Халиҡов Мәсғүт Хәбибрахман улы

Халиҡов Мәсғүт Хәбибрахман улы (рус. Халиков Масгут Хабибрахманович; 14 апрель 1918 йыл15 октябрь 2006 йыл) — инженер, нефть сәнәғәте, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1976—1980 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры, республиканың 5-се саҡырылыш (1959—1963) Юғары Советы депутаты. I (1985) һәм II (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. СССР-ҙың персональ пенсионеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1988).

Биографияһы

Мәсғүт Хәбибрахман улы Халиҡов 1918 йылдың 14 апрелендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Аблай ауылында тыуған[1].

1938 йылдың сентябрендә Ҡыҙыл Армияға хәрби хеҙмәткә саҡырыла[2]. 1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. Сталинградты обороналағанда ҡаты яралана. Һаулығы төҙәлгәндән һуң Украинаны, Польшаны, Праганы азат итеүҙә, Берлинды алыуҙа ҡатнаша[1]. 1946 йылдың авгусында демобилизциялана. Подполковник[2].

1953 йылдан — «Башнефть» берекмәһе начальнигы урынбаҫары булып эшләй[1].

1954 йылдан — КПСС-тың Өфө ҡалаһы Жданов һәм Киров район комитеттарының беренсе секретары[3].

1960 йылдан — КПСС-тың Өфө ҡала комитеты секретары[1].

1976—1980 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры[1].

1974 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы[3].

Ветеран 2006 йылдың 15 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат була[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

• 1959—1963 йылдарҙа — Өфө ҡалаһының 4-се Октябрьский һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 5-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты[4].
• 1987 йылдан Өфө ҡалаһының ветерандар советы рәйесе[1]
• 1987 йылдан Башҡорт АССР-ының ветерандар советы президиумы ағзаһы[1]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[5]
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)[6]
• Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
• Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944) [7]
• «Почёт Билдәһе» ордены
«Праганы азат иткән өсөн» миҙалы [2]
«Берлинды алған өсөн» миҙалы[2]
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы [2]
• СССР-ҙың персональ пенсионеры [1]
• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1988)[1]

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Совет городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Официальный сайт. ПОЧЕТНЫЕ ГРАЖДАНЕ г. УФЫ > Халиков Масгут Хабибрахманович  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ноябрь 2024)
  2. 1 2 3 4 5 POISK.RE — электронный банк документов периода Великой Отечественной войны. Сведения о Масгуте Халикове из учётно-послужной картотеки (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ноябрь 2024)
  3. 1 2 3 Сегодня уфимцы прощаются с почетным гражданином столицы Башкортостана Масгутом Халиковым. ИА «Башинформ», 16 октября 2006 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 ноябрь 2024)
  4. БАССР-ҙың 5-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге (Тикшерелеү көнө: 28 ноябрь 2024)
  5. POISK.RE — электронный банк документов периода Великой Отечественной войны. Юбилейная награда Масгута Халикова (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ноябрь 2024)
  6. POISK.RE — электронный банк документов периода Великой Отечественной войны. Награда Масгута Халикова (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ноябрь 2024)
  7. POISK.RE — электронный банк документов периода Великой Отечественной войны. Награда Масгута Халикова (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ноябрь 2024)

Тема буйынса өҫтәмә