Иванов Антон Сергеевич
Иванов Антон Сергеевич (рус. Иванов Антон Сергеевич; 1983 йылдың 30 сентябре, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — Рәсәй фехтовальщигы. Күп тапҡыр Рәсәй чемпионы. Рәсәйҙең спорт мастеры (2000), фехтование буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2006).
Рәсәйҙең үҫмерҙәр (1998—2000), үҫмер спортсылар (2001), милли (2004—2010) йыйылма командаһы ағзаһы.
Биографияһы
Антон Сергеевич Иванов 1983 йылдың 30 сентябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.
Республиканың 5-се спорт йүнәлешендәге мәктәп-интернат һәм Өфөнөң 19-сы олимпия резервындағы махсус балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе (тренеры — Л. Р. Грушина) тәрбиәләнеүсеһе.
Урал дәүләт физик культура академияһын тамамлай (2005).
2004 йылдан 2010 йылға тиклем Рәсәй йыйылма командаһында.
5-се республика спорт профилендәге мәктәп-интернаты һәм 19-сы СДЮШОР (Өфө) өсөн сығыш яһай.
Спорт карьераһын 2010 йылда тамамланы[1].
Спорт һөҙөмтәләре
Мәскәүҙә (1999), Оснабрюкта (Германия, 2002) халыҡ-ара турнир еңеүсеһе.
Рәсәй чемпионы (2001),
Үҫмер егеттәр араһында Рәсәй беренселегенең көмөш призеры (1999, 2000);
Европа чемпионатының бронза призеры (2001, 2002),
Донъя Кубогы этабының бронза призеры (Лежно, 2001),
Рәсәй чемпионы (2001, көҙ; 2002),
Үҫмер спортсылар араһында Рәсәй беренселегенең бронза призеры (2001, яҙ);
Рәсәй чемпионы (2005; 2006),
Ир-аттар араһында Рәсәй чемпионатының бронза призеры (2002, 2003).
- Команда зачетында
Үҫмерҙәр араһында Рәсәй беренселегенең көмөш (1999), бронза (2001) призеры;
Донъя чемпионатының көмөш миҙалсыһы (2002, 2003),
Европа чемпионы (2002),
Европа чемпионатының бронза призеры (2001);
Үҫмер спортсылар араһында Рәсәй беренселегенең Рәсәй чемпионы (2001, 2002), көмөш (2000), бронза (1999, 2001, көҙ) призеры;
Рәсәй чемпионатының Рәсәй чемпионы (2003; 2004), көмөш (2002; 2006; 2010), бронза (2005; 2008; 2009) призеры,
Ир-егеттәр араһында Бөтә донъя йәйге универсиаданыңбронза призеры (2005)[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Иванов Антон Сергеевич | Российские спортсмены | Спортивная Россия. www.infosport.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2026.
- ↑ SIMAI Studio — http://simai.studio. Иванов Антон Сергеевич. fehtshkola.obr.site. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2026.