Исламбай мәктәбе
Исламбай мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Аҫҡар ауыл Советы биләмәһендәге уҡыу йорто. Исламбай ауылында урынлашҡан. Бөрйән районы Аҫҡар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Исламбай филиалы[1]
Тарихы
Исламбай мәктәбе 1937 йылда мәсет бинаһында асыла. Уҡытыу 2 класта алып барыла. Беренсе уҡытыусылар: Ш. Бикбулатова, З. Дауытова, Х. Кәримов, Г. Минлеғолов, Ф. Йомағоловтар.
1961—1962 йылдарҙа Н. Ш. Хәйбуллина етәкселегендә башланғыс кластар өсөн ағас мәктәп төҙөлә.
- Статусы
- 1937 йылдан — башланғыс мәктәп
- 1987 йылдан — тулы булмаған урта (һигеҙ йыллыҡ)
- 2010 йылдан — Аҫҡар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Исламбай филиалы
1988 йылдан алып Исламбай мәктәбен 220-нән ашыу уҡыусы тамамлай.
Етәкселәре
Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр
- Аратов Самат Шөғәйеп улы (24 ноябрь 1936 йыл) — хеҙмәт ветераны, Рәсәй Федерацияһының профессиональ-техник белем биреү отличнигы.
Уҡытыусылары
Мәғарифта эшләүсе уҡыусылары
Видеояҙмалар
- Аманат журналы. 2020 йыл. Исламбай мәктәбендәге осрашыуҙан фильм[2]
Матбуғатта
- Йәншишмә гәзите, 27 ноябрь 2021, Һай, үҙебеҙҙең дүртенселәр!Һай, үҙебеҙҙең дүртенселәр!
- Таң гәзите 4 февраль 2022 йыл 1 февралдә Исламбайҙа «Уҡытыусы — бөйөк исем» аҫтында осрашыу-кисә үтте
Сығанаҡтар
- Исламбаевская основная школа // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 231. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.