Иванов Владимир Александрович (археолог)
Владимир Александрович Иванов (рус. Иванов Владимир Александрович; 1950 йылдың 28 апреле, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР, Өфө) — совет һәм Рәсәй ғалимы, тарихсы-археологы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1990), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2006) Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2010).
Биографияһы
Владимир Александрович Иванов 1950 йылдың 28 апрелендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.
1972 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң Иглин районы мәктәптәрендә, ә 1975 йылдан ― Куйбышев педагогия институтында уҡытыусы булып эшләй.
1976 йылдан Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй[1].. 1990 йылда «Этнические процессы в Степной и Лесостепной полосе Южного Урала и Приуралья в VII—XIV вв. н. э.»[2] темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1991 йылдан уның әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, 1996 йылдан ― дөйөм тарих кафедраһы мөдире, 1998 йылдан ― Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тарих факультеты деканы һәм бер үк ваҡытта Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре лә.
2002 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләй. 2009 йылға тиклем Рәсәй тарихы кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара. 2012—2015 йылдарҙа дөйөм тарих һәм мәҙәни мираҫ бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә. 2015 йылдан Рәсәй тарихы кафедраһы профессоры[1].
2024 йылдан алып А.Х. Халиҡов исемендәге археология институтында эшләй.
2023 йылдың октябрендә Силәбелә үткән «Тарих осҡондары» Бөтә Рәсәй симпозиумында «XIII—XIV быуаттарҙа Көньяҡ Уралдағы мавзолейҙар этномәҙәни пейзажы» тигән доклад менән сығыш яһай[3].
Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2004);
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (2006);
- Пермь дәүләт гуманитар-педагогия университетының почетлы профессоры (2010);
- Ш. Мәржәни Татарстан республикаһы фәндәр Академияһы Тарих Институтының рәхмәт хаты (2017)[4];
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан Рәхмәт хаты (2023)[5].
Ғилми мәктәбе
Ғилми һәм педагогик хеҙмәт йылдарында ғилми мәктәп төҙөй. Уның етәкселегендә ун биш кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған. Уның уҡыусылары араһында тарихи кандидаттар А.С.Проценко, А.Н.Сарапулов, Д.В.Шмуратко һәм Е.В.Бубнель бар[6].
Библиографияһы
Монографиялар һәм төрлө йыйынтыҡтарҙа һәм матбуғат баҫмаларында донъя күргән фәнни мәҡәләләр авторы.
- У подножия Рифейских гор [Уфа, 1982]
- Вооружение и военное дело финно-угров Приуралья в эпоху раннего железа (I тыс. до н. э. — первая половина I тыс. н. э.) [М., 1984]
- Курганы кыпчакского времени на Южном Урале (XII—XIV вв.) [М., 1988] — в соавторстве с В. А. Кригером.
- Откуда ты, мой предок? (взгляд археолога на древнюю историю Южного Урала) [СПб., 1994]
- Огузы и печенеги в евразийских степях [Уфа, 2001, ISBN 5-7501-0233-5] — в соавторстве Г. Н. Гарустовичем.
- Взаимодействие леса и степи Урало-Поволжья в, эпоху средневековья (по материалам костюма) [Пермь, 2006] — в соавторстве с Н. Б. Крыласовой.
- Угры Предуралья в древности и средние века [Уфа, 2009, ISBN 978-5-87978-581-4] — в соавторстве с А. М. Белавиным и Н. Б. Крыласовой.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Белавин Андрей Михайлович, Крыласова Наталья Борисовна. К юбилею профессора Владимира Александровича иванова // Археология евразийских степей. — 2020. — № 3. — DOI:DOI:10.24411/2587-6112-2020-10029.
- ↑ Иванов В. А. Этнические процессы в Степной и Лесостепной полосе Южного Урала и Приуралья в VII—XIV вв. н. э. — Диссертация на соискание учёной степени доктора исторических наук. — М., 1990. — 45 с.
- ↑ Профессор Владимир Иванов принял участие во Всероссийском симпозиуме «Вехи истории». БГПУ им. М. Акмуллы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ноябрь 2025.
- ↑ Профессор Владимир Иванов отмечен Благодарственным письмом Института истории им. Ш. Марджани АН РТ. БГПУ им. М. Акмуллы (20 февраль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ноябрь 2025.
- ↑ Профессора БГПУ им. М. Акмуллы отмечены наградами Государственного Собрания – Курултая РБ. БГПУ им. М. Акмуллы (9 февраль 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ноябрь 2025.
- ↑ Проценко А. С., Сарапулов А. Н., Шмуратко Д. В., Бубнель Е. В. (2020). «К 70-летию Владимира Александровича Иванова». Уфимский археологический вестник (20): 136—138.
Һылтанмалар
- Иванов Владимир Александрович (археолог) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 24 апрель 2019)
- Иванов Владимир Александрович. Бельские просторы.
- Иванов Владимир Александрович. Уфа вокруг.(недоступная ссылка)
- Иванов Владимир Александрович. Энциклопедия Башкирии.