Иванов Николай Фёдорович (яҙыусы)

Иванов Никола́й Фёдорович (8 июнь 1956 йыл) — Рәсәй яҙыусыһы һәм публицисы, Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе (2018 йылдың 15 февраленән)[1].

30-ҙан ашыу проза һәм драматургия китабы авторы. Хәрби журналист булараҡ төрлө йылдарҙа Чечняла, Цхинвалда, в Ҡырымда, Сүриәлә, Украинала була. Отставкалағы Һалым полицияһы полковнигы, хәрби журналист, Хәрби-десант ғәскәрҙәре офицеры.

2024 йылғы президент һайлауҙарында президентлыҡҡа кандидат Владимир Путиндың ышаныслы кешеһе[2].

Биографияһы

Николай Иванов 1956 йылдың 8 июнендә Брянск өлкәһе Суземский районының Страчово ауылында тыуа. Атаһы Федор Агапьевич (1925—2006) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сержанты, «Максим» пулемет расчеты командиры була, 63-сө уҡсылар дивизияһы составында Көнсығыш Пруссия операцияһында ҡатнаша, Кёнигсберг эргәһендә яралана. Әсәһе Анна Григорьевна Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында партизан була, һуңынан башланғыс синыфтарҙа уҡытыусы булып эшләй. Олатаһы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында партизандар отряды комиссары була, 1943 йылда Курск һуғышы ваҡытында ҡамауҙан сыҡҡанда һәләк була. Ғаиләлә Николай дүртенсе бала, ағалары — Виктор, Александр, апаһы — Татьяна. Ҡустыһы Сергей 40 йәшендә вафат була[3].

Белеме

Урта белемде Сузем районының ауыл мәктәбендә ала. 1971 йылда, 8 синыфта уҡығанда, Суворов хәрби училищеһына инеү тураһында уйлана башлай. Брянскиҙа медкомиссия үтеп, маҡсатына өлгәшә.

Вскоре стал командиром отделения, вице-сержантом, затем вице-старшиной роты. В пятнадцатилетнем возрасте у меня в подчинении было уже сто человек, я отвечал за проверки, прогулки, построения, кормёжку, наряды, бани…

Николай Иванов: «Я — последний советский воин…» журнал «Брянская тема», 2012

Училищела ике йыллыҡ программа буйынса уҡыталар. Уҡыуының икенсе йылында Николай хәрби белемен дауам итеү өсөн Львов юғары хәрби-сәйәси училищеһының хәрби журналистика факультетына уҡырға инеү өсөн рапорт яҙа. Ул ваҡытта был уҡыу йорто СССР-ҙа хәрби матбуғат өсөн йылына 60 кадр әҙерләгән берҙән-бер училище була.

1973 йылда Львов юғары хәрби-сәйәси училищеһына ебәрелә. Үҙенең хәтерләүенсә, беренсе ҡарауылға уны Гвардия урамындағы «Тыуған ил-Әсә» һәйкәлен һаҡларға ҡуялар[4].

Училищела уҡығанда тәү тапҡыр проза яҙып ҡарай — «Васильки-ромашки» новеллаһы уҡыу йортонда үткәрелгән әҙәби конкурста лауреат була. 1977 йылдың яҙында училищены лейтенант дәрәжәһендә тамамлай[5].

undefined

Хәрби хеҙмәте

Дивизия гәзите

1977 йылдың июнендә Хәрби-десант ғәскәрҙәренә кадровый офицер, дивизия гәзитенә хәрби журналист итеп йүнәлтелә. Псков дивизияһына эләгә. Йәш офицерҙар мәктәбен үтә, парашюттан һикерә (барлығы 60 тапҡыр)[3], атыуға йөрөй.

Хеҙмәт барышында А. А. Бологов етәкләгән яҙыусылар ойошмаһына инә. Тәүге хикәйәләрен тәҡдим итә, әҙәби кәңәшмәләрҙең әүҙем ҡатнашыусыһы була. Семинарҙарҙы С. С. Гейченко, В. Я. Курбатов үткәрә. 1978 йылда Псков яҙыусыларының «Рассветы над Великой» йыйынтығында беренсе «Друг мой Лёшка» хикәйәһе баҫыла[6].

