Һарғая мәктәбе

Һарғая мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Ҡолғана ауыл советы биләмәһендәге уҡыу йорто. Бөрйән районы Һарғая ауылында урынлашҡан. Бөрйән районы Байназар ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең филиалы.

Тарихы

Һарғая мәктәбе 1930 йылдарҙа Башҡортостан ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре балаларын уҡытыу өсөн Көньяҡ Үҙән башланғыс мәктәбе булараҡ асыла. Мәктәп ағас мәктәптә урынлаша, һуңынан ул музей итеп үҙгәртелә. Уҡытыу урыҫ телендә алып барыла.

2002 йылда ағастан яңы мәктәп төҙөлә (2020 йылда үҙгәртеп ҡорла). 2019 йылдан — Байназар ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең филиалы. 2 уҡыу кабинеты һәм ашханаһы бар.

Етәкселәре

Уҡытыусылары

Мәғарифта эшләүсе уҡыусылары

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр

Мәктәп тураһында матбуғатта

Сығанаҡтар

Иҫкәрмәләр

Категориялар