Чванов Михаил Андреевич
Гражданлығы | |
---|---|
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Әүҙемлек осороноң башланыуы | 1969 — наст. время |
Рәсми сайт | михаил-чванов.рф |
Һөнәр төрө | яҙыусы, публицист, йәмәғәт эшмәкәре |
Эшмәкәрлек төрө | творческое и профессиональное письмо[d][1] и публицистика[1] |
Заты | ир-ат[1] |
Тыуған көнө | 25 июль 1944 (80 йәш) |
Уҡыу йорто | |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле |
Тыуған урыны |
Чванов Михаил Андреевич (25 июль 1944 йыл) — Башҡортостанда тыуған һәм республикала йәшәп ижад итеүсе рус яҙыусыһы, йәмәғәтсе. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2021), 1976 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Журналист, СССР Журналистар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең «Оло әҙәбиәт» (2006) һәм башҡа премиялар лауреаты, Почёт ордены кавалеры (2010). Өфө ҡалаһының (2009) һәм Салауат районының (2014) почётлы гражданы. Башҡортостан Республикаһының «Халыҡтар дуҫлығы» (2014) һәм Салауат Юлаев (2019) ордендары кавалеры.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Михаил Андреевич Чванов 1944 йылдың 25 июлендә Башҡорт АССР-ы Салауат районының Иҫке Михайловка ауылында (хәҙер район үҙәге Малаяҙҙың бер өлөшө) Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды ғаиләһендә тыуған.
Урта белем алғас, бер йыл райондың Гусевка ауылы мәктәбендә уҡытыусы була. Бала сағы ауыр осорға тура килгәнлектән, сәләмәтлеге геолог булыу хыялын тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирмәй, һәм шуға ла ул 1962 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә.
1967—1975 йылдарҙа республика йәштәр гәзите «Ленинец»та (аҙаҡтан «Молодёжная газета») хәбәрсе һәм бүлек мөдире була. 1975—1978 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир, 1978—1982 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәби консультант булып эшләй. 1992 йылдан — С. Т. Аксаковтың Өфөләге мемориаль йорт-музейы директоры, бер үк ваҡытта «Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте халыҡ-ара фонды»ның вице-президенты.
Михаил Чванов билдәле спелеолог-мәмерйәләр тикшереүсе һәм әүҙем сәйәхәтсе. Яҙыусы шулай уҡ үҙен күренекле рус яҙыусыһы Сергей Аксаковтың тормош юлын һәм ижадын эҙмә-эҙлекле өйрәнеүселәрҙең береһе итеп танытты. Ул әҙиптең Өфөләге мемориаль йорт-музейын асыуға күп көсөн һалды, бөгөн дә ул уны етәкләй. Аксаков фонды президенты.
Спелеология өлкәһендәге эшмәкәрлеге һәм ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Геолог булыу тураһындағы бала саҡ хыялын Михаил Чванов артабанғы тормош юлында барыбер үҙенсәлекле итеп ысынға әйләндерә: уның был мауығыуы яҙыусының ғүмерлек икенсе шөғөлөнә әүерелә. Тау мәмерйәләрен тикшереүсе спелеолог булараҡ, ул СССР-ҙың төрлө мөйөштәрендә күп һанлы экспедицияларҙа ҡатнаша: геологтар, геодезистар төркөмө менән бергә Көньяҡ Урал һәм Памир тауҙарын, илебеҙҙең тундра өлкәләрен гиҙеп сыға, улар буйлап, шулай уҡ Камчатка, Чукотка ярымутрауы, Якутия биләмәләре аша йөҙәрләгән саҡрым ара үтә. Был йәһәттән профессиональ тикшеренеүселәрҙән бер ҙә ҡалышмай, билдәле ҡаҙаныштарға ла ирешә. Мәҫәлән, Урал тауҙарыындағы иң оло мәмерйәләр системаһы — «Ҡотоҡ сумған» упҡынын тәүге тикшеренеүселәрҙең береһе булараҡ, Михаил Чванов 22 йәшендә (1966 йылда) СССР геология министрлығының «Ер аҫтын тикшереү алдынғыһы» (Отличник разведки недр) маҡтаулы билдәһенә лайыҡ була. Михаил Чванов шулай уҡ Евразияның Ключевский, Безымянный, Толбачиков исемле ғәмәлдә булған вулкандарҙың кратерҙарына менә. Уның Советтар Союзы Геройы лётчик Сигизмунд Александрович Леваневскийҙың 1937 йылдың авгусында Төньяҡ полюс аша осҡанда һәләкәткә осрап юғалған самолетын эҙләү буйынса башҡарған эше айырым маҡтауға лайыҡ. Яҙыусы бөтә был хеҙмәт емештәрен, күргәнен һәм уйҙарын төрлө һөнәр вәкилдәре һәм төрлө йәштәгеләр мауығып уҡырлыҡ китаптар юлдарына бик тә уңышлы әйләндерә.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Михаил Чванов — әүҙем йәмәғәт эшмәкәре. Ул, тыуған тәбиғәткә оло һөйөү менән ҡараусы булараҡ, тир—яҡ мөхитте һаҡлау, экология мәсьәләләренә даими иғтибар бирә. Ваҡытында Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмәғәт ойошмаһының республика бүлексәһе рәйесе булды.
Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Оло әҙәбиәткә Михаил Чванов республика йәштәр гәзитендә тиҫтә йылға яҡын эшләү дәүерендә алған бай тормош һәм журналистың ижади тәжрибәһе менән уҙған быуаттың етмешенсе йылдар уртаһыында ныҡлап аяҡ баҫты һәм әле лә әүҙем ижадын дауам итә. Йөкмәткеһе һәм күтәргән проблемалы менән төплө булған һәм төрлө ҡатлам уҡыусы ҡыҙыҡһынып уҡыған тәүге очерктарынан һәм юл яҙмаларынан ул повесть һәм романдарға бик еңел күсеп китте. Яҙыусы булараҡ, шул осорҙан алып, ул бер нисә жанрҙа әүҙем эшләй. Уның бер төркөм проза әҫәрҙәре үҙе күргән, гиҙеп-йөрөп сыҡҡан яҡтар тураһында юл яҙмалары, уларҙы төрлө яҡлап өйрәнеү материалдарына нигеҙләнә. Икенсе төркөмдә әҙиптең лирик прозаһы оло урын алып тора. Яҙыусының китаптары Өфөлә һәм Мәскәүҙә, илебеҙҙең күп кенә башҡа төбәктәрендә баҫылды, башҡорт һәм башҡа милли телдәргә тәржемәләнеп, киң ҡатлап уҡыусыға тәҡдим ителде.
Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
рус телендә:
- Башкирия: 13 счастливых дорог: Очерки — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1973. — 168 стр.
- Лестница в небо: Повесть — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1975. — 214 стр.
- Аксаковские места в Башкирии — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1976. — 72 стр.
- Четверо наедине с горами: Рассказы — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 128 стр.
- Не унесу я радости земной… Очерки — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1978. — 208 стр.
- Билет в детство: Повести и рассказы — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1980. — стр.
- Ухожу, не прощаюсь — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1980. — стр.
- Загадка штурмана Альбанова: Роман — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1981.
- Я сам иду на твой костер: Повесть — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1982
- Повести и рассказы. — Уфа: Башкирское книжное изд-во, 1984
- Огонек в ночи. Рассказы. Башкирское книжное изд-во, 1986
- Загадка штурмана Альбанова. Роман-поиск, Воронеж, 1986
- Вера из бухты Сомнения: Рассказы, повести — М., Советский писатель, 1987. — 472 стр.
- Разорванный меридиан: Повесть — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1989.
- Если не будете как дети… — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1990.
- Корни и крона: Я был в Аксакове — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1990.
- «Если не будете как дети…» М., «Современник, 1990
- Время Концов и Начал. Башкирское книжное изд-во, 1994
- Бранденбургские ворота. М., Современный писатель, 1992
- „…всего мира Надеждо и Утешение“, Уфа, Белая река, 2001
- Крест мой. Загадка штурмана Альбанова. М., Голос-пресс, 2001
- Загадка штурмана Альбанова „,,,всего мира Надеждо и Утешение“, Уфа, Китап, 2004
- Лестница в небо, Повесть. М., Голос-пресс, 2004
- Мы — русские?.. «…всего мира Надеждо и Утешение» — 2005
- Вверх по Реке Времени: Повести и рассказы — 2009
- Загадка гибели шхуны „Св. Анна“. Роман-поиск. М., Вече, 2009
- Загадка штурмана Альбанова. Роман-поиск. (с новыми главами) М, Вече, 2012
- Русский крест. Очерки русского самосознания. (Серия „Русское сопротивление“), М., Институт Русской цивилизации, 2012 ISBN 978-5-902725-38-1
- Загадка штурмана Альбанова. Роман-поиск (с новыми главами). М., Вече, 2013
- Увидеть Париж и — умереть… М., Вече, 2015
- Серебристые облака. М., Вече, 2015
- Загадка гибели шхуны „Св. Анна“. Роман-поиск. (с новой главой) М., Вече, 2017
- „Блаженны страждущие…“ Или повесть о Дмитрии Донском, потомке французских крестоносцев. М., Вече, 2017
- Документальный фильм „Иван Аксаков и Болгария“ Башкирское спутниковое телевидение, 2007
- Документальный широкоформатный фильм Венеры Юмагуловой и Михаила Чванова» «Исход. Долгое возвращение». Студия «Мирас», 2016
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2021)[2].