ике йыл хеҙмәт иткәндән һуң яңы званиела Литва ССР-ының Каунас ҡалаһына 7-се гвардия десант-штурм дивизияһына күсерелә. Дивизия Варшава договоры составына инә. 1979 йылда СССР Афғанстанға хәрби контингент — ВДВ-ның Витебск дивизияһы индерелә.

1981 йылдың июненән 1982 йылдың сентябренә тиклем 103-сө гвардия хәрби-десант (Витебск/Ҡабул) дивизияһы гәзитенең яуаплы сәркәтибе булып эшләй. Николай Иванов Афғанстанда 10-дан ашыу хәрби операцияла ҡатнаша[7].

1982 йылдың сентябрендә Литваға, 44-се күнекмә-десант дивизияһына (Ионава) ҡайта. III дәрәжә «За службу Родине в Вооруженных силах СССР» (1982 йыл) ордены, «Батырлыҡ өсөн» (24 август 1983 йыл) миҙалы , ЦК ВЛКСМ-дың «Воинская доблесть» знагы менән бүләкләнә. Афғанстанда булғанда ундағы революция тураһында беренсе — «Гроза над Гиндукушем» повесын яҙа башлай. Ул «Октябрь» журналында һәм «Красная звезда» гәзитендә баҫылып сыға[3].

1984 йылда Мәскәүҙә капитан Иванов VIII Бөтә союз йәш яҙыусылар кәңәшмәһендә ҡатнаша һәм шунда повесы өсөн Николай Островский исемендәге Бөтә союз әҙәби конкурсы (ҡулъяҙмалар конкурсы) премияһына лайыҡ була.

Тиҙҙән Иванов үҙ теләге менән ҡабат Афғанстанға — Ҡабулға командировкаға юллана, әммә документтары хәрби хәбәрсе тип түгел, ә табип тип тултырыла.

1985 йылда капитан дәрәжәһендә «Советский воин» журналының хәрби очерк һәм публицистика хәбәрсеһе итеп тәғәйенләнә. Өс йылдан һуң бүлек мөдире — журнал мөхәрририәте ағзаһы була.

1987 йылда Афғанстанға өсөнсө командировкаһына юллана — совет ғәскәрҙәренең «Магистраль» операцияһында ҡатнаша.

Хәрби яҙыусылар студияһы

1989 йылда Хәрби яҙыусылар студияһы ойошторолғас, унда күсә. Шул йылда «Операцию „Шторм“ начать раньше» романы сыға.

«Советский воин» журналы

1991 йылда Оборона министрлығының хәрби нәшриәте сығарған «Советский воин» (1992 йылдан — «Честь имею») журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә.

Һалым полицияһы

Николай Иванов хеҙмәтен артабан Рәсәйҙең һалым полицияһында дауам итә. 1993 йылдан Һалым полицияһы полковнигы[8].

1196 йылдың июнендә Чечняға командировка ваҡытында боевиктарға әсиргә эләгә. Ер аҫты төрмәләре, бер нисә тапҡыр атырға алып сығыу, тере килеш ҡәбергә ташлау фажиғәләрен үтә. Дүрт ай тотҡонлоҡта булғандан һуң, махсус операция һөҙөмтәһендә азат ителә[9].

1999 йылдан «Налоговая полиция» гәзитенең беренсе мөхәррире[10]. Ике йылдан һуң ҡабат Төньяҡ Кавказға китә, «Чечня свободная» гәзитен булдырыуҙа ҡатнаша, баш мөхәррир урынбаҫары була[11].

2000 йылда Рәсәй Яҙыусылар союзының гудерместа күсмә пленумын үткәреүҙе ойоштороуҙа ҡатнаша. Шулай уҡ ижади коллективтарҙың (яҙыусылар, рәссамдар, артистар) сик буйы заставаларына, Моздокка, шатойға, Иҫке Атагиға яҡташтары эргәһенә — Брянск полицияһының йыйылма отрядына барыуын ойоштороуҙа ҡатнаша[9].

2002 йылда Рәсәйҙең Һалым полицияһын бөтөргәндән һуң, органдарҙан Административ практика хеҙмәте етәксеһе вазифаһында эштән китә. хеҙмәте осоронда һалым полицияһы тураһында «Маросейка, 12. Срочно», «Департамент налоговой полиции», «Наружка», «Не ищите нас в раю» китаптарын яҙа[9].

