Мөхәмәтйәнова Гөлназ Әнүәр ҡыҙы бар.
Уҡытыусылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Һылтанма буйынса уҡығыҙ: Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе уҡытыусылары
- Сафиуллина (Ишмөхәмәтова) Роза Зәки ҡыҙы (ҡара:Ғәлиәкбәр мәктәбе уҡытыусылары)
Мәғарифта эшләүсе уҡыусылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Таҡтаташтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Байназар урта мәктәбе бинаһына Нурғәлин Ф. М. иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Мәктәп тураһында матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Файл:Таң гәзите.jpg 3 ноябрь 2019, Байназар мәктәбе күркәмләнә[2]
- Башҡортостан уҡытыусыһы журналы. 30 ғинуар 2019, Тырыштарға ҡайҙа ла хөрмәт[3]
- Башҡортостан гәзите. 20 июль 2021, Бай тарихлы Байназарҙың көнкүреше көйлө[4]
- Йәшлек гәзите. 12.12.2014. Байназарҙа — байрам Байназарҙа — байрам!
- Таң гәзите.26 март 2023 йыл Учалынан еңеү менән ҡайтҡандар
- Таң гәзите. 30 март 2023 йыл Байназарҙа Уҡытыусы һәм остаз йылын асыуға арналған сара үтте
- Таң гәзите. 12 апрель 2023.Йырлап-бейейҙәр ҙә, эшләйҙәр ҙә
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бурзянская энциклопедия[5]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Ватандаш журналы. 24 декабрь 2020, Миҙал — Байназар мәктәбе етәксеһендә!
- ↑ Байназар мәктәбе күркәмләнә
- ↑ Тырыштарға ҡайҙа ла хөрмәт
- ↑ Бай тарихлы Байназарҙың көнкүреше көйлө
- ↑ Байназаровская средняя школа // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 89. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.