27 май
27 май — рәсми календарь буйынса йылдың 147-се (кәбисә йылында 148-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 218 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2025 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
Рәсәй Федерацияһы:
- Санкт-Петербург ҡалаһы көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Китапханалар көнө.
- 1703 йыл: Санкт-Петербург ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1795 йыл: Рәсәй империяһында һәр кем ҡуллана алған беренсе дәүләт китапханаһы — Императорҙың асыҡ китапханаһы (хәҙер Рәсәйҙең милли китапханаһы) эшләй башлай.
тулы исемлек
- 1855 йыл: Санкт-Петербургта Иван Крыловҡа һәйкәл асыла.
- 1883 йыл: Мәскәүҙә Тарихи музей эш башлай.
- 1895 йыл: Британия уйлап табыусыһы Бирт Акрес кинопроекторға патент ала.
- 1920 йыл: Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының «Автономиялы Татар Социалистик Совет Республикаһы тураһында» тигән декреты матбуғатта баҫыла.
- 1920 йыл: Өфө губернаһының Минзәлә өйәҙе яңы ойошторолған Татар АССР-ы составына бирелә.
- 1930 йыл: АҠШ-та йәшәүсе Ричард Дрю скотчҡа патент ала.
- 1955 йыл: Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы башлана.
- 1965 йыл: Башҡорт АССР-ының Туймазы районында «Илсембәт» совхозы (хәҙер ауыл хужалығы кооперативы) ойошторола.
- 1969 йыл: «Машина времени» рок төркөмө ойошторола.
- 1973 йыл: СССР автор хоҡуҡтарын һаҡлау тураһындағы Женева конвенцияһына ҡушыла.
- 1997 йыл: Ҡалтасы районының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләй башлай.
- 2003 йыл: Өфөлә «„Урал-батыр“ эпосы һәм мифология» Бөтә Рәсәй фәнни конференцияһы асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Константин Иванов (1890—13.03.1915), шағир, сыуаш әҙәбиәте классигы, сыуаш әҙәби теленә нигеҙ һалыусы. 1907—1914 йылдарҙа Сембер ҡалаһындағы сыуаш уҡытыусылар мәктәбе уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Ыҫлаҡбаш ауылынан.
- Болдырев Владимир Михайлович (1915—10.03.1998), ветеринария врачы, дәүләт органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950 йылдан республика ветеринария клиникаһы директоры, 1952 йылдан — баш ветеринар табип, 1960 йылдан — Башҡортостан фәнни-производство ветеринар лабораторияһы директоры, 1966—1975 йылдарҙа — республика Ауыл хужалығы министрлығының бүлек етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ветеринар врачы (1965). СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1973). Ике 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1946, 1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1946) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Хәлилова Ғәниә Хөснулла ҡыҙы (1940), юрист, нотариус. Башҡортостан Республикаһы Нотариаль палатаһының беренсе (1994—2011) һәм почётлы президенты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған юрисы. БАССР Юғары Советы Президумының (1981) һәм Башҡортостан Республикаһының (2010) Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районынан.
- Мусихина Рәйсә Сәмиғулла ҡыҙы (1950), мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәре. Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайының директор урынбаҫары, баш режиссёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған, ҡаланың иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Арыҫланов Фәрит Йәүәт улы (1960), спортсы, тренер, педагог. 1980 йылдан Өфөләге 4-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең, 2000 йылдан — олимпия резервының 19-сы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең уҡытыусы-тренеры. 2004—2011 йылдарҙа олимпия резервының фехтование буйынса 23-сө балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры. Рәсәйҙең атҡаҙанған (2013), Башҡортостандың иң яҡшы тренеры. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе һәм мәғариф отличнигы.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Миләүшә Мортазина (1926), мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәре, педагог, Башҡортостан вокал мәктәбенә нигеҙ һалыусы. 1969—1971 һәм 1973—2014 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1978—1995 йылдарҙа яңғыҙ йырлау кафедраһы мөдире. 1977 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1990). РСФСР‑ҙың (1983) һәм Башҡорт АССР‑ының (1967) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1973), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1985). 2‑се дәрәжә [«Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2012) һәм Салауат Юлаев (2011) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы.
- Алмазов Владимир Андреевич (1931—4.01.2001), кардиолог-ғалим, Рәсәй Медицина фәндәр академияһы академигы (1995), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1991). Медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1969). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986).
тулы исемлек
- Шакиров Хәлимулла Носрат улы (1941), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре, табип-хирург. 1976 йылдан Иглин үҙәк район дауаханаһы табибы, 1985 йылдан — бүлек мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы Иҫке Ҡарашиҙе ауылынан.