Отставканан һуң эшмәкәрлеге

Бер ни тиклем ваҡыт Росавтодор мәғлүмәт агентлығында («Дороги России 21 века» журналы) эшләй, 2005 йылдан — «Доринвест» дәүләт унитар предприятиеһы матбуғат секретары. 2002 йылдың йәйендә төньяҡ Кавказды һыу баҫҡанда Иванов Ставрополдә Росавтодорҙың матбуғат үҙәген булдыра. Һуңынан «Кавказ. Укрощение стихии» китабын сығара.

2003 йылда Иванов Читанан Хабаровскиға тиклем төҙөләп ятҡан «Амур» автомагистрале буйлап үтә. Уның сәйәхәте шул уҡ йылда «Амур» собирает Россию: Строительство автомагистрали Чита — Хабаровск" китабына инә.

2005 йылда Брянск партизандары тураһындағы «Поклонимся великим тем годам» китабы өсөн Эдуард Володин исемендәге «Имперская культура» премияһына лайыҡ була.

2007 йылдан «Бастион» уҡытыу-практик курстарында экстремаль шарттарҙа һәм ҡайнар нөктәләрҙә эшләгән журналистарға махсус курстар уҡыта. Үҙе әсирлектә булыусы булараҡ, оҫталыҡ-дәрестәре үткәрә.

2008 йылдың авгусында, Грузия менән Көньяҡ Осетия араһындағы низағ башланғас, «Подмосковье» журналының махсус хәбәрсеһе сифатында РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының гуманитар ярҙам тейәгән беренсе колоннаһы менән Цхинвалға юллана. Һуңынан мәскәү өлкәһе губернаторы Борис Громовтың билдәһе менән бүләкләнә.

2009 йылда Көньяҡ осетияла һәм Бесланда, Беслан терактының 5 йыллығына, рәсәй Яҙыусылар собзының күсмә пленумын ойоштора[12].

2013 йылда экстремаль геосәйәси журналистивка өлкәһендә Юлиан Семенов исемендәге премияға лайыҡ була[13].

2014 йылдың мартында Николай Иванов РФ Яҙыусылар союзы идараһы ҡарары буйынса Симферополгә Автономиялы Ҡырым Республикаһының һәм Севастополь яҙыусыларын үҙбилдәләнешкә ынтылыштарында хуплау өсөн бара[14].

undefined

2019 йылда Николай Иванов Оборона министрлығының ике — «За возвращение Крыма» һәм «Участнику военной операции в Сирии» миҙалы менән бүләкләнә.

2022 йылда Дуҫлыҡ ордены тапшырыла[15].

2022 йылда РФ Президенты Указы менән РФ Призедениы ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса советҡа индерелә.

Рәсәй Яҙыусылар союзы

1992 йылдың 17 авгусында СССР Яҙыусылар союзына алына.

2013 йылдан — Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы рәйестәштәренең береһе, Рәсәй Яҙыусылар союзының генераль директоры.

2016 йылдың декабренән — Рәсәй Яҙыусылар союзы вазифаһын башҡарыусы.

2018 йылдың 15 февралендә Рәсәй Яҙыусылар союзының XV съезында 5 йылға идара рәйесе итеп һайлана[1].

2022 йылдың авгусында Валентин Распутин исемендәге премия лауреаты була. 2023 йылдың 10 февралендә Рәсәй Яҙыусылар союзының XVI съезында икенсе мөҙҙәткә идара рәйесе итеп һайлана. .

Санкциялар

Евросоюздың, Украинаның һәм башҡа илдәрҙең санкциялар исемлегендә тора[16].

Китаптары

  • Европейский союз"Солдаты мира" (1985)
  • «Военные приключения» (1991)
  • «Афганский шторм (Операцию „Шторм начать раньше“)» (1992, 1998, 2011)
  • «Департамент налоговой полиции» (1995)
  • «Черные береты» (1995)
  • «Наружка» (1996)
  • «Чистильщики» (2000)
  • «Вход в плен бесплатный» (2001)
  • «Спецназ, который не вернется» (2006)
  • «Зачистка» (2007)
  • «Расстрелять в ноябре» (2008)
  • «Гроза над Гиндукушем»
  • «Маросейка, 12. Срочно…»
  • «Женский пляж»
  • «Контрольный выстрел»
  • «Московский излом»
  • «Реки помнят свои берега»
  • «Суворовец Воевода — боец Республики» һәм башҡалар.

