Иванов
Ивано́в, айырым осраҡтарҙа Ива́нов таралған рус һәм болгар фамилияһы. Ҡатын — ҡыҙ фамилияһы формаһы Иванова. Унбегаундың һәм Журавлевтың дөйөм урыҫ фамилиялары исемлегендә беренсе урынды, Балановская исемлегендә икенсе урынды биләй.
«Иванов, Петров, Сидоров» экземплификатив формулаһына инә.
Шулай уҡ исемле бер нисә сәнғәт әҫәре һәм топоним бар.
□ Иванов Алексей Павлович (1[13] март 1865 йыл — 2 март 1933 йыл) — рус геологы, Мәскәү дәүләт университеты профессоры.
□ Иванов Антон Сергеевич (30 сентябрь 1983 йыл) — Рәсәй фехтовальщигы.
□ Иванов Валентин Тимофеевич (1 ғинуар 1929 йыл — 15 апрель 2003 йыл) — ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
□ Иванов Виталий Петрович (этнограф) (3 июнь 1952 йыл) — сыуаш этнографы, дәүләт эшмәкәре, тарих фәндәре докторы.
□ Иванов Владимир Александрович (археолог) (28 апрель 1950 йыл) — ғалим-тарихсы-археолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы.
□ Иванов Гавриил Афанасьевич (23 июль 1826 йыл — 3 февраль 1901 йыл) — Рәсәй империяһының филолог-классигы.
□ Иванов Евгений Григорьевич (26 ноябрь 1934 йыл — 29 сентябрь 2016 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы.
□ Иванов Иван Дмитриевич (26 декабрь 1903 йыл — 14 октябрь 1963 йыл) — юрист. 1939—1943 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы прокуроры. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1947).
□ Иванов Илья Ильич (29 август 1904 йыл — 31 март 1977 йыл) — ғалим-биохимик. СССР медицина фәндәре академияһы академигы (1974).
□ Иванов Константин Васильевич (27 май 1890 йыл — 13 март 1915 йыл) — шағир, сыуаш әҙәбиәте классигы, сыуаш әҙәби теленә нигеҙ һалыусы.
□ Иванов Леонид Александрович (сәйәсмән) (1904 йыл — 1968 йыл) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре, Ҡурған өлкә Советы башҡарма комитеты рәйесе (1947—1950).
□ Иванов Мартемьян Иванович (1812 — ?) — тел белгесе. Башҡорт, татар һәм ҡаҙаҡ мәғрифәтселегенең тыуыуына тос өлөш индергән.
□ Иванов Михаил Михайлович (инженер) (29 октябрь 1905 йыл — 29 сентябрь 1974 йыл) — механик. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1965), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү сәнәғәте отличнигы (1967). Сталин премияһы лауреаты (1951). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).
□ Иванов Николай Фёдорович (яҙыусы) (8 июнь 1956 йыл) — Рәсәй яҙыусыһы һәм публицисы.
□ Иванов Пётр Игнатьевич (15 февраль 1904 йыл — 9 апрель 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, кавалерия полкы командиры, гвардия майоры. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
□ Иванов Роберт Фёдорович (11 декабрь 1925 йыл — 28 март 2003 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-тарихсыһы, йәмәғәт эшмәкәре һәм педагог; Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
□ Иванов Семён Акимович (26 август 1901 йыл — 5 ноябрь 1974 йыл) — совет хәрби эшмәкәре, генерал-майор (1943 йыл).
□ Иванов Сергей Борисович (31 ғинуар 1953 йыл) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре, отставкалағы генерал-полковник.
□ Иванов Спиридон Алексеевич (6 март 1928 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалим-тарихсыһы, филология фәндәре докторы.