- Абзалов Ҡәҙим Әғзәм улы (1956), төҙөүсе-инженер. 2014 йылдан Өфө ҡалаһындағы «ГазЭнергоСервис-Урал» йәмғиәтенең генераль директоры. Рәсәй нефть һәм газ тармағының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
- Ишморатова Майя Мөнир ҡыҙы (1966), ботаник-ғалим. 2007 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, физиология һәм дөйөм биология кафедраһы мөдире. Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы, биология фәндәре докторы (2004), профессор (2011). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Борисов Константин Андреевич (1897—?), дәүләт хеҙмәткәре. 1940—1950-се йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Финанс халыҡ комиссариаты ревизоры, бюджет һәм халыҡ хужалығын финанслау бүлектәре начальнигы, комиссариат етәксеһе урынбаҫары. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Ильтерякова Вера Ивановна (1927—2010), педагог. 1963—1992 йылдарҙа Кушнаренко ауыл хужалығы техникумы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
тулы исемлек
- Ясаков Иван Кондратьевич (1932—2004), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1958 йылдан Бәләбәй районы «Краснознаменский» ҡошсолоҡ фабрикаһы зоотехнигы, 1965—1995 йылдарҙа — директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1984) һәм Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1977). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1991). Бәләбәй ҡалаһы һәм Бәләбәй районының почётлы гражданы (2001).
- Вәлинуров Ринат Ғаян улы (1952), психиатр-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының 4‑се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының (1995) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың (1988), Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (2009) һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
- Ҡудашева Фәндиҙә Ғәлимйән ҡыҙы (1957), педагог, муниципаль орган хеҙмәткәре, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы. Йылайыр районы Һабыр урта мәктәбенең элекке башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, ауыл советы депутаты һәм хакимиәт башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2003).
- Стасюконис Альфред Брониславович (1957), журналист. 1978—1995 Иглин район гәзите һәм башҡа баҫмалар, 1990—1992 йылдарҙа (өҙөклөк менән) һәм 1995 йылдан «Республика Башкортостан» гәзите хәбәрсеһе, бүлектәр мөдире, 2009—2015 йылдарҙа «Единая Россия — Башкортостан» гәзите хеҙмәткәре. 1984 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2001). Сығышы менән шул райондың Таутөмән ауылынан.
- Бикбов Ринат Абдрахман улы (1962), хужалыҡ һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1998—2004 йылдарҙа Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры; 2008—2011 йылдарҙа Хәйбулла район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған металлургы (2004) һәм Почётлы таусыһы (2000). 1-се (2003), 2-се (2002) һәм 3-сө (2001) дәрәжә «Шахтёр даны» билдәһе эйәһе. Сығышы менән Сибай ҡалаһынан.
- Ғиниәтов Нияз Минислам улы (1962), хеҙмәт ветераны. Ауырғазы юл төҙәтеү-юл һалыу идаралығының элекке баш инженеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бакиров Ришат Баһауетдин улы (1963), педагог, мәғариф, комсомол, партия, ауыл хужалығы һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәре. 2000—2001 йылдарҙа Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. 1986 йылдан ВЛКСМ-дың Дүртөйлө район комитетының икенсе һәм беренсе секретары; 1989 йылдан «Ағиҙел» колхозының рәйес урынбаҫары, партком секретары; 1992—2014 йылдарҙа район эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары. Эске хеҙмәт подполковнигы (2000). Рәсәй Эске эштәр министрлығының почётлы хеҙмәткәре (2003). Сығышы менән ошо райондың Иҫке Яндыҙ ауылынан.
- Ғарифуллин Илдар Илфат улы (1963—22.05.2023), спортсы, саңғы икебәйгеһе буйынса СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1984). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2006).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Щербаков Павел Фёдорович (1924—7.03.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарсы һәләк булған яугир, уҡсылар батальонының комсомол эштәрен ойоштороусыһы, гвардия кесе лейтенанты, Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң). Сығышы менән хәҙерге Ҡырғыҙстандың Фёдоровка ауылынан. Хәрби хеҙмәткә Башҡорт АССР‑ының Әлшәй районы Раевка ауылынан саҡырылған.
- Сапельников Валерий Михайлович (1939), электроник-инженер-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2001 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университетының кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (1998), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессональ белем биреү хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Рязань өлкәһе Кадом ҡасабаһынан.
тулы исемлек
- Гәреев Рәзиф Миңнулла улы (1959), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Краснокама районы «Заря» хужалығы етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Камалов Винер Мөнир улы (1969), Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актёры, йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2006), «Урал моңо», «Гәлсәр һандуғас» йыр бәйгеләре лауреаты. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Исламғол ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1863 йыл: Шальк Франц, Австрия операһы һәм симфоник оркестры дирижеры, педагог.
- 1930 йыл: Джон Барт, АҠШ педагогы, яҙыусы, Милли китап премияһы лауреаты (1972).
тулы исемлек
- 1960 йыл: Александр Башлачёв, СССР шағиры, йырҙар авторы һәм үҙешмәкәр башҡарыусы.
- 1970 йыл: Джозеф Файнс, Британия киноактёры.
- 1990 йыл: Крис Колфер, АҠШ актёры, «Алтын глобус» премияһы лауреаты.
- 1993: Илфаҡ Смаҡов, йырсы, Башҡорт АССР-ының халыҡ (1985), РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1989).