Мораҙым мәктәбе (Бөрйән районы)

Мораҙым мәктәбе — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Байназар ауыл Советы биләмәһендәге уҡыу йорто. Мораҙым ауылында урынлашҡан. Бөрйән районы Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Мораҙым филиалы

Тарихы

1935 йылда башланғыс мәктәп булараҡ асыла. 19878 йылда — тулы булмаған урта, 1994 йылдан — төп мәктәп, ә 2010 йылдан алып Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең Мораҙым филиалы статусында. Беренсе уҡытыусы — Ә. Ф. Әйүпов.

1963 йылда ағас бинала урынлаша. 1996 йылда яңы мәктәп төҙөлә. Уҡытыу башҡорт телендә алып барыла. 1988 йылдан алып Мораҙым мәктәбен 215 уҡыусы, шул иҫәптән бишәүһе отличие менән тамамлай.

Етәкселәре

  • Аҫылғужин Фәйзрахман Хәйбрахман улы

Уҡытыусылары

Хеҙмәт юлын Берәтәк мәктәбендә башлай. Унан һуң ике йыл Үрге Нөгөш, өс йыл — Мәндәғол мәктәптәрендә уҡыта. 1970 йылда ситтән тороп Белорет педагогия училищеһын тамамлай. 1974 йылдан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы Мораҙым мәктәбендә эшләй. 18 йыл мәктәп директоры була. Хеҙмәт стажы — 42 йыл. Ул — хеҙмәт ветераны.

  • Аҫылғужина (Сәйетбатталова) Сәриә Мансур ҡыҙы Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Иҫке Собханғол мәктәбен 1965 йылда тамамлай. Хеҙмәт юлы тормош иптәше Аҫылғужин Фәйзрахман Хәйбрахман улы менән бәйле. 1971 йылда ситтән тороп Белорет педагогия училищеһын тамамлай. Хеҙмәт стажы — 38 йыл. Ул — хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.

Мәғарифта эшләүсе уҡыусылары

Мәктәпте тамамлаусы билдәле шәхестәр

Мәктәп тураһында матбуғатта

Видеояҙмалар

«Еҙ үксә» бейеу төркөмө. Бөрйән районы, Мораҙым мәктәбе[1]

Сығанаҡтар

Фотогалерея

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Категориялар