Ҡурғашлы мәктәбе

Ҡурғашлы мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Байназар ауыл советы биләмәһендәге уҡыу йорто. Бөрйән районы Ҡурғашлы ауылында урынлашҡан.

Тарихы

Ҡурғашлы мәктәбе 1962 йылда башланғыс мәктәп булараҡ асыла. Беренсе уҡытыусы — М. М. Потапова. 1999 йылдан — төп мәктәп, ә 2009 йылдан, төп мәктәп һәм балалар баҡсаһы берләштерелгәс, Ҡурғашлы башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы статусында.

Балалар баҡсаһы 1963 йылда йәсли-баҡса булараҡ эшләй башлай (1972—1983 йылдарҙа эшләмәй тора), 2000 йылдан — балалар баҡсаһы.

Мәктәп бер ҡатлы ағас бинала урынлаша (1990 йылда төҙөлә). 2022 йылда тәрбиәләнеүселәр — 14, уҡыусылар 17 тәшкил итә. 1960 йылдарҙа уҡытыу һәм тәрбиә урыҫ телендә алып барыла, һуңынан — башҡорт телендә.

Етәкселәре

Уҡытыусылары

Мәғарифта эшләүсе уҡыусылары

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр

Мәктәп тураһында матбуғатта

Ҡаҙаныштары

Сығанаҡтар

Иҫкәрмәләр

Категориялар