Уның әҫәрҙәре төрлө йыйынтыҡтарҙа һәм журналдарҙа баҫыла.

Рухи темаға арналған «Свете Тихий», «Партер. Седьмой ряд», «Брянская повесть», «Небожители», «У синей реченьки», «Вера. Надежда. Война», «Тридевятое царство», «Золотистый золотой» новеллалары айырым билдәләнә.

Уссурийскиҙа һәм Брянскиҙа уның әҫәрҙәре буйынса («Кавказский пленник», «Белый танец») спектаклдәр ҡуйыла.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • ДХР-ҙың Дуҫлыҡ ордены (27 сентябрь 2019)
  • Дуҫлыҡ ордены (21 февраль 2022)[17]
  • III дәрәжә «За службу Родине в ВС СССР» ордены
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы[18]
  • «За возвращение Крыма» һәм «Участнику военной операции в Сирии» миҙалдары
  • Үҙәк Комитетының «Воинская доблесть» билдәһе[19]
  • Николай Островский, М. Булгаков исемендәге, «Сталинград», Рәсәй Федераль Именлек хеҙмәте, «Золотое перо границы» һәм башҡа премиялар лауреаты
  • Суземского района Брянск өлкәһе Суземск районының почетлы гражданы
  • «За службу на Кавказе» билдәһе (2013).

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 ГодЛитературы. РФ, 16 февраля 2018. Союз писателей России избрал нового председателя. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 февраль 2019. Архивировано 4 апрель 2019 года.
  2. Доверенные лица. Putin2024.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2024.
  3. 1 2 3 Председатель Общероссийской общественной организации «Союз писателей России» Иванов Николай Фёдорович. Общественная организация "Культурное наследие". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2024.
  4. Николай Иванов: Авторы едут на фронт, чтобы поддержать солдат и набрать фактуры для произведений. Газета "Вечерняя Москва". 29.09.2022. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2022. Архивировано 19 ноябрь 2022 года.
  5. Николай Иванов: «Я — последний советский воин…» журнал «Брянская тема», 2012. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2022. Архивировано 19 ноябрь 2022 года.
  6. Николай Федорович Иванов. Издательство "Российский писатель". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2024.
  7. http://rospisatel.ru/ivanov%20nikolay.htm. rospisatel.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2018. Архивировано 9 ноябрь 2018 года.
  8. Полковник налоговой полиции Николай ИВАНОВ. veterannp.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2018. Архивировано 25 ноябрь 2018 года.
  9. 1 2 3 Пленник Ичкерии. «Спецназ России». 31 июля 2015. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2022. Архивировано 29 сентябрь 2022 года.
  10. НАЛОГОВАЯ ПОЛИЦИЯ, газета, Москва, метро Лубянка, Маросейка ул. — официальный сайт, телефон, каталог, справка. www.allinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2018. Архивировано из оригинала 25 ноябрь 2018 года.
  11. Иванов Николай Федорович. КнигоГид. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2018. Архивировано 24 ноябрь 2018 года.
  12. Выездной пленум Союза писателей России в Южной и Северной Осетии. 2009. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2022. Архивировано 25 октябрь 2019 года.
  13. ...Имени Юлиана Семенова. 19.01.2014. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2022. Архивировано 19 ноябрь 2022 года.
  14. Николай Иванов. Крейсер КРЫМ. 11.09.2014. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 декабрь 2022. Архивировано 1 декабрь 2022 года.
  15. Н. Ф. Иванову и Н. И. Дорошенко вручены государственные награды. 14.07.2022. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2022. Архивировано 19 ноябрь 2022 года.
  16. Санкции для писателя - реклама Председатель Союза писателей России Николай Иванов - о своем включении в санкционный список Евросоюза. Российская газета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2024.
  17. Указ Президента Российской Федерации от 21 февраля 2022 года № 70 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 февраль 2022. Архивировано 21 февраль 2022 года.
  18. Государственные награды России. award.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2018. Архивировано 7 декабрь 2011 года.
  19. Знак ЦК ВЛКСМ «Воинская доблесть». www.bibliotekar.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 ноябрь 2018. Архивировано 25 ноябрь 2018 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә