Ишморатова Майя Мөнир ҡыҙы
Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] |
---|---|
Гражданлығы | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 27 май 1966 (58 йәш) |
Ғилми исеме | профессор |
Һөнәр төрө | преподавательница университета |
Тыуған урыны | |
Эш урыны |
Ишморатова Майя Мөнир ҡыҙы (27 май 1966 йыл) — ғалим-ботаник. 2007 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, физиология һәм дөйөм биология кафедраһы мөдире. Рәсәй Тәбиғәт фәндәре Академияһының мөхбир ағзаһы, биология фәндәре докторы (2004), профессор (2011). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Майя Мөнир ҡыҙы Ишморатова 1966 йылдың 27 майында Өфө ҡалаһында тыуған. 1983—1989 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын юғари һөнәри белем ала[1].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1989 йылда Ботаника баҡса-институтында башлай һәм тиҫтә йыл тиерлек шунда эшләй (өҙөклөк менән), шул иҫәптән 1998 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2004 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр, 2005 йылдан — лаборатория мөдире.
1998—2004 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында, 2007 йылдан башлап Башҡорт дәүләт университетында уҡыта[1], физиология һәм дөйөм биология кафедраһы мөдире.
Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фәнни эшмәкәрлеге популяциялар биологияһы, геоботаника, интродукция, күҙәнәктәр һәм туҡымалар культураһы менән бәйле. Ишморатова М. М. ҡайһы бер һирәк осраусы һәм ресурс төрҙәрҙе in vitro шарттарында клональ микроүрсетеү технологияларын, заттарҙың үлсәнеш спектры буйынса үҫемлектәрҙең һәм уларҙың популяцияларының йәшәү һәләтен, популяцияларҙың торошон һәм тәбиғәтте һаҡлауҙағы әһәмиәтен баһалау ысулдарын, уларҙы комплекслы тикшереү методикаһын эшләй. 180-дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[1].
Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Родиола иремельская на Южном Урале. М., 2006[1];
- Семена травянистых растений: особенности латентного периода, использование в интродукции и размножении in vitro. Уфа, 2009 (авторҙаш);
- Орхидеи Башкирского заповедника и сопредельных территорий. Уфа, 2010 (авторҙаш);
- «Математическое моделирование динамики численности биологической популяции при изменяющихся внешних условиях на примере бурзянской бортевой пчелы (Apis mellifera L., 1758)», Матем. биология и биоинформ., 12:1 (2017) (авторҙаш).
Ишморатова М. М. түбәндәге ғилми йәмғиәттәр ағзаһы:
- Бөтә Рәсәй Анатомдар, гистологтар һәм эмбриологтар ғилми йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе;
- Халыҡ-ара морфологтар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе һәм Халыҡ-ара физиологтар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе
[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре;
- Башҡортостан Республикаһы Мәғариф отличнигы;
- Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы;
- Рәсәй Тәбиғәт фәндәре Академияһының мөхбир ағзаһы[2].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 http://bashenc.online/ba/articles/90379/ Башҡортостан энциклопедияһы — Ишморатова Майя Мөнир ҡыҙы
- ↑ 2,0 2,1 Сотрудники кафедры физиологии и общей биологии 2019 йылдың 21 ноябрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ишморатова Майя Мөнир ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 май 2021)
- Ишморатова Майя Мөнир ҡыҙы
- Ишморатова Майя Мөнир ҡыҙы 2019 йылдың 21 ноябрь көнөндә архивланған.
- Сотрудники кафедры физиологии и общей биологии