- СССР Геология министрлығының «Ер аҫтын тикшереү алдынғыһы» («Отличник разведки недр») маҡтаулы билдәһе (1966)
- В. П. Бирюков исемендәге Урал әҙәби премияһы лауреаты (1980)
- Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1982)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994)[3]
- Константин Симонов исемендәге әҙәби премия лауреаты (2000)
- Рус Православ Сиркәүенең III дәрәжә Сергий Радонежский ордены (2000)
- Сергей Аксаков исемендәге премия лауреаты (2002)[4]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002)[5]
- Рәсәйҙең Оло әҙәбиәт премияһы лауреаты (2006)
- Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2009)
- Почёт ордены (2010)[6]
- Салауат районының почётлы гражданы (2014)
- Башҡортостан Республикаһының «Халыҡтар дуҫлығы» ордены (2014)[7].
- Орден Святого благоверного князя Даниила Московского III степени (2014)[8]
- Салауат Юлаев ордены (2019)[9][10].
- Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте халыҡ-ара фонды миҙалдары:
- «За гражданское мужество. Петр Аркадьевич Столыпин»,
- «Святых и равноапостольных Кирилла и Мефодия».
- Миҙал: «За верность России» Петровской Академии наук и искусств
- Миҙал: «Патриот России» Правительства РФ
- Миҙал: «10 лет Приднестровской Молдавской Республики»
- Миҙал: «65 лет освобождения Республики Беларусь от немецко-фашистских захватчиков»
- Миҙал: «65 лет Победы над фашизмом» Республики Болгария.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Čvanov, Michail Andrejevič // Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Башинформ Радий Хәбиров «ХХI быуат яҙыусыһы» форумында республика яҙыусыларын һәм шағирҙарын бүләкләне
- ↑ Указ Президента РБ от 14.11.1994 N УП-530 «О присвоении почетного звания „Заслуженный работник культуры Республики Башкортостан“ Чванову М.А.». 2019 йылдың 8 май көнөндә архивланған.
- ↑ Мемориальный музей Сергея Тимофеевича Аксакова. Официальный сайт
- ↑ http://www.kremlin.ru/acts/bank/17808 Указ Президента РФ от 31.01.2002 г. № 116 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
- ↑ Указ Президента РФ от 17.03.2010 г. № 324 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
- ↑ Указ Президента РБ от 01.12.2014 N УП-351 «О награждении орденом Дружбы народов Чванова М.А.». 2019 йылдың 8 май көнөндә архивланған.
- ↑ Святейший Патриарх Московский и всея Руси Кирилл наградил председателя Аксаковского фонда Михаила Чванова орденом Русской православной церкви святого благоверного князя Даниила Московского III степени. 2019 йылдың 8 май көнөндә архивланған. Статья на сайте Телерадиокомпании «Башкортостан», 10 ноября 2014 г.
- ↑ Михаил Чванов мәҙәниәт һәм әҙәбиәт үҫешенә өлөш индергән өсөн Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 26 июль 2019 йыл (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2019)
- ↑ СПИСОК награждённых государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан 2021 йылдың 27 сентябрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 август 2019)
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Башкортостан. Энциклопедия (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Чванов Михаил Андреевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 25 июль 2019)
- Официальный сайт Уфимского горосвета. Почетные граждане города. Чванов Михаил Андреевич (рус.)
- Земля салаватская, земля батыра./ Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)
- Мемориальный музей Сергея Тимофеевича Аксакова. Официальный сайт
- Видео. Михаил Чванов: экспедиция объединяет людей. Интервью Информационному агентству «Башинформ», 13 февраля 2015 г.
- Видео: интервью Михаила Чванова. Филиал ВГТРК ГТРК «Башкортостан». 18 января 2018 г.
- Видео: интервью Михаила Чванова в эфире радиостанции «„Эхо Москвы“ в Уфе». Передача «Послесловие с Азаматом Саитовым», 19 марта 2018 г.
- Почёт ордены кавалерҙары
- III дәрәжәлә Изге кенәз Даниил Московский ордены кавалерҙары
- Изге Сергий Радонежский РПД ордены кавалерҙары
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан) кавалерҙары
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- 25 июлдә тыуғандар
- 1944 йылда тыуғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Салауат районында тыуғандар
- Григорий Аксаков ордены кавалерҙары
- Рәсәйҙең Ҙур әҙәбиәт премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаттары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- СССР Журналистар союзы ағзалары
- Башҡортостан журналистары
- «Ленинец» гәзите журналистары
- Өфө ҡалаһының почётлы граждандары
- В. П. Бирюков исемендәге премия лауреаттары
- С. Т. Аксаков исемендәге премия лауреаттары
- «Китап» нәшриәте хеҙмәткәрҙәре
- Салауат районының почётлы граждандары