Аблай (Саҡмағош районы)

Аблай (рус. Аблаево) — Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1067 кеше булған[2]. Почта индексы — 452208, ОКАТО коды — 80256865007.

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Саҡмағош): 25 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 92 км

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1067 496 571 46,5 53,5

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — башҡорттар (54 %) һәм татарҙар (44 %) йәшәй[3].

Тарихы

XVI быуат уртаһынан Дыуанай улусы биләмәһендә башҡорттар йәшәгән Аблай, Иҡсан, Рапат, Ҡалманбаш, Иҫке һәм Яңы Ҡалмаш ауылдары булыуы билдәле. Аблай ауылына Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, XVII быуат аҙағынан билдәле.[4] 1716 йылда һәм 1801 йылда керҙәшлек килешеүҙәре буйынсаса бында мишәрҙәр, XVII быуат аҙағанда, V ревизия алдынан 1795 йылда, яһаҡлы татарҙар килеп урынлаша. Аҫаба башҡорттарҙан тыш бында керҙәш башҡорттар ҙа йәшәгән[5].

1870 һәм 1920 йылғы рәүиздәр документтарында ауылдағы йәшәгәндәрҙең бөтәһе лә башҡорт тип теркәлә. 1843 йылда бында ике мәсет эшләй һәм уларҙа дини мәктәптәр ҙә була. 170 башҡортҡа ул йылда 160 бот ужым һәм 856 бот яҙғы иген сәселә. Ауылда 250 умарта тотола[5].

Күренекле шәхестәре

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә