Иванов Виталий Петрович (этнограф)

Виталий Петрович Иванов (рус. Иванов Виталий Петрович; 1952 йылдың 3 июне, Вишневка, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй сыуаш этнографы, дәүләт эшмәкәре, тарих фәндәре докторы. Чуваш Республикаһының мәҙәниәт һәм милләттәр министры (1993—1996)[1].

Биографияһы

1952 йылдың 3 июнендә Башҡорт АССР-ының Бишбүләк районы Вишневка ауылында тыуа[2].

Ҡушйылға урта мәктәбен тамамлағандан һуң (1969), Башҡорт АССР-ы Бижбуляк районының Ҡушйылға урта һәм Сиҙәкбаш һигеҙ йыллыҡ мәктәптәрендә эшләй, уҡытыусы була, балаларға Тарих фәнен уҡыта[3].

1976 йылда Сыуаш дәүләт университетының тарих-филология факультетын һәм 1980 йылда СССР Фәндәр академияһының Этнография институты аспирантураһын тамамлай[4].

1981—1992 йылдарҙа — ғалим-секретарь, этнография һәм археология бүлектәре мөдире, ғилми эштәр буйынса директор урынбаҫары. 1997 йылда әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр була, ә 2006—2015 йылдарҙа — баш ғилми хеҙмәткәр, 2013 йылдан — Сыуаш дәүләт гуманитар фәндәре институтының этнология һәм социаль тикшеренеүҙәр бүлеге мөдире.

1993—1996 йылдарҙа Сыуаш Республикаһының мәҙәниәт һәм милләттәр эштәре буйынса министры булып эшләй[4].

2005 йылда «Рәсәйҙә сыуаштарҙың таралыуы һәм һаны: тарихи үҫеш һәм төбәк үҙенсәлектәре» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Хәҙерге ваҡытта К. В. Иванов исемендәге тарихи-мәҙәни тикшеренеүҙәр фонды директоры вазифаһын башҡара[4].

2012—2022 йылдарҙа Чуваш Республикаһының Мәҙәниәт, милләттәр һәм архив эштәре министрлығы коллегияһы ағзаһы.

Наградалары

  • Сыуаш Республикаһының Почет грамотаһы (2002)[2];
  • «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы, 2-се класлы;
  • «М. А. Шолоховтың тыуыуына 100 йыл тулыу өсөн» юбилей миҙалы[2];
  • Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008)[5];
  • Сыуаш Республикаһының фән һәм техника буйынса дәүләт премияһы лауреаты (2001);
  • Сыуаш Республикаһының әҙәбиәт һәм сәнғәт буйынса дәүләт премияһы лауреаты (2006);
  • «Сыуаш Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы[5][6];
  • «Сыуаш автономиялы өлкәһе ойошторолоуға 100 йыл тулыу» иҫтәлекле миҙалы (2020)[1].

Ғилми хеҙмәттәре

170-тән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Уның төп тикшеренеүҙең йүнәлештәре булып чуваш халҡының килеп сығышы, йәшәү урыны, тарихы һәм этнодемографияһы, Чувашиялағы милләт-ара мөнәсәбәттәр һ.б.

  • Чуваши: этническая история и традиционная культура. М., 2000 (в соавт.);
  • Чувашский костюм от древности до современности. М. — Ч. — Оренбург, 2002 (в соавт.);
  • Этническая география чувашского народа: историческая динамика численности и региональные особенности расселения. Ч., 2005;
  • Чуваши: история и культура. В 2-х томах. Ч., 2009 (в соавт.);
  • Этническая история чувашского народа. Ч., 2010;
  • Образование Чувашской автономии: предпосылки, проекты, этапы. Ч., 2010 (в соавт.);
  • История этнографии чувашского народа. Ч., 2011; Чувашская Республика: социокультурный портрет. Ч., 2011;
  • Чуваши Присвияжья: история и культура. Ч., 2015 (в соавт.).

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Иванов, Виталий Петрович (этнограф; 03.06.1952). «Наследие Чувашии». Цифровая библиотека чувашского наследия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 декабрь 2025.
  2. 1 2 3 60 лет назад родился Иванов Виталий Петрович (03.06.1952). Министерство культуры, по делам национальностей и архивного дела Чувашской Республики (3 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 декабрь 2025.
  3. Иванов Виталий Петрович - ЧГИГН. www.chgign.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 декабрь 2025.
  4. 1 2 3 Г.Б. Матвеев. Иванов Виталий Петрович. Чувашская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 декабрь 2025.
  5. Чувашская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2019. Архивировано 26 ғинуар 2021 года.
  6. Культурное наследие Чувашии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 октябрь 2019. Архивировано 16 октябрь 2019 года.

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Виталий Петрович Иванов : биобиблиогр. указ. / Чуваш. гос. ин-т гуманит. наук; [сост. Г. Б. Матвеев; предисл. И. И. Бойко]. — Чебоксары : ЧГИГН, 2012. — 35 с. : ил., портр.
  • Бойко, И. И. Иванов Виталий Петрович : (к 60-летию со дня рождения) / И. И. Бойко // Чуваш. гуманит. вестн. — 2012. — № 7. — С. 220—224.
  • Иванов, В. П. Виталий Иванов: «Хотя бы на полшага впереди…» / В. П. Иванов; [беседовал] А. Леонтьев // КИЛ. — 2012. — № 1. — С. 54-99 : фот.
  • Иванов Виталий Петрович // Ученые и сотрудники Чувашского государственного института гуманитарных наук : 1930—2005. — Чебоксары, 2005. — С. 67-68.
  • Иванов Виталий Петрович // Who is Who в России : [биогр. энцикл. успеш. людей России]. — 5-е изд. — Zug, 2011. — С. 899.
  • Матвеев, Г. Б. Иванов Виталий Петрович / Г. Б. Матвеев // Чувашская энциклопедия. — Чебоксары, 2008. — Т. 2 : Ж-Л. — С. 87-88.
  • Никонова, Л. И. [Чувашский этнос] / Л. И. Никонова // Чуваш. гуманит. вестн. — 2006. — № 1 (июль-дек.). — С. 211—214.
  • Признание заслуг // Совет. Чувашия. — 2008. — 19 марта. — С. 1. — См. текст