Иванов Михаил Михайлович (инженер)
Иванов Михаил Михайлович (29 октябрь 1905 йыл — 29 сентябрь 1974 йыл) — механик. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1965), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү сәнәғәте отличнигы (1967). Сталин премияһы лауреаты (1951). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).
Биография
Михаил Михайлович Иванов 1905 йылдың 16 (29) октябрендә Өфө ҡалаһында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы) тыуған.
Эш урыны: 1925—1940 йылдарҙа БАССР предприятиеларында эшләй, 1940—1942 йылдарҙа — «Башнефть» Үҙәк ғилми-тикшеренеү лабораторияһында механик; 1942 йылдан 1968 йылға тиклем — өлкән инженер, Өфө нефть сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире (БашНИПИнефть[1]).
Михаил Иванов скважиналарҙы тәрәндә тикшереү өсөн прибор уйлап таба. Ул манометрҙар, термографтар, сығымдарҙы үлсәгестәр (расходомер), пьезографтар (МГА-3, ДЛПП-4, ГПП-3) уйлап сығара, барлығы 19 уйлап табыу авторы.
1974 йылдың 29 сентябрендә Өфөлә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Өсөнсө дәрәжә Сталин премияһы (1952) — ҡатлам шарттарында нефттең физик үҙенсәлектәрен ентекле тикшереү өсөн яңы алымдар эшләгәне өсөн,
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1965)[2]
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949)
Һылтанмалар
- Иванов Михаил Михайлович (инженер) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 11 октябрь 2019)
- Энциклопедия Урала 2016 йылдың 5 август көнөндә архивланған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ «ОАО НПФ Геофизика»
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета РСФСР № 105 от 19 января 1965 года