Аҫҡар мәктәбе (Бөрйән районы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Аҫҡар мәктәбе
Ауыл мәктәбе.jpg
Ҡыҫҡаса исеме БР Бөрйән районы Аҫҡар урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Нигеҙләнгән 1917
Адресы Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы,Башҡортостан Башҡортостан Бөрйән районы, Аҫҡар ауылы

Аҫҡар мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Аҫҡар ауыл Советы биләмәһендәге уҡыу йорто.

1917—1921 йылдарҙа Аҫҡар ауылында дин нигеҙҙәренә Шәйех мулла, 1927—1929 йылдарҙа Арыҫлан хажи өйрәтә. 1930 йылдан Ғата хәлфә ғәрәп телендә уҡыта башлай. Һуңғараҡ Смаков дәрестәрҙе латин алфавиты нигеҙендә алып бара башлай.

Аҫҡар мәктәбе 1930 йылдан башланғыс, 1938 йылдан тулы булмаған урта (7, 8 йыллыҡ) мәктәп булараҡ эшләй. 1990 йылда урта мәктәп итеп үҙгәртелә. 1932, 1954—1956 йылдарҙа уҡытыу мәсет бинаһында, 1934—1935 йылдарҙа Сафа бай йортонда алып барыла. 1954 йылда мәсет бинаһында уҡытыусылар кабинеты һәм 3 класс булдырыла. Уҡытыу 2 сменала була. Бында шулай уҡ Исламбай ауылынан да балалар уҡый. Улар өсөн 3 бүлмәле интернат эшләй. Мәктәп бинаһы иҫкереү сәбәпле, уҡыусылар 1990 йылдан алып балалар баҡсаһында уҡый. 2008 йылда 2 ҡатлы яңы типтағы мәктәп төҙөлә.

Филиалдары
  • Мөхәмәтов Азамат Әбделвәхит улы 1987 йылдың 18 майында Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Сибай институтының тарих факультетында уҡый. Әлеге көндә тарих уҡытыусыһы уҡыта.
  • Мөхәмәтова (Теләмбитова) Ләйлә Рафиҡ ҡыҙы
  • Йәрмөхәмәтов Ильяс
  • Фәтхетдинова Зәйтүнә Мазһар ҡыҙы

Мәғарифта эшләүсе уҡыусылары

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәктәп тураһында матбуғатта

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]