Халиҡов Илгиз Илдар улы
Халиҡов Илгиз Илдар улы (рус. Халиков Ильгиз Ильдарович; 27 август 1983 йыл) — әҙәбиәт белгесе-ғалим. 2024 йылдың 3 июленән Татарстан Республикаһы Фәндәр Академияһының Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институты директоры. Филология фәндәре кандидаты (2008).
Биографияһы
Илгиз Илдар улы Халиҡов 1983 йылдың 27 авгусында Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районының Стәрлебаш ауылында тыуған.
2005 йылда «Татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы», «Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» һөнәрҙәре буйынса Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының[2] филология факультетын тамамлай.
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://struust.ru/news/5012
- ↑ Хәҙер Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы
Һылтанмалар
- Новым директором Института языка, литературы и искусства стал Ильгиз Халиков. ИА «Татинформ», 3 июля 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2024)
- Халиков Ильгиз Ильдарович — Директор Института языка, литературы и искусства им. Г. Ибрагимова Академии наук РТ. Деловой центр РТ — интернет-портал TatCenter.ru (Татцентр.ру) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 июль 2024)