Халиҡов
Халиҡов — башҡорт ир-аттар, Халиҡова — ҡатын-ҡыҙҙар фамилияһы.
- Халиҡов Айҙар Шәрифйән улы (1961) — энергетик, хужалыҡ эшмәкәре, муниципаль хеҙмәткәр.
- Халиҡов Айрат Йәғәфәр улы (1967—22.04.2025), музыкант, йырсы, композитор. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2008), төрлө кимәл ижади конкурс һәм фестивалдәр лауреаты.
- Халиҡов Илгиз Илдар улы (27.08.1983), әҙәбиәт белгесе-ғалим. 2024 йылдың 3 июленән Татарстан Республикаһы Фәндәр Академияһының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институты директоры. Филология фәндәре кандидаты (2008).
- Халиҡов Мансур Хатип улы (1886—1934) — башҡорт дин әһеле, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө (1921—1923). Сәйәси золом ҡорбаны.
- Халиҡов Муллайән Дәүләтша улы (1894—1937) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, күренекле дәүләт эшмәкәре.
- Халиҡов Мәсғүт Хәбибрахман улы (14.04.1918—15.10.2006), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1976—1980 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры.
- Халиҡов Рәшит Мәсғүт улы (19.06.1954—1.04.2004), дипломат. 2015—2004 йылдарҙа Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль Секретары ярҙамсыһы. Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының почётлы хеҙмәткәре (2014).
Халиҡов Тимербулат Ғәләүетдин улы (1917—1958) — Советтар Союзы Геройы.- Халиҡов Хәлил Мырҙайән улы (1939) — ауыл хужалығы, урындағы башҡарма һәм партия органдары хеҙмәткәре.
- Халиҡова Рәйсә Хәлил ҡыҙы (1934—2005) — башҡорт телсеһе, филология фәндәре докторы (1992), профессор (1995).