Иванов Константин Васильевич
Константин Васильевич Иванов (1890 йылдың 27 майы [8 июне] , Ыҫлаҡбаш, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы — 1915 йылдың 26 марты [8 апреле] , Ыҫлаҡбаш) — шағир, сыуаш әҙәбиәте классигы, сыуаш әҙәби теленә нигеҙ һалыусы. 1907—1914 йылдарҙа Сембер ҡалаһындағы сыуаш уҡытыусылар мәктәбе уҡытыусыһы.
Биографияһы
Иванов Константин Васильевич 1889 йылдың 27 майында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе [2] Ыҫлаҡбаш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[3].
Ауыл мәктәбен тамамлағас, Сембер ҡалаһындағы сыуаш мәктәбенә уҡырға инә. Батша тәртиптәренә ҡаршы митингыларҙа ҡатнашҡан өсөн 1907 йылда уҡыуҙан ҡыуып сығаралар. Ыҫлаҡбаш ауылына ҡайта. Ауылда мәктәп мөдире Яковлев сыуаш телендә дин һәм дәреслектәр сығарырға әҙерләнә. К. Ивановты үҙе менән эшләргә саҡыра. 1908 йылда Семберҙә сыуаш риүйәттәре йыйынтығында буласаҡ әҙиптең «Тимер талҡы», «Ике ҡыҙ», «Тол ҡатын» тигән әкиәттәре һәм «Нарспи» поэмаһы донъя күрә. Аяныслы яҙмышлы сыуаш ҡыҙы тураһындағы «Нарспи» поэмаһы күп телдәргә тәржемә ителә. Уның нигеҙендә бер нисә пьеса ҡуйыла, Сыуаш опера һәм балет театрында опера ҡуйыла.
Әҙәби эшмәкәрлеген М. Ю. Лермонтов, Л. Н. Толстой, Н. Огарёв, А. Кольцов, Н. Некрасов, А. Майков әҫәрҙәрен сыуаш теленә тәржемә итеүҙән башлай.
1909 йылда Константин Иванов халыҡ уҡытыусыһы исеменә имтихан тапшыра.
1915 йылдың 13 мартында ҡаты ауырыуҙан (туберкулёз) 25 йәшендә вафат була[3].
Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Константин Иванов сыуаш халҡы поэзияһына нигеҙ ташы һала, тыуған халҡы хәтерендә тәрән эҙ ҡалдыра.
Библиография
- Иванов, К. Собрание сочинений / К. Иванов.- Чебоксары: Чуваш. кн. изд-во, 2000.- 335 с.
- Иванов, К. Сочинения / К. Иванов; 2-е изд., доп.- Чебоксары: Чуваш.кн. изд-во, 1990.- 256 с.
- Иванов, К. В. Нарспи: Поэма / К. В. Иванов.- Чебоксары: Чуваш. кн. Изд-во, 2000.- 168 с.
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2025 йылдың 12 декабрендәге 613-се Ҡарары менән сыуаш әҙәбиәте классигы, яҙыусы Иванов Константин Васильевичтың исеме Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районы муниципаль районының Ыҫлаҡбаш ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе дөйөм белем биреү автономиялы учреждениеһына бирелә[4];
- Шағир хөрмәтенә Чебоксарҙа урам һәм сквер аталған, уның исемен Сыуаш академия драма театры йөрөтә[3];
- Чебоксарҙағы әҙәби музейға К. В. Иванов исеме бирелгән[3];
- Ыҫлаҡбаш ауылының Музей комплексында Константин Иванов музейы эшләй[3];
- 1991 йылда К. В. Ивановтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы тимер аҡса сығарыла. Номиналы 1 һум. Аверста СССР гербы һәм СССР, 1 һум, 1991 яҙыуҙары һүрәтләнгән. Реверсында шағир профиле, 1890—1915, К. В. Иванов тигән яҙыу;
- 2015 йылда Сыуаш Республикаһында Константин Васильевич Иванов йылы була.
Фотогалерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Иванов Константин Васильевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районы
- ↑ 1 2 3 4 5 С. Ғ.Сафуанов, И. Г.Тарасов. Иванов Константин Васильевич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (3 февраль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 февраль 2026. (баш.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 12.12.2025 № 613 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (12 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 февраль 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Иванов Константин Васильевич (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2026)
- Константин Иванов тураһында «450 йыл Рәсәй менән бергә» сайтында. 2007 йылдың 4 ноябрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2026)
- Константин Иванов — гений чувашской литературы (К 125-летию со дня рождения поэта). ИА «Башинформ», 15 мая 2015 года (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2026)
- Сайт visitvolga. Чебоксары → Известные люди → Константин Васильевич Иванов (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2026)
- «Нарспи» аудиокӗнеке шорт-листа кӗнӗ (Тикшерелеү көнө: 17 февраль 2026)