Халиҡова Рәйсә Хәлил ҡыҙы
Халиҡова Рәйсә Хәлил ҡыҙы (16 март 1934 йыл — 14 сентябрь 2005 йыл) — телсе-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1992), профессор (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987). Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2003).
Биографияһы
Рәйсә Хәлил ҡыҙы Халиҡова 1934 йылдың 16 мартында Үзбәк ССР-ының Ҡаршы ҡалаһында тыуған.
1958 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ҡарамағындағы Көнсығыш телдәр институтын тамамлай.
1962—1967 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында өлкән уҡытыусы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире булып эшләй.
1967—1972 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте кафедраһында эшләй.
1973—1993 йылдарҙа СССР фәндәр Академияһының Урал бүлексәһе Башҡортостан ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән хеҙмәткәр булып эшләй.
1995 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институтында башҡорт теле кафедраһын етәкләй. «Белем» йәмғиәтенең башҡорт яҙыуы һәм әҙәбиәте тарихы, телмәр мәҙәниәте буйынса әүҙем лекторы[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987).
- Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2003).
Ғилми хеҙмәттәре
80-дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән башҡорт яҙмаһы һәм әҙәби теле тарихы буйынса, милли мәктәптәр өсөн дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары:
- Книга для внеклассного чтения учащихся 4 класса национальных школ РСФСР. — Л.:Просвещение, 1988. — 270 с. (авторҙаш)
- Очерки истории башкирского литературного языка. — М., 1989.
- Язык башкирских шежере и актовых документов XVIII—XIX вв./ Р. Х. Халикова ; Отв. ред. Э. Р. Тенишев; АН СССР, Урал. отд-ние, Башк. науч. центр, Ин-т истории, яз. и лит. — М.: Наука, 1990. — 198 с.
- Башҡорт әҙәби теленең тарихы. — Өфө: Китап, 1993. — 320 б. (авторҙаш)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Сайт общества «Знание» 2014 йылдың 23 февраль көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт
- Ғалим һәм яҙыусы Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев. Библиография. Өфө. БДУ, 2011. ISBN 978-5-9613-0167-0.
Һылтанмалар
- Хабибуллина З. А. Халикова Раиса Халиловна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Халиҡова Раиса Халиловна 2016 йылдың 31 октябрь көнөндә архивланған.. УНЦ